«Ил яҙмышын иңгә алыр Башҡортостан ҡыҙҙары беҙ...»

«Ил яҙмышын иңгә алыр Башҡортостан ҡыҙҙары беҙ...»
Гөлфиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың халыҡ шағирәһе


Йыр өсөн шиғырҙар

Гөлфиә Юнысова ижады – күңел осошон, бәхетле мәлдәрҙе, йылы хистәрҙе ҡағыҙға төшөргән яҡты сырайлы шиғриәт. Шуның өсөн композиторҙар ҙа уның яҙмаларына йыш мөрәжәғәт итә. «Был юлы яратҡан баҫмама махсус рәүештә йырлап торған шиғырҙар алып килдем, уларға ла көйҙәр яҙылып, кешеләрҙе йәшәүгә дәртләндерһен әле», – ти шағирә.

Башҡортостан ҡыҙҙары
Еребеҙ бай йылға-күлгә,
Тәмле шишмә һыуҙарыбыҙ.
Сафлыҡтары йәнгә күскән
Башҡортостан ҡыҙҙары беҙ.

Еребеҙ бай урман-тауға,
Йомарт ялан-ҡырҙарыбыҙ.
Урман-тауҙай серле, ғорур,
Күңелендә һөйөү булыр
Башҡортостан ҡыҙҙары беҙ.

Еребеҙ бай хазинаға,
Ғәмле хыял-уйҙарыбыҙ.
Алтын ҡуллы, заман моңло,
Йөрәгендә наҙҙар тулы
Башҡортостан ҡыҙҙары беҙ.

Еребеҙ бай: рухлы халҡым,
Дәртле-моңло йырҙарыбыҙ.
Усаҡ яғыр, бала бағыр,
Ил яҙмышын иңгә алыр
Башҡортостан ҡыҙҙары беҙ.

Заман һылыуҡайҙары
Заман-заман, тимәйек тә,
Яман, тип яу һалмайыҡ.
Күргән бер ҡыйын хәлдәрҙе
Заманға япһармайыҡ.

Ҡушымта:
Их, заман һылыуҙары,
Ҡыҙҙарҙың ҡыйыуҙары.
Талпынып уҙыуҙары ла,
Күҙҙәренән осҡон һирпеп,
Тыпырлап ҡуйыуҙары.
Их, атлап килеүҙәре,
Йылмайып көлөүҙәре,
Өҙҙөрөп бейеүҙәре лә,
Күңелдәрҙе аллы-гөллө
Хистәргә төрөүҙәре.

Өлөшкә төшкән көмөш ул,
Үҙебеҙгә тап-таман.
Дәртле лә ул, шәпле лә ул –
Һоҡланғыс беҙҙең заман.

Һәр замандың үҙ талабы,
Һәр замандың үҙ йөҙө,
Үҙенеке итһен, әйҙә,
Заман һәр беребеҙҙе.

Йәшлегем таңы
Хәтеремдә: иртәсел яҙ,
Ап-аҡ томан, алһыу таң.
Ҡош һайрауына ҡушыла
Әйткән һүҙең: «Яратам»!

Йыл да килә ергә яҙҙар,
Һаман яҡын яҙғы таң.
Томан төшә, ҡоштар һайрай,
Йәшлек ҡайтмай ҡабаттан.

Наҙлы елдәр яйлап ҡына
Томандарҙы тарата.
Ҡош моңонда ишетелә:
Ул һаман да ярата.
Ярата!

Гармун моңо
Йәнгә яҡын көй ағыла
Ауылым урамында.
Әллә ниндәй тылсым, сер бар
Шул гармун моңдарында.

Ишеткәс тә алып китә
Йыраҡ-йыраҡ яҡтарға.
Көс-дәрт тулы, гармун моңло
Ҡанатлы йәш саҡтарға.

Ҡайҙа икән төндәр буйы
Беҙҙе бейеткән егет?!
Ул уйнаһа, мин әле лә,
Их, китер инем бейеп.

Оҙатҡанда ла гармуны
Төшмәне ҡулдарынан.
Шул моңдар оҙата һаман
Ғүмерем юлдарынан.



Теги: Гөлфиә Юнысова Ҡатын-ҡыҙ Шағирә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook