«Эй бигерәк оҡшай ошо йәшем: Өй төҙөлгән, бала иламай...»

Ҡырмыҫҡалы килене, Баймаҡ ҡыҙы Фирүзә Абдуллинаның «Бәйләнештә» сайтындағы ижади төркөмө «Ғәжәп донъя» тип атала. Уның шиғырҙары диуарҙан ди­уарға, биттән биткә күсеп йөрөй, телдән төшмәй. Тормошсанлығы менән арбауыс, асыҡлығы, эскерһеҙлеге менән серле уның ижады. Ысынлап та ғәжәп донъя!

Көнләшмәйем
«Көнләшмәйһең – тимәк,
яратмайһың», –
Тигән саҡта миңә ҡатындар,
Көлөп ҡуям. Яратаммы-юҡмы –
Нисек аңлатырға ҡапыл да?

Икмәк-һыуһыҙ күпме түҙеп була?
Һауа кәрәк һәр бер һуламда,
Ул бит минең өсөн бөтәһе лә:
Икмәгем дә, һыуым, һауам да.

Донъя матурлығы күренмәй ҙә,
Яндарымда әгәр булмаһа,
Йоҡом – йоҡо түгел, төнгөлөккә
Беләгенә башты һалмаһам.

«Яратам», – тип,
йәки «көнләшәм», – тип,
Әйтмәйһең бит ҡарап көҙгөгә,
Беҙ бит күптән берәү: уйҙарыбыҙ,
Хистәребеҙ уртаҡ, бер генә.

Шикләнгәндәр генә көнләшәләр,
Минме инде юҡҡа бошонам?
Ниңә көнләшергә? Мин бит уға
Үҙемдән дә нығыраҡ ышанам.

…«Көнләшмәйһең – тимәк,
яратмайһың», –
Тип әйтмәгеҙ миңә, ҡатындар:
Ул булғанға ғына шиғыр яҙам,
Ул булғанға ғына үҙем бар.

Йәлләмәгеҙ мине,
йәш һылыуҙар!

Йәш ҡатындар, һомғол буйҙарына
Кейеп ҡарап, күлдәк һайлайҙар…
Нимә кейһәләр ҙә, һай, килешә!
Йәлләберәк миңә ҡарайҙар…

…Тал-сыбыҡтай нескә
буй-һындарым
Өйәңкеләй булып нығынған,
Тик йәлләргә мине ашыҡмағыҙ –
Мин түгелмен һеҙгә күҙ ҡыҙған!

Йәшлек иҫәрлеге артта ҡалған,
Аҙмы-күпме аҡыл йыйылған.
Миңә хәҙер ярай бөтәһе лә!
Бер нәмә юҡ миңә тыйылған!

Эй бигерәк оҡшай ошо йәшем:
Өй төҙөлгән, бала иламай,
Аҡыл өйрәтерлек бер кем дә юҡ,
Бер кем минән отчет һорамай.

Иҫәр йәшлек, шөкөр, артта ҡалған,
Сал ҡартлыҡҡа әле ваҡыт бар,
Самый ҡолас ташлап йәшәр ваҡыт!
Мин үткәндә хатта урам тар!

Йәлләмәгеҙ мине, йәш һылыуҙар,
Һайлап-һайлап күлдәк кейегеҙ,
Минең күңелдәге шатлыҡ, байлыҡ
Күлдәктәрҙән матур, белегеҙ!

Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән, өс сабыйға – әсәй, өсәүгә өләсәй булған Резеда Мөхә­мәтйәнова үҙе хаҡында: «Массаж менән кешеләрҙең тәндә­рен дауалаһам, йырҙарым менән йө­рәк яраларын имләйем. Ә балаларым – минең моңдарымды һағыш­лы итеүсе лә, ҡанатландырыусы ла», – ти.

Һин ҡояшлы кеше
Һинең ҡулда гөлдәр көлә –
Шау сәскәлер йөрәгең.
Һинең менән аяҙ көндәр,
Һиндер – йәнем терәге.

Гөлдәр әллә сихырлымы,
Әллә үҙең сәскәме?..
Моңдан ҡойолған йәнкәйең
Миңә нурын сәсәме?..

Иҫ китерлек булмышыңа –
Көсөң күп, йылытырлыҡ,
Юҡҡамы ни яндарыңа,
Һәр кем тора тартылып.

Шуның өсөн дә, моғайын,
Һин бәхетле йәшәнең.
Булмышыңда сағылғандай
Мәғәнәһе йәшәүҙең.

Аһ, был күңел…
Апаруҡ ғүмер йәшәлгән,
Ә мин һаман бер ҡатлы.
Шуғамы икән башыма
Хәсрәт төшә мул, ҡаты…

Йәнгә йылы етмәй, ҡайҙан
Алырға көс һәм йылы?..
Һыҙлатҡандай, бөгөн күңел
Үҙенең бер зар ҡылын.

Көндәр ҡара, юҡ һис сара,
Күҙемдә – йәшле сатҡы.
Хәсрәттәрҙе ҡыуҙым көскә,
Бар ҡаралыҡты яҡтым.

Күңел һайрай һандуғастай,
Иркен һулышлы күгем.
Көнөм, төнөм балҡып торһон,
Яҙғанын табыр күңел.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook