«Ғазап булғас, тимәк, бәхет булған»
Таңһылыу Ҡарамышева – фәйләсүф шағирә. Күҙе төшкән һәр нөктә, һәр әйбер, һәр күренеш аша ул яҡшы менән ямандың донъяны ике яҡлап тотоп тороуы, мөхәббәт һәм нәфрәт аша ғына кешелектең йәшәү асылдарын таный алыуы хаҡында бәйән итә.
Ҡояш
Ҡояш ҡына, тик ул яҡтырта
Ҡараңғыға сумған донъяны.
Донъя яҡты ҡояш яҡтыға!
Ҡояш сыҡмағанда ҡараңғы.
Ҡояш кеүек, хаҡлыҡ яҡтырта
Барлыҡ дәүер, барлыҡ заманды.
Донъя яҡты хаҡлыҡ яҡлыға!
Хаҡлыҡ байығанда ҡараңғы.
Йән ҡояшы беҙҙе яҡтырта,
Айырттыра яҡшы-яманды,
Йәшенерлек урын ҡалдырмай,
Үтә күрендерә ялғанды.
Шикләнерлек урын ҡалдырмай
Нурландырғыс күңел ҡояшы:
Донъя матур йәне матурға!
Эй, хистәрҙең күккә олғашы...
Тынлыҡ
Тауҙар тыңлай йылғаларҙы,
Тыңлай шаршы шарлауын.
Тыңлай ҡара урмандарҙың
Ел көйөнә шаулауын.
Тауҙар тыңлай донъяларҙы,
Тормош шауын ишетә,
Ҡаялары – ҡолаҡтары
Тыныслыҡты иш итә.
Тауышланмай, тып-тын улар,
Тауҙар тыңлай беләләр.
Һөрәндәргә, орандарға
Шундуҡ яуап бирәләр.
Шаңдауҙарға яуапламай,
Ауаз бирмәй түҙмәйем!
Тауҙар ни ҙә күңелем ни –
Айырмаһын һиҙмәйем.
Таш йәштәре
Ҡаяларҙа – таштар урмандары.
Ҡаяларҙа – таштар ҡыуышы.
Таш йылғалар унда, таш күлдәре –
Ҡаяларҙың ошо булмышы.
Бер нимә лә бында артыҡ түгел!
Упҡындарға сатнаҡ осҡанда,
Таш та илай, ҡая аҫтарынан
Шишмәләре бәреп сыҡҡанда.
Сүллек
Тулҡын-тулҡын йәйрәп ята
Һары ҡомлоҡ диңгеҙе.
Ҡайҙа киткән уның һыуы?
Сүллек нимә билгеһе?
Ҡайҙа һөйөү диңгеҙҙәрем?
Йыялмайым иҫтәрем...
Һары һағыш сүллегендә
Ҡомға ҡалды хистәрем.
Ҡомдоң тулҡынына ятып,
Нисек итеп йөҙөргә?
Кеше кибә, һөйөү кипһә!
Мөмкин түгел түҙергә...
Им
Ғазап булғас, тимәк, бәхет булған.
Булған да ул, ташлап киткәндер.
Етемһерәп ҡалған ташландыҡ йән
Шәмәренеп, үкһеп бөткәндер.
Йәйғор булғас, яуыны ла булған.
Күк күкрәгәс, булған болото.
Болотлаған ҡара көндәреңдә
Булһа икән барыһын онотоп!
Барыһы үтер. Ваҡыт ҡына имсе,
Шифаларын бирер һис шикһеҙ.
Баҫылыр ул йөрәк әрнеүҙәрең!
Донъя булмаҫ һәр саҡ өшөткөс.
Дауам итер тормош. Бер кемдән дә
Инде бер ни өмөт итмәҫһең.
Бәхет булыр һинең тик үҙеңдә!
Өҙөлөп уны ситтән көтмәҫһең.
Ҡабырсаҡ
Ҡабырсаҡтан диңгеҙ шауын
Ишеткәндәй буламын.
Тулҡын тауышын тыңларға
Ҡолағыма ҡуямын.
Шау тыңлайым шауламайса –
Минең әле сабыр саҡ.
Алыштыра диңгеҙемде
Ҡолаҡтағы ҡабырсаҡ.
Юя йәндән һағышымды
Тулҡындарҙың ҡағышы,
Ҡабырсаҡтан ишетелгәс
Йөрәгемдең тауышы.
Тынысланам ахырҙа мин,
Үҙ-үҙемде ишетәм.
Һөйөү булған донъяларҙа
Йәшәп ятамын икән!
Ҡояш
Ҡояш ҡына, тик ул яҡтырта
Ҡараңғыға сумған донъяны.
Донъя яҡты ҡояш яҡтыға!
Ҡояш сыҡмағанда ҡараңғы.
Ҡояш кеүек, хаҡлыҡ яҡтырта
Барлыҡ дәүер, барлыҡ заманды.
Донъя яҡты хаҡлыҡ яҡлыға!
Хаҡлыҡ байығанда ҡараңғы.
Йән ҡояшы беҙҙе яҡтырта,
Айырттыра яҡшы-яманды,
Йәшенерлек урын ҡалдырмай,
Үтә күрендерә ялғанды.
Шикләнерлек урын ҡалдырмай
Нурландырғыс күңел ҡояшы:
Донъя матур йәне матурға!
Эй, хистәрҙең күккә олғашы...
Тынлыҡ
Тауҙар тыңлай йылғаларҙы,
Тыңлай шаршы шарлауын.
Тыңлай ҡара урмандарҙың
Ел көйөнә шаулауын.
Тауҙар тыңлай донъяларҙы,
Тормош шауын ишетә,
Ҡаялары – ҡолаҡтары
Тыныслыҡты иш итә.
Тауышланмай, тып-тын улар,
Тауҙар тыңлай беләләр.
Һөрәндәргә, орандарға
Шундуҡ яуап бирәләр.
Шаңдауҙарға яуапламай,
Ауаз бирмәй түҙмәйем!
Тауҙар ни ҙә күңелем ни –
Айырмаһын һиҙмәйем.
Таш йәштәре
Ҡаяларҙа – таштар урмандары.
Ҡаяларҙа – таштар ҡыуышы.
Таш йылғалар унда, таш күлдәре –
Ҡаяларҙың ошо булмышы.
Бер нимә лә бында артыҡ түгел!
Упҡындарға сатнаҡ осҡанда,
Таш та илай, ҡая аҫтарынан
Шишмәләре бәреп сыҡҡанда.
Сүллек
Тулҡын-тулҡын йәйрәп ята
Һары ҡомлоҡ диңгеҙе.
Ҡайҙа киткән уның һыуы?
Сүллек нимә билгеһе?
Ҡайҙа һөйөү диңгеҙҙәрем?
Йыялмайым иҫтәрем...
Һары һағыш сүллегендә
Ҡомға ҡалды хистәрем.
Ҡомдоң тулҡынына ятып,
Нисек итеп йөҙөргә?
Кеше кибә, һөйөү кипһә!
Мөмкин түгел түҙергә...
Им
Ғазап булғас, тимәк, бәхет булған.
Булған да ул, ташлап киткәндер.
Етемһерәп ҡалған ташландыҡ йән
Шәмәренеп, үкһеп бөткәндер.
Йәйғор булғас, яуыны ла булған.
Күк күкрәгәс, булған болото.
Болотлаған ҡара көндәреңдә
Булһа икән барыһын онотоп!
Барыһы үтер. Ваҡыт ҡына имсе,
Шифаларын бирер һис шикһеҙ.
Баҫылыр ул йөрәк әрнеүҙәрең!
Донъя булмаҫ һәр саҡ өшөткөс.
Дауам итер тормош. Бер кемдән дә
Инде бер ни өмөт итмәҫһең.
Бәхет булыр һинең тик үҙеңдә!
Өҙөлөп уны ситтән көтмәҫһең.
Ҡабырсаҡ
Ҡабырсаҡтан диңгеҙ шауын
Ишеткәндәй буламын.
Тулҡын тауышын тыңларға
Ҡолағыма ҡуямын.
Шау тыңлайым шауламайса –
Минең әле сабыр саҡ.
Алыштыра диңгеҙемде
Ҡолаҡтағы ҡабырсаҡ.
Юя йәндән һағышымды
Тулҡындарҙың ҡағышы,
Ҡабырсаҡтан ишетелгәс
Йөрәгемдең тауышы.
Тынысланам ахырҙа мин,
Үҙ-үҙемде ишетәм.
Һөйөү булған донъяларҙа
Йәшәп ятамын икән!
Теги: