Китеү

Китеү
Шамил ХАЖИӘХМӘТОВ

Рус телендә ижад иткән прозаик, журналист Шамил Хажиәхмәтов (1941–2012) 13 китап баҫтыра, нәшерселек һәм тәржемә менән шөғөлләнә, «Вечерняя Уфа» гәзитен, «Башкнигоиздат», «Слово», «Скиф» нәшриәттәрен етәкләй. Һөнәре буйынса инженер булып, байтаҡ йылдарын нефть эшкәртеү өлкәһенә бағышлаған яҙыусының ижадының ҙур өлөшөн совет заманына хас производство реализмы тәшкил итһә, ғүмеренең һуңғы осорондағы яҙмаларында психология һәм кеше мөнәсәбәттәре, фантастика һәм мистикаға ҙур урын бирелә.


...Шифер ҡыйыҡлы ыҡсым йорт зәңгәрһыу томан ураған тау битләүендә ултыра. Ярайһы уҡ бейек болдор виноград сыбыҡтары менән ҡапланған һәм мәмерйәгә инә торған йәшел ҡапҡаға оҡшаған. Һауа кислород менән тулы. Землемерҙың аяҡ аҫтындағы йәшел үләнгә һуҙылып төшөп ятҡыһы һәм йоҡоға талғыһы килде.
Болдорҙан ябай ғына ҡыҫҡа күлдәк кейгән ҡатын төштө лә ҡунаҡҡа ҡарап йылмайҙы:
– Был һинме? – тип тамам аптырауға ҡалды ул ирҙе күргәс. – Ысынлап та, был һинме? Күҙҙәремә ышанмайым.
Ҡатындың тыныслығына, үҙен тота алыуына хайран ҡалды Землемер.
– Һуштан яҙып йығылырһың тип көткәйнем. Ә һин – һин дә мин, тыныс...
Ҡатын рәхәтләнеп көлдө, шунан күрешергә ҡулын һуҙҙы.
– Йәш саҡта ла йығылмай торғайным, ҡартайғас нишләп һуштан яҙырға тейешмен һуң әле? Кенәздәр нәҫеленән түгелмен дә инде. Шулай ҙа әйт, нисек таптың мине? – тип һаман ныҡышты ҡатын.
Йөҙө шиңгән, һулыған, ҡартайған. Тик күҙҙәре генә элеккесә теремек, элеккесә аҡыллы һәм хәйләкәр.
– Ниндәй елдәр ташланы һине?
Землемер йылмайҙы.
– Элеккесә һағыныу елдәре инде. Минең мәңге йәш Лоттам. Уйыныбыҙҙы һин онотманыңмы әле?
– Нисек онота ти, иҫләйем, иҫләйем. Йә, ниңә ҡатып ҡалдың, килгәнһең икән, әйҙә үт.
Ул болдорға алдан күтәрелде лә артына боролдо. Землемер ҡатынға аҫтан өҫкә ҡараны һәм йәшлегендәге әхирәтенең, байтаҡ йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да һомғол, ҡаҡса икәнен шәйләне.
Сәй эскәндән һуң улар верандаға сығып ултырҙы. Ҡояш байып килә, ҡаршылағы тау ҡараңғылыҡҡа сорнала.
Китеү
– Иремде ерләнем, – тине ҡатын ҡәҙимге генә итеп. – Ҡыҙым Киевҡа китте лә шунда кейәүгә сыҡты. Килгеләйҙәр. Ә һин үҙең нисек?
Ир яурындарын йыйырҙы.
– Ике ҡатыным да: элеккеһе лә, әлегеһе лә иҫән-һау. Улым, ике ҡыҙым башҡаланды. Ҡанат йәйергә маташалар.
– Ә һин үҙең нисек һуң? – ҡатын һорауын ҡабатланы ла элекке яратҡан кешеһенә иғтибарлап баҡты.
– Күп эшләнем... Арыным... Бөтә булған аҡсамды йыйҙым да, элекке дуҫтарымды, күңелемә яҡын ерҙәрҙе күреп, сәйәхәт ҡылырға ниәтләнеп сығып киттем инде бына.
– Хушлашаһың, тимәк? – ҡатын йөҙөнә күләгә ятты.
– Эйе, хушлашам, Лотта.
– Һуңғы юлға йыйындың инде?
– Эйе, ваҡыт, – ир ҡараңғылана башлаған диңгеҙгә ҡараны. – Был минең аҙаҡҡы йәйемдер. Шулай икәнен күңелем һиҙә.
– Улай тимә... – Ҡатындың тауышы ҡалтыранып сыҡты.
– Шулай булырын һиҙәм, – тип яуапланы ир тыныс ҡына. – Билет кеҫәлә. Билетты бер ҡасан да һуңламай торған поезға алғанмын.
– Элек һин тормошто ярата инең, – тип хәтирәләргә бирелде ҡатын. – Ҡабаланаһың түгелме?
– Бер нисә йыл китмәй торорға ризамын, тик йөрәк ныҡ бөттө, күпкә түҙмәҫ, тим.
– Сөнки һин уны бер ҡасан да һаҡламаның, – тине ҡатын шелтәле ҡарап.
– Үкенмәйем. Нисек йәшәлгән, шулай йәшәлгән инде.
– Һаран да түгел инең, – ҡатын ҡараштарын йәшерҙе. – Бәхетһеҙ аҡса туҙҙырыусы.
Көлөштөләр.
Ҡояш диңгеҙгә сумды. Ҡараңғы төштө. Ярға йүгергән тулҡындар шауы ишетелә башланы, әйтерһең дә, улар бына-бына болдорға килеп менәсәк.
– Һин ҡатындарың хаҡында күп һөйләйһең, – тине хужабикә шым ғына. – Нимә, икәүһе менән дә бергә йәшәйһеңме әллә?
– Уйҙа ғына, – тип яуапланы ир. – Ә былай йәше менән көн итәм.
– Тәүгеһе менән нишләп тора алманың һуң?
– Тәжрибәһеҙ инек, тормошто белмәнек. Унан килеп беҙҙе көнкүреш мәшәҡәттәре баҫты. Арыныҡ, йонсоноҡ. Беҙгә күпмелер ваҡытҡа айырым йәшәп, тойғоларҙы яңыртырға кәрәк булған, уға ла баш етмәне. Кәңәш-төңәш бирергә эргәлә аҡыллы кешеләр ҙә юҡ ине.
– Ә ниңә беҙ бергә була алманыҡ?
– Йәнә шул тормошто белмәү сәбәпсе. Үҙемдең яртымды тапҡанымды мин аңламаным. Һин дә аңламаның. Беҙ икебеҙ ҙә транжирҙар.
– Ә һин ваҡытты бушҡа үткәрмәйһең, – тип көрһөндө ҡатын. – Барыһын да уйлағанһың, хәл иткәнһең, һығымталар яһағанһың. Ә мин башым-тояғым менән һаман ығы-зығыла: өй, баҡса, ҡыҙым тураһында хәстәрлек.
– Һинең ваҡытың етмәгән әле.
– Ә һинеке еттеме?
– Етте. Хушлашыу ишек ҡаға.
– Фантазер, – ҡатын йылмайҙы. – Фантазер инең, һаман шулай икәнһең. Әгәр һин бер ун йылдан йәнә килһәң, мин бер ҙә аптырамаясаҡмын.
– Фетр эшләпәлә, таяҡҡа таяныпмы?
– Бына мәрәкә була инде, – тип көлдө ҡатын кинәнес менән. – Таяҡҡа таянған Вертер аҡһай-туҡһай миңә ҡарай йүгерә. Әйткәндәй, һин һаман нимессәнән тәржемә итәһеңме?
– Юҡ. – Землемер баш һелкте. – Ул телде күптән оноттом инде. Беҙ мәңгегә айырылышҡас уҡ тигәндәй ташланым. Өс кенә һүҙбәйләнеште хәтерләйем хәҙер: гутен абенд, зибсен ойх, их либе зих, Шарлот...
– Ярай әле һуңғыһын онотмағанһың, – ҡатындың ҡарашы ҡунағын теремек һәм күңелле ҡарманы, – һин йәш ваҡыттағыса әле лә йәш, шаяртаһың, юморың һаҡланған. Алдан күреүсәнлегеңә һис ышанмайым.
– Ышанма, – тип етди генә ризалашты ир. – Нишләп һин минең мәшәҡәттәргә сумырға тейешһең әле?
– Ә мин һаман уҡыйым. Бөгөнгө немец әҙәбиәтен бөтөнләй аңламайым, хәйер, Мәскәүҙекен дә аңламайым. Иҫкеләрҙән шул уҡ Гете, Гейне, Лессинг.
– Молодец! – тип ҡәнәғәтлек белдерҙе ир. – Һин һәр саҡ атай-әсәйеңә, әхирәттәреңә, идеяларыңа, комсомолға, бәләкәй тыуған илеңә тоғро булдың. Иреңә лә тоғролоҡ һаҡлағанһыңдыр?
– Мин уның һуңғы көнөнә тиклем тоғро ҡалдым, – ҡәтғи әйтте ҡатын, бәхәскә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп әйтте. – Ә бит ул быға йыш ҡына лайыҡ та түгел ине.
Тамам ҡараңғы төшкәнсе диңгеҙ шауын тыңлап ултырҙылар. Йомшаҡ елдең әҙерәк көсәйгән мәлдәрендә тулҡындарҙың ярға шылышҡаны, ваҡ таштарҙың ҡыбырлағаны ишетелә.
– Йоҡларға ваҡыт, – тине ҡатын. – Мин иртәсел ҡош, алтыла аяҡ өҫтөндә, ҡояш менән бергә торам.
Ир өндәшмәне.
– Һиңә урынды верандаға йәйәйемме? Төнө буйы диңгеҙ шауын тыңлап ятырһың.
Ир йәнә һүҙһеҙ ҡалды.
Ҡатын ултырғысын шыуҙырып уның ҡаршыһына ултырҙы.
– Ниңә һүҙһеҙ ҡалдың? Нимәгә үсектең, ҡарт Вертер? Беҙ бер ҡасан да бергә була алмайбыҙ. Ишетәһеңме, бер ҡасан да. Шулай уҡ бөгөнгө төндә лә. Мәрхүм иремә тоғролоҡ һаҡлауымдан ғына түгел, юҡ, ә ҡарт, туҙған тәнемде һинең күреүеңде теләмәйем. Минең нисек булғанымды хәтерләйһеңдер? Йәш, һомғол оҙон буйлы, көслө: миңә йәше лә, ҡарты ла ҡарай торғайны. Һинең ҡараштарыңды ла иҫләйем. Шулай алиһәгә генә ҡарайҙар, йоторҙай булып. – Ҡатын ирендәрен тешләне. – Һуңғы сәғәттәреңә тиклем йәшлегемдә нисек күргәнһең, хәтереңдә шул килеш ҡалырға теләйем. Әйт, зинһар, ниңә килдең миңә? Күңелемде тамам иләҫ-миләҫ иттең бит.
Ҡатын түгелеп иларға тотондо.
Ир уның йәнәшәһенә ултырҙы ла яурындарынан ҡосаҡланы.
– Ғәфү ит, – тине ул ғәйепле тонда. – Мин һине икенсе төҫтә: күҙҙәреңде, һүҙҙәреңде, ниһайәт, йөрәгеңде иҫлә­йем. Мин шуларҙы күрергә килдем. Һин минең өсөн элеккесә сибәр, ҡәҙерле, ымһындырғыс.
– Яҡшы һүҙҙәрең өсөн рәхмәт. Һине күргәс саҡ илап ебәрмәнем, ҡасандыр мин яратҡан кешеме был, тим. Һин әле лә аҡыллы, һөйкөмлө.
Ир яңаҡтары менән ҡатындың яурынына терәлде. Йәнә һүҙһеҙ ҡалдылар.
– Ул саҡта ла диңгеҙ әлеге ише ине, – тип шыбырҙаны ир.
– Бер ҙә әлегесә мығырҙамай инесе, – тип шулай уҡ шыбырҙап ҡаршы төштө ҡатын. – Диңгеҙ төнө буйы мөхәббәт тураһында йырланы, ә беҙ төнө буйы күҙ ҙә йомманыҡ. Мин һинең һәр һүҙеңде иҫләйем. Әйтерһең, барыһы ла кисә генә булған. Һин миңә «Лорелей»ҙы уҡының, тауышың тулҡынланыуҙан ҡалтырап сыға, һин хәҙер уларҙы онотҡанһыңдыр.
– Онотманым. Шиғырҙы уҡып бөткән һайын, их либе зих, Шарлот, тип өҫтәнем. Шулаймы?
Йәнә көлөштөләр.
Ҡыуаҡлыҡта күҙгә күренмәгән йоҡоло ҡош ҡысҡырҙы.
– Төнгө ике, – тине лә ҡатын урынынан ҡалҡынды, – Һине ошонда, верандала ҡалдырһам, үпкәләмәҫһеңме?
– Юҡ. Шулай яҡшы булыр, – бер килке һүҙһеҙ торғас, ир көлөмһөрәне лә өҫтәне, – һин һәр саҡ минән аҡыллыраҡ булдың. Ни өсөн беҙ бергә түгел?
Утты яндырмай ғына ул түшәк йәйҙе, ирҙең эргәһенә килде лә ирендәренән үпте.
– Һин элеккесә тәмлеһең, – тине лә өйгә инеп китте.
Ир өҫтөнә ябынды, төнгө диңгеҙ шауын тыңлап ятты. Ярға һуҡҡан тулҡындар уның ауыр кәүҙәһен күтәреп алғандар ҙа бәүелтә-иркәләй ҡара, һалҡын тәрәнлеккә алып китеп баралар кеүек...
Бер нисә көн улар диңгеҙ ярындағы ҡала ситендә йөрөнө, Судакка барҙы. Максимилиан Волошин ҡәберен, Айвазовский музейын ҡараны.
– Беҙгә ҡәҙерле бөтә урындарҙы ла йөрөп-ҡарап сыҡтыҡ, – тине ҡатын оло ҡәнәғәтлек менән.
– Бармаған бер урын ҡалды шулай ҙа, – тип яуапланы ир. – Коктебелдәге пляж.
– Ә унда бармайбыҙ, – ҡатын шаян ғына итеп бармаҡ янаны. – Сырыш баҫҡан ҡарт тәнемде күрһәтәсәгем юҡ. Бер ҡасан да! Вәт!

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 8-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook