«Икәү үткән нурлы һуҡмаҡтарҙы Оноттора алмай йылдар ҙа...»
Ҡыйғы төбәге тыуҙырған яҙыусыларҙың береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Хәкимйән 75 йәшенә аяҡ баҫа. Ғүмер буйы әҙәбиәттән алыҫ булған өлкәләрҙә, етәксе урындарҙа хеҙмәт итһә лә, уның күңеле һәр ваҡыт илһам ҡошо менән бергә талпынған. Тиҫтәнән ашыу шиғри йыйынтыҡ, ете йөҙҙән артыҡ йыр һүҙҙәре авторы ул.
Барыһы ла иҫтә әле һаман
Ағастарҙың толомдарын тарап,
Көҙгө елдәр йөрөй һыҙғырып,
Бар донъяға хужа булып алған –
Япраҡтарҙы китә туҙҙырып.
Ут-япраҡтар хәтирәләр булып,
Һибеләләр көҙгө юлдарға,
Икәү үткән нурлы һуҡмаҡтарҙы
Оноттора алмай йылдар ҙа.
Барыһы ла иҫтә әле һаман,
Тәүге һөйөү, гүзәл йәш саҡтар,
Күҙ алдымда һинең буй-һындарың,
Хәтеремдә яҡҡан усаҡтар!
Беҙ танышҡан матур, нурлы туғай
Һаман күркәм, һаман шул икән,
Әллә ямғыр биттәремде йыуа,
Әллә улар күҙ йәштәрем микән?!
Һине эҙләп, осрашыуҙар көтөп,
Таныш һуҡмаҡтарҙан үткәндә,
Балҡып китә йәндә тәүге һөйөү,
Ғүмер көҙҙәремә етһәм дә.
...Ут-япраҡтар хәтирәләр булып,
Һибеләләр көҙгө юлдарға,
Икәү үткән нурлы һуҡмаҡтарҙы
Оноттора алмай йылдар ҙа.
Күңел илай
Ҡыйынлыҡта үҫһәк тә беҙ,
Күңелебеҙ бай ине.
Әсәйҙәрҙең изгелеге
Йәнебеҙгә май ине.
Бер телемде бишкә бүлдек,
Беҙ, һуғыш балалары,
Йөрәктә мәңге һаҡланыр
Уңалмаҫ яралары.
Һис ҡасан да онота алмам
Балтырғанлы аштарҙы,
Кесерткән һәм башаҡ, ярай,
Һаҡлап ҡалды баштарҙы.
Әсәйҙәрҙең күңел нуры
Беҙҙе етем итмәне,
Түҙергә, эшкә өйрәтте,
Улар эҙһеҙ үтмәне.
Замандар инде үҙгәрҙе,
Тамаҡ туҡ, өҫтәр бөтөн,
Тик әллә күпме сабыйҙар
Атай-әсәйһеҙ бөгөн.
Хәмер еткән бит баштарға,
Сабыйҙар хәйер һорай,
Оялары туҙғандарға
Әсенеп күңел илай.
Ғүмер һандығы
Семәрләнгән йәшел һандыҡ
Эстәрендә ни икән?
Үткәндәрҙең иҫтәлеге
Һаман да тере икән!
Әллә күпме хәтирәләр
Һаҡлана шул һандыҡта.
Бар ғүмерҙәр һыйған, гүйә,
Ҡайғыһы ла, шатлыҡ та.
Ана ағы – туй күлдәге,
Ә был уның кейеме.
Яу ҡырынан килгән хаттар,
Миҙалдары иренең.
...Һуңғы юлға бары әҙер:
Өләшәһе бүләге.
Кемгә ҡалыр ғәзиз һандыҡ,
Әрнеп тибә йөрәге.
Йәшәрһең күңелдәрҙә
(йырсы Вәсилә Фәттәхова иҫтәлегенә)
«Тыуған яҡ» менән танылдың,
Мең-мең күңелгә индең.
Моңдарың өҙҙө йөрәкте,
Ҙур сәхнәләргә мендең.
«Атай-әсәй» ғәзиздәрҙе
Йырланың да данланың.
«Ҡыҙ бала»ның яҙмыштарын
Һин бит нығыраҡ аңланың.
«Яңғыҙ миләш»тәрең менән
Тетрәндерҙең йәндәрҙе,
Зарҙы йыуып күңелдәрҙе
Ямғырҙай кинәндерҙең.
Һин башҡарған йырҙарҙы гел
Тыңланылар һоҡланып,
Уйландырҙың, дәртләндерҙең,
Яратты һине халыҡ.
Илаһи моң, сихри тауыш
Бирелгәндер Хоҙайҙан.
Күрәһең, нурҙар алғанһың
Йондоҙҙарҙан һәм айҙан!
Юғалтыуҙан һыҙлай йәндәр,
Әрней туғандар, дуҫтар,
Һине юҡһыныпмы әллә
Тынып ҡалдылар ҡоштар?!
Һин изгелек сәсеп киттең
Илкәйеңә, халҡыңа,
Матурлыҡтар өләштең гел,
Юлдар ярҙың яҡтыға!
Һин йәшәрһең күңелдәрҙә
Йырҙарың, моңоң менән,
Ожмахта булһын урының,
Балҡыһын нурың менән,
Балҡыһын нурҙар менән!!!
Барыһы ла иҫтә әле һаман
Ағастарҙың толомдарын тарап,
Көҙгө елдәр йөрөй һыҙғырып,
Бар донъяға хужа булып алған –
Япраҡтарҙы китә туҙҙырып.
Ут-япраҡтар хәтирәләр булып,
Һибеләләр көҙгө юлдарға,
Икәү үткән нурлы һуҡмаҡтарҙы
Оноттора алмай йылдар ҙа.
Барыһы ла иҫтә әле һаман,
Тәүге һөйөү, гүзәл йәш саҡтар,
Күҙ алдымда һинең буй-һындарың,
Хәтеремдә яҡҡан усаҡтар!
Беҙ танышҡан матур, нурлы туғай
Һаман күркәм, һаман шул икән,
Әллә ямғыр биттәремде йыуа,
Әллә улар күҙ йәштәрем микән?!
Һине эҙләп, осрашыуҙар көтөп,
Таныш һуҡмаҡтарҙан үткәндә,
Балҡып китә йәндә тәүге һөйөү,
Ғүмер көҙҙәремә етһәм дә.
...Ут-япраҡтар хәтирәләр булып,
Һибеләләр көҙгө юлдарға,
Икәү үткән нурлы һуҡмаҡтарҙы
Оноттора алмай йылдар ҙа.
Күңел илай
Ҡыйынлыҡта үҫһәк тә беҙ,
Күңелебеҙ бай ине.
Әсәйҙәрҙең изгелеге
Йәнебеҙгә май ине.
Бер телемде бишкә бүлдек,
Беҙ, һуғыш балалары,
Йөрәктә мәңге һаҡланыр
Уңалмаҫ яралары.
Һис ҡасан да онота алмам
Балтырғанлы аштарҙы,
Кесерткән һәм башаҡ, ярай,
Һаҡлап ҡалды баштарҙы.
Әсәйҙәрҙең күңел нуры
Беҙҙе етем итмәне,
Түҙергә, эшкә өйрәтте,
Улар эҙһеҙ үтмәне.
Замандар инде үҙгәрҙе,
Тамаҡ туҡ, өҫтәр бөтөн,
Тик әллә күпме сабыйҙар
Атай-әсәйһеҙ бөгөн.
Хәмер еткән бит баштарға,
Сабыйҙар хәйер һорай,
Оялары туҙғандарға
Әсенеп күңел илай.
Ғүмер һандығы
Семәрләнгән йәшел һандыҡ
Эстәрендә ни икән?
Үткәндәрҙең иҫтәлеге
Һаман да тере икән!
Әллә күпме хәтирәләр
Һаҡлана шул һандыҡта.
Бар ғүмерҙәр һыйған, гүйә,
Ҡайғыһы ла, шатлыҡ та.
Ана ағы – туй күлдәге,
Ә был уның кейеме.
Яу ҡырынан килгән хаттар,
Миҙалдары иренең.
...Һуңғы юлға бары әҙер:
Өләшәһе бүләге.
Кемгә ҡалыр ғәзиз һандыҡ,
Әрнеп тибә йөрәге.
Йәшәрһең күңелдәрҙә
(йырсы Вәсилә Фәттәхова иҫтәлегенә)
«Тыуған яҡ» менән танылдың,
Мең-мең күңелгә индең.
Моңдарың өҙҙө йөрәкте,
Ҙур сәхнәләргә мендең.
«Атай-әсәй» ғәзиздәрҙе
Йырланың да данланың.
«Ҡыҙ бала»ның яҙмыштарын
Һин бит нығыраҡ аңланың.
«Яңғыҙ миләш»тәрең менән
Тетрәндерҙең йәндәрҙе,
Зарҙы йыуып күңелдәрҙе
Ямғырҙай кинәндерҙең.
Һин башҡарған йырҙарҙы гел
Тыңланылар һоҡланып,
Уйландырҙың, дәртләндерҙең,
Яратты һине халыҡ.
Илаһи моң, сихри тауыш
Бирелгәндер Хоҙайҙан.
Күрәһең, нурҙар алғанһың
Йондоҙҙарҙан һәм айҙан!
Юғалтыуҙан һыҙлай йәндәр,
Әрней туғандар, дуҫтар,
Һине юҡһыныпмы әллә
Тынып ҡалдылар ҡоштар?!
Һин изгелек сәсеп киттең
Илкәйеңә, халҡыңа,
Матурлыҡтар өләштең гел,
Юлдар ярҙың яҡтыға!
Һин йәшәрһең күңелдәрҙә
Йырҙарың, моңоң менән,
Ожмахта булһын урының,
Балҡыһын нурың менән,
Балҡыһын нурҙар менән!!!
Теги: Радик Хәкимйән