«Беҙҙең күңел быуат кеүек сабыр, Беҙҙең йөрәк – ҡояш-ут шары...»
Бәрәкәтле Тәтешле ерендә тыуып үҫкән, байтаҡ йылдар Татарстанда йәшәп, хәҙер Өфөлә көн иткән татар телендә ижад итеүсе шағирә, ғалимә, журналист, эшҡыуар Ләйсән Кәшфи шиғырҙары тормоштоң үҙе һымаҡ төрлө һәм күп ҡырлы. Йән тыныслығына, иман юлына әйҙәгән ипле, тын моң да, хистәр буранына ураған әрнеүле ҡайтауаз да, зиһенде айныҡтырыр һалҡын шишмә сыңы ла ишетелә унда.
Аһ, ул саҡтар
Аһ, ул саҡтар...
Онотолор тимә,
Ул саҡтарҙың юйма баһаһын,
Күк ҡабағы асылыуға тиң мәл
Күңелдәрҙә һүнмәй йәшәһен.
Был тормошта әгәр нәфрәт баҫһа,
Урын табалмаһаң йәнеңә,
Көс алырһың бер ҡат, уйҙарыңда
Ҡайт һин беҙҙең йәшлек таңына.
Яңғыҙлыҡтан йәнең туңһа әгәр,
Күңелең тулһа айлы кистәрҙә,
Һин онотма: һүрелмәҫлек йылы
Йәшәй әле беҙҙең хистәрҙә.
Донъя тулы афәт. Ҡояш һүнеп,
Ҡараңғыла ҡалһа яҙмышың,
Һин хәтерлә күҙҙәр осрашҡанда
Хасил булған йыһан яҡтыһын,
Ҡояш уның һәр бер сатҡыһы.
Мин бәхетле икәнемде беләм
Мин бәхеттең яҙылғанын беләм,
Мин яҙмыштан бәхет эҙләп киләм.
Аяҡ салыусыға сәләм бирәм,
Илар урында ла балҡып көләм,
Мин яҙмыштан бәхет эҙләп киләм.
Мөхәббәтле икәнемде беләм,
Мин илаһи һөйөү эҙләп киләм.
Упҡын-һикәлтәләр – үткәнемдә,
Киләсәгем – хәтфә йәшел келәм,
Мин һөйөүҙән бәхет эҙләп киләм.
Күңелкәйем тулы иман менән,
Кафыр йәнгә бәхет юҡтыр, беләм.
Был донъяны шашып яратыуҙа
Ожмах ғәме, иман нуры күрәм,
Мин бәхетле икәнемде беләм.
Ҡатын-ҡыҙҙар
«Ҡатын-ҡыҙға, ай-һай, бик күп кәрәк», –
Тигән һүҙҙе мәңге өнәмәм.
Беҙ – илаһи заттар, ошо ерҙә
Тик матурлыҡ эҙләп йөҙәгән.
Мохтаж заттар һыңар йылы һүҙгә,
Матур ҡараштарға тилмергән,
Күпме ғәмһеҙлеккә түҙәбеҙ беҙ,
Хоҙай беҙҙе ҡойған тимерҙән.
Ҡотоп һалҡынында туңған йәндәр,
Ҡайнар сүлдә һыуға зарыҡҡан,
Беҙ ҡатын-ҡыҙ булып ҡала белгән,
Йығылғансы эшләп арып та.
Бер йылмайыу етә, бер ихлас һүҙ,
Һулыған ерҙән сәскә атабыҙ.
Ҡырмыҫҡалай, беҙ – фиҙакәр заттар,
Кәрәк икән, тау-таш ватабыҙ.
Беҙҙең күңел быуат кеүек сабыр,
Беҙҙең йөрәк – ҡояш-ут шары.
Нур сәсәбеҙ, ҡара ямғырҙан һуң
Болот киткәс тынып, бушанып.
Тәҙрә төбөндәге гөлдәр кеүек,
Наҙға мохтаж ғәзиз йәндәр беҙ.
Ҡатын-ҡыҙға бер ҙә күп кәрәкмәй,
Зинһар, беҙҙе дөрөҫ аңлағыҙ.
Һибелмә әле
Шәфҡәтлелек ерҙә маҡталһа ла,
Туғандарға, дуҫҡа, танышҡа,
Үҙ-үҙеңде ҡырҡ яҡҡа һин өҙөп,
Түгелеп-сәселеп берүк яң(ы)лышма.
Һәр кешенең Хоҙай насип иткән
Үҙ ризығы, шәхси тормошо.
Билең өҙөлгәнсә йөк тейәрҙәр,
Үтәй барһаң кеше йомошон.
Бер кем рәхмәт әйтмәҫ,
Ярҙамыңды
Шулай тейеш тиеп ҡарарҙар.
Хәлең бөтөп, ярҙам ит(ә) алмаһаң,
Йәберләрҙәр һине, ҡарғарҙар.
Һибелмәсе елдәр иҫкән һайын,
Эй, ҡыҙғанам хәләл көсөңдө.
Йыш(ы)раҡ уйла ауыр тормош йөгөн
Бергә тартып барған кешеңде.
Пәйғәмбәрҙәр һүҙе: Ир кешенең
Ғаиләлә – иң төп бурысы.
Хоҙай ҡаршыһында яуаптың да
Һауаптың да ҙуры шул, ысын.
Матур һүҙ
Матур һүҙҙәр иренеңә бик килешә,
Йылмайыуың нурын һибә йөҙҙәреңә.
Йөрәгеңдең тибешенән йылы килә,
Күңелеңдең ихласлығы – күҙҙәреңдә.
Матур һүҙең ләйсән һымаҡ һыуһағанда,
Шифа кеүек һыҙлағанда күңел ҡылы.
Кешеләргә бүләк иткән ошо һүҙҙән
Башланалыр һине көткән бәхет юлы.
Аһ, ул саҡтар
Аһ, ул саҡтар...
Онотолор тимә,
Ул саҡтарҙың юйма баһаһын,
Күк ҡабағы асылыуға тиң мәл
Күңелдәрҙә һүнмәй йәшәһен.
Был тормошта әгәр нәфрәт баҫһа,
Урын табалмаһаң йәнеңә,
Көс алырһың бер ҡат, уйҙарыңда
Ҡайт һин беҙҙең йәшлек таңына.
Яңғыҙлыҡтан йәнең туңһа әгәр,
Күңелең тулһа айлы кистәрҙә,
Һин онотма: һүрелмәҫлек йылы
Йәшәй әле беҙҙең хистәрҙә.
Донъя тулы афәт. Ҡояш һүнеп,
Ҡараңғыла ҡалһа яҙмышың,
Һин хәтерлә күҙҙәр осрашҡанда
Хасил булған йыһан яҡтыһын,
Ҡояш уның һәр бер сатҡыһы.
Мин бәхетле икәнемде беләм
Мин бәхеттең яҙылғанын беләм,
Мин яҙмыштан бәхет эҙләп киләм.
Аяҡ салыусыға сәләм бирәм,
Илар урында ла балҡып көләм,
Мин яҙмыштан бәхет эҙләп киләм.
Мөхәббәтле икәнемде беләм,
Мин илаһи һөйөү эҙләп киләм.
Упҡын-һикәлтәләр – үткәнемдә,
Киләсәгем – хәтфә йәшел келәм,
Мин һөйөүҙән бәхет эҙләп киләм.
Күңелкәйем тулы иман менән,
Кафыр йәнгә бәхет юҡтыр, беләм.
Был донъяны шашып яратыуҙа
Ожмах ғәме, иман нуры күрәм,
Мин бәхетле икәнемде беләм.
Ҡатын-ҡыҙҙар
«Ҡатын-ҡыҙға, ай-һай, бик күп кәрәк», –
Тигән һүҙҙе мәңге өнәмәм.
Беҙ – илаһи заттар, ошо ерҙә
Тик матурлыҡ эҙләп йөҙәгән.
Мохтаж заттар һыңар йылы һүҙгә,
Матур ҡараштарға тилмергән,
Күпме ғәмһеҙлеккә түҙәбеҙ беҙ,
Хоҙай беҙҙе ҡойған тимерҙән.
Ҡотоп һалҡынында туңған йәндәр,
Ҡайнар сүлдә һыуға зарыҡҡан,
Беҙ ҡатын-ҡыҙ булып ҡала белгән,
Йығылғансы эшләп арып та.
Бер йылмайыу етә, бер ихлас һүҙ,
Һулыған ерҙән сәскә атабыҙ.
Ҡырмыҫҡалай, беҙ – фиҙакәр заттар,
Кәрәк икән, тау-таш ватабыҙ.
Беҙҙең күңел быуат кеүек сабыр,
Беҙҙең йөрәк – ҡояш-ут шары.
Нур сәсәбеҙ, ҡара ямғырҙан һуң
Болот киткәс тынып, бушанып.
Тәҙрә төбөндәге гөлдәр кеүек,
Наҙға мохтаж ғәзиз йәндәр беҙ.
Ҡатын-ҡыҙға бер ҙә күп кәрәкмәй,
Зинһар, беҙҙе дөрөҫ аңлағыҙ.
Һибелмә әле
Шәфҡәтлелек ерҙә маҡталһа ла,
Туғандарға, дуҫҡа, танышҡа,
Үҙ-үҙеңде ҡырҡ яҡҡа һин өҙөп,
Түгелеп-сәселеп берүк яң(ы)лышма.
Һәр кешенең Хоҙай насип иткән
Үҙ ризығы, шәхси тормошо.
Билең өҙөлгәнсә йөк тейәрҙәр,
Үтәй барһаң кеше йомошон.
Бер кем рәхмәт әйтмәҫ,
Ярҙамыңды
Шулай тейеш тиеп ҡарарҙар.
Хәлең бөтөп, ярҙам ит(ә) алмаһаң,
Йәберләрҙәр һине, ҡарғарҙар.
Һибелмәсе елдәр иҫкән һайын,
Эй, ҡыҙғанам хәләл көсөңдө.
Йыш(ы)раҡ уйла ауыр тормош йөгөн
Бергә тартып барған кешеңде.
Пәйғәмбәрҙәр һүҙе: Ир кешенең
Ғаиләлә – иң төп бурысы.
Хоҙай ҡаршыһында яуаптың да
Һауаптың да ҙуры шул, ысын.
Матур һүҙ
Матур һүҙҙәр иренеңә бик килешә,
Йылмайыуың нурын һибә йөҙҙәреңә.
Йөрәгеңдең тибешенән йылы килә,
Күңелеңдең ихласлығы – күҙҙәреңдә.
Матур һүҙең ләйсән һымаҡ һыуһағанда,
Шифа кеүек һыҙлағанда күңел ҡылы.
Кешеләргә бүләк иткән ошо һүҙҙән
Башланалыр һине көткән бәхет юлы.
Теги: Ләйсән Кәшфи шағирә