Атайлы ҡыҙ ине…
Байгилде МОТАЛЛАП (Рәсүл Байгилдин) Сибай ҡалаһында йәшәй. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Аҙашҡандар юлды табырмы…» исемле китап авторы. Хикәйәләре республика гәзит-журналдары биттәрендә даими донъя күреп тора. Яҙмалары тормош ҡанундарының тайпылыуһыҙ үтәлеше, кешенең һәр ғәмәле өсөн тотасаҡ яуабы, бер яҡтан, донъяның шул тиклем ябай, икенсенән, иҫ киткес ҡатмарлылығы хаҡында фәлсәфәүи уйланыуҙар менән һуғарылған.
Атайлы ҡыҙ ине…
Хикәйә
***
Бынан теүәл егерме биш йыл элек булған ваҡиға ла энәһенән ебенә ҡәҙәр иҫендә Гөлбикә ханымдың.
Ҡаланың тотҡаһы булған тау комбинатында баш иҡтисадсы вазифаһында эшләгән ире, ғәҙәттәгесә, һуңға ҡалды. Гөлбикә, ярһыған күңелен тыя алмай, ут та ҡабыҙмай, ҡәнәфиҙә ултыра. Сабырһыҙланып ишеккә төбәлгән. «Ҡайтып ҡына инһен әле, иманын уҡытам уйнаштың», – мейеһендә тик ошо уй-ниәт кенә өйөрөлә. Асыуы бөтә булмышын биләп алған, башҡа бер ни хаҡында ла уйлай алмай. Йөрәге лә: «Һатлыҡ йән, һатлыҡ йән... Уйнаш, уйнаш…» – тип тибә кеүек.
Бына ишек асылды. Яҡты подъездан ҡараңғы фатирға атлаған ир шәүлә булып күренде. Ят, имәнес. Әйтерһең дә, албаҫты.
– Аһ-аһ, нишләп ҡараңғы? – ҡайтыуына гел гөлтләп торған торлағындағы шөҡәтһеҙ ҡараңғылыҡҡа Ғимран аптыраны. Был тауыш Гөлбикә ханымдың күңеленең әллә ҡайһы ҡылын яҡын һәм яғымлы булыуы менән һиҫкәндереп ебәргәндәй итһә лә, кәйефе үҙгәреүһеҙ ҡалды. «Әйтәм, бөтәһен дә ярып һалам, фашлайым һатлыҡ йәнде», – тип дарҫлап типте йөрәге. Йәне бармаҡ остарында ғына эленеп тора, быулыҡҡан йөрәгенән шунда күсеп, бына осам, бына өҙөлөп төшәм, тигәндәй талпына һымаҡ.
Ғимран ут ҡабыҙам тип яндырғыстың төймәһенә баҫҡайны, лампочка «гөлт» итеп балҡыны ла һүнде.
– Уй, әттәгенәһе, – ир, көтөлмәгән хәлдән тертләп, сүгәләгәндәй итте. Йыш ҡына осрап торған был күренешкә фән теүәл яуап бирә. Лампочканың һыуыҡ тимер сымы юғарыраҡ ҡаршылыҡ көсөнә эйә. Шуға ла ҡабыҙғанда ток талап ителгәндән көслөрәк килә. Металдың йомшарған урындары булыуы ихтимал. Улар тиҙерәк ҡыҙа һәм, ток көслө булғанға күрә, шул мәлдә үк өҙөлөп тә китә – лампочка «гөлт» итеп балҡый һәм эшлектән сыға. Хәс тә кеше тормошондағы кеүек. Юҡҡа ғына, ҡайҙа нескә, шунда өҙөлә, тимәйҙәр бит.
Балҡып һүнгән ут Ғимранды ҡараңғылыҡтан йолоп алды ла кире юҡ итте.
– Ҡайттыңмы, емтеккә туя белмәгән бирән, – ҡараңғы бүлмәнән сыҡҡан нәфрәтле тауышҡа тағы тертләне ир.
– Абау, ҡотто аласы.
– Ҡотоңдо түгел, йәнеңде алырмын, аҙау үгеҙе, – үҙе ултырған бүлмәнең утын ҡабыҙып Гөлбикә ханым ишеккә табан атланы.
– Ни… – ҡатынының туҙған сәстәрен ялбыратып, йоҙроғон болғап етеп килгәнен күргән Ғимран һүҙен әйтеп бөтә алмай ауыҙын асҡан килеш ҡатып ҡалды.
– Етте, түҙемлегем бөттө… Күргем дә килмәй, сығып кит һөйәркәңә... Йәшлегемде, бөтә ғүмеремде аяҡ аҫтына һалып тапаның... Күрә алмайым. Күҙемдән юғал! – Һыҡтау аша нәфрәт менән ташланған был һүҙҙәрҙең айышына төшөнә алмай торҙо Ғимран. Бындай ҡиәфәттә ҡатынын да тәүләп күреүе. Егерме йылға яҡын бергә ғүмер итеп тә Гөлбикәһенең шул тиклем ярһығанына шаһит булғаны юҡ уның.
Бының кеүек ғәҙәти булмаған хәлдәрҙә уйҙар йәшен тиҙлеге менән йөрөүсән. Ғимран донъялағы иң ҡеүәтле компьютер етеҙлегендә ҡатынының һәр һүҙенә байҡау яһап сыҡты. Хәләл ефете уны оло гонаһта ғәйепләй. Иңе күтәрерлек булмаған ауыр, ҡурҡыныс һүҙҙәр. Ул ғүмер буйы ғәҙел, кешелекле, миһырбанлы булырға тырышты. Үҙенең һирәк осрай торған шундай заттар рәтендә булыуына инанып йәшәй ҙә баһа. Тимәк, яңылышҡан, иң яҡын кешеһе башҡа фекерҙә. Нишләп улай? Ҡайҙа абынды, ҡайҙа яңылышты?
Эштә тырыш, быны күргән хужалар уны яйлап үрләтә барҙы. Биш йыл элек үтә лә яуаплы вазифа йөкмәттеләр – комбинаттың баш иҡтисадсыһы. Эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Пландар, программалар, отчеттар – тауҙан төшкән ҡар ишелмәһе тәгәрләгән һайын нисек ҙурайһа, ҡағыҙ ағымы ла йылдан-йыл тик арта ғына. Кистәрен дә ҡалып эшләй, ял көндәрендә лә сыға. Эйе, ғүмере эшендә үтә, өйҙә лә күп осраҡта шул һандар тураһында уйланып йөрөй. Иләҫләнеүе, ҡырыҫлығы, аҙ һүҙле булыуы, ҡайһы ваҡытта яҡындарына илтифатһыҙланып китеүе лә шунан. Ҡыҫҡаһы, эшендә яна. Кемгәлер яманлыҡ ҡылам икән, тигән уй башына инеп сыҡҡаны ла юҡ. Ҡылынмаған ғәмәл тураһында киреһен раҫларға мөмкинме ни? Ғәмәл йә атҡарылған, йә юҡ. Икеләнеү урынһыҙ. Фәйләсүфтәр ысулы менән хәҡиҡәткә өлгәшеп булмай был осраҡта. «Йәшлегемде, бөтә ғүмеремде ергә һалып тапаның», – тиеүгә Ғимран, баҙап, ни әйтергә белмәһә, бинахаҡҡа зина ҡылыуҙа ғәйепләүгә яуабы оторо булды:
– Ни һөйләйһең, үҙ аҡылыңдаһыңмы һин? Ҡасан, ҡайҙа, кем менән? Күҙеңде ас, уян!
– Беләм! Бөтәһен дә беләм! Байназарова менән эштән бергә ҡайтаһығыҙ урам буйлап, бүлмәңдән сығышмай, тиҙәр, командировкаларға ла ҡушарлап йөрөйһөгөҙ, хатта йыллыҡ ялығыҙ ҙа тап килә. Кеше күрмәй, һөйләмәй, тиһеңме! Күҙем асылды. Нисәмә йыл алданып ғүмер иткәнмен, – ер йөҙөндә ҡырҡ йылдан ашыу йәшәп тә үҙенә ҡарата был тиклем дә дорфа ташланған һүҙҙәрҙе Ғимрандың тәүләп ишетеүе. Көслө инаныу менән әйтелгәндең ялған икәнен нисек аңлатыр, ниндәй һүҙ, дәлил табыр? Һарыҡты ашаһа ла, ашамаһа ла, бүренең мороно ҡанлы. Ашаманым, тип нисек кенә танһа ла – бер кем ышанмаясаҡ.
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.
Теги: Хикәйә Байгилде Моталлап