Бала осраҡлы тыумай

Бала осраҡлы тыумай Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ ижадына йәшәйеште нисек бар, шулай күрһәтергә ынтылыш, һәр ваҡиғаны ла, уның һөйөнөслө йә көйөнөслө булыуына ҡарамаҫтан, ихлас, яратып, аңлап, бөҙрәләтмәй генә, әммә тәмләп һүрәтләү хас. Тап ошо үҙенсәлеге өсөн дә уҡыусылар уның тормошсан яҙмаларын көтөп ала.

Бала осраҡлы тыумай
Хикәйә

Бөйөк Еңеүгә алты йыл үтеп китһә лә, һуғыш туптары гөрһөлдәп торғандай, бер-бер артлы снарядтар ярылғандай, атыу тауыштары ишетелгәндәй. Миллионлаған кешеләрҙең яҙмыштарына уйылып, тормоштарына күсеп яңғыраған шаңдауҙарҙың ауазы бик оҙаҡ йылдарға етер әле. Шаңдауҙар йәшнәүҙәрҙән һуң ишетелә шул. Йәшендәрҙән һуң күк дөһөрләй...
Ҡырҡҡа ярылырҙай, меңгә сәрпелерҙәй булып һуғыштан ҡалған емереклек-өҙөклөктәрҙән арынырға, илде аяҡҡа баҫтырырға, тип ҡырталашҡанда, билдәрҙе биштән быуып, астан-ас килеш миктәгәндә, Таулы районы партия комитетына сетерекле йөкмәткеле хат килеп төштө. Башҡа ваҡыт булһа, бер асыу.
Бала осраҡлы тыумай
Хат авторҙары үҙҙәрен «Беҙ, Мәтәл ауылының бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары» тип атаған, тик исемдәрен әйтеп тормаған. Әгәр ҙә хат яңыраҡ ҡына район комитетының беренсе секретары булып эшләй башлаған Любимов Василий Викторовичҡа адресланмаған булһа, ундай уҡ ғауға ла тыуҙырмайынса, башҡа ҡағыҙҙар араһында юғалған булыр ине. Һәр хәлдә, күрмәмешкә һалышырҙар ине.
Сығышы менән Ырымбур өлкәһенән Василий Любимов. Күптән түгел генә был вазифаны биләгәндән һуң үҙенә йомош менән килеүсе һәр кешене оло сабырлыҡ менән тыңлап, һәр үтенесте, һәр хатты ихласлап ыңғай хәл итеү яғын ҡараны. Уның башҡортса һөйләшеүе район халҡы өсөн көтөлмәгән мөғжизәгә тиң булды. Ырымбур өлкәһенең Туҡ йылғаһы буйы башҡорт ауылдары уратыуындағы урыҫ ауылында тыуып үҫкәйне Василий Викторович. Таулы райкомына беренсе секретарь булып тәғәйенләнгәндән һуң ул тәүге партия йыйылышында телмәрен башҡортса тотто. Уның ҡарауы, урындағы аҫабалар телдәрен вата-емерә урыҫса һупаланы.
Бығаса райондың етәкселәре урындағы халыҡ вәкиленән булғас, улар аноним хатта яҙылған бындай хәлдәргә иғтибар итеүҙе «өйҙән сүп-сар сығарыу» тип кенә ҡараны. Һуғыш тыуҙырған шаңдау тип, тормоштоң бындай ваҡлыҡтарына ҡолаҡ та һалмаҫ ине улар.
Василий Викторович иһә авторҙары күрһәтелмәгән хатҡа айырым диҡҡәт бүлде. Өҫтәүенә, райком инструкторы, кисәге һуғыш ветераны
Әғләм Хәлитовты бүлмәһенә саҡырып хатты тапшырғанда, шундай һүҙҙәрҙе әйтте: «Мәтәл ауылына барырға, хатҡа яҙылған факттарҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә. Бер көндән миңә хәбәр итергә!»
Хаттың йөкмәткеһе Мәтәл ауылында күҙәтелгән ғәҙәттән тыш хәл хаҡында, түбәндәгесә ине:
«Хөрмәтле Любимов иптәш!
Беҙ, Мәтәл ауылының бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары, түҙеп торғоһоҙ хәлде һеҙгә еткерергә кәрәкле тип таптыҡ. Эш шунда: колхозыбыҙ фермаһында һауынсы булып эшләүсе, 1941 йылдан партия ағзаһы Ҡәмәриә Саматова үҙенең коммунистарға хас булмаған ҡылығы менән ауылыбыҙға, намыҫлы хеҙмәт итеүсе һуғыш ветерандарына, уларҙың һөйөклө кәләштәренә, тол ҡатындарға тап төшөрә. Саматованы ураған һайын «Һәр һыйырҙан шунсама һөт һауыуға, 30 һыйырҙан 35 быҙау алыуға өлгәшә» тип маҡтап район гәзитенә яҙалар, өрмәгән ергә ултыртмайҙар. Әммә ул быҙау ғына алдымы икән? Ул һуғыш йылдарында бер-бер артлы ауылыбыҙҙың төрлө ирҙәренән ғәйептән биш бала тапты. Тап уның ошондай аҙғынлығы арҡаһында бер нисә ғаилә тарҡалыу сигенә етте.
Ҡ. Саматова ошо ҡылығы менән ауылыбыҙҙың намыҫлы коммунистарынан, районыбыҙҙың партия комитетынан, Василий Викторович, һеҙҙең йөҙҙән көлә. Беҙ был мәсьәлә буйынса һеҙҙән алда беренсе секретарь вазифаһын башҡарыусы ике иптәшкә мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, әммә яуап урынына киҫәтеү генә алдыҡ. Шуның өсөн дә үҙебеҙҙең исем-шәрифтәрҙе яҙмайбыҙ, сөнки ҡурҡабыҙ. Ҡ. Саматова хеҙмәт алдынғыһы булып йөрөй. Ул, эштәге уңыштары менән башҡаларҙан бер яғы менән айырылмаһа ла, йылмаяҡ холҡо, көләс тәбиғәте менән барыһына ла ярай һәм үҙенә иғтибар иттерә белә.
«Ир бирмәк – йән бирмәк», ти халыҡ үҙенең бер мәҡәлендә. Беҙ, йәғни Мәтәл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, хәләл ирҙәребеҙҙе шундай битһеҙ, аҙғын бисә менән уртаҡлашырға теләмәйбеҙ. Һуғышҡа беҙҙең ауылдан киткән һәр биш ирҙең икәүһе генә имен-аман әйләнеп ҡайта алды. Хәҙер сама менән һәр иргә ике-өс ҡатын тура килә. Әгәр ҙә ошо аҙғын ҡатындың баш-баштаҡлығын туҡтатмаһағыҙ, уның насар йоғонтоһонда тыумалар аҫраған ауылға әүерелмәҫбеҙ тимә.
Василий Викторович! Беҙ һеҙҙе принципиаль иптәш, ысын коммунист, намыҫлы етәксе итеп беләбеҙ. Шуға күрә ауылыбыҙҙа боҙоҡлоҡ таратыусы, ирҙәребеҙҙе аҙҙырыусы Ҡ. Саматоваға партияның ғәҙел хөкөмө менән яза биреүегеҙҙе, уны партия сафынан сығарыуығыҙҙы үтенеп һорайбыҙ, талап итәбеҙ...»

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 6-сы һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook