САМАУЫР ҺЫРТЫ БИҘӘК…

САМАУЫР ҺЫРТЫ БИҘӘК… Рәйлә САБИТОВА уҡыусыны ябай ғына хәл-ваҡиғаларҙы ла тәмле тел менән һүрәтләүе арҡылы арбай. Ауылда йәшәп ижад иткән йәш яҙыусының яҙмалары һөйләгәндәренең донъяла булыуына ышандырып ҡына ҡалмай, һәр нескәлегенә тиклем күҙ алдына ла баҫтыра.

САМАУЫР ҺЫРТЫ БИҘӘК…
Хикәйә

Хайран-вайран эш бит был, ә?! Нисек инде, олоғара самауырҙы ниндәйҙер үрмәксе ауы уйынсыҡтай ғына күтәреп торһон ти? Үрелгән һайын бейегерәк, йырағыраҡҡа тарталар, етмәһә... Хәҙер генә ҡунаҡтар килергә тейеш, Сәрүәргә самауырға өҫтәп ҡуҙ һалырға кәрәк тәһә. Әмәлгә ҡалғандай, һеңлеһе килеп төшкән икән. Ниңә аптырап торорға, тине лә теп-тере ҡуҙ ырғытты ау өҫтөнә. Сырмалсыҡ-йәбешкәк ау был этлекте көтмәгән, ҡарайып-төтәп яна башланы. Эй һеңлекәше! Яланғас устары эҫе ҡуҙға нисек бешмәгән, ауырталыр барыбер...
САМАУЫР ҺЫРТЫ БИҘӘК…
...Тағы баҫлыҡҡан икән. Әллә ниндәй төштәр бимазалап уята, йөрәккә ял юҡ. Һеңлеһенең өтөп барған берәй хәбәре бар әллә, һуғылмай булмаҫ. Самауыр тигәндән, һөртөргә кәрәк әле уныһын, тоноҡланып ҡалғандай юғиһә. Ҡала фатирында йәшәһә лә, аш бүлмәһендә үрҙә самауыры тора Сәрүәрҙең. Тамырҙарың ауылға тоташһа, бала саҡтарың шунда үтһә, өләсәйҙәреңде самими балаларса ысын һөйөү менән яратһаң, шундай бер ҡомартҡы булырға тейештер өйҙә.
Матур ҙа инде! Ун литр һыу һыйҙырышлы, һиммәтле уҙамандай дәү ҡорһаҡлы, олпат, ялтыр... Заманында оло табындар йыйылыр ине уның янында. Өләсәһе, олатаһы, уларҙың дүрт улы, ике ҡыҙы, килендәре, ейән­сәрҙәре... Ике тиҫтәнән артып китәләр. Самауырҙы бер-ике бушатып, ҡабат шыжлатмайынса, һөйләшеп хәбәрҙәре лә бөтмәҫ, уйын-көлкө лә тынмаҫ. Сәрүәр кеүек бала-сағаларға сират тейгәнсе, емештәренән һығылып ултырған алмағастарҙы әллә нисә уратып баҫтырышын да, йәшенмәген дә уйнап-ҡыуышып сырҡылдаҡтары сығыр. Уйын менән мәж килһәләр ҙә, олаталарының мыҡты, һалмаҡ кәүҙәһенең ҡуҙғалғанын шәйләй һалалар, уның артынан башҡалары ҡыбырлағанын түҙем генә көтөп алып, өҫтәл тирәләй теҙелешәләр. Өләсәһенең һыйы шәп шул – йөҙөмө-күрәгәһе, балы-ҡаймағы, ҡоймағы-ҡорото... Сәрүәр гел самауыр янына йылыша. Сәй эскәндә күҙен алмай самауырҙың ялтыр һыртына текләп күҙәтеп ултыра. Үҙе бер серле донъя асыла бит уның биҙәктәренә сағылып! Табындағылар ниндәй генә сүрәткә инмәй: йә баш­түбән ултырған кеүектәр, йә танауҙары оло, күҙҙәре ҡыҫыҡ, ауыҙҙары бәлшәйгән, әкиәти иргәйелдәр, әйтерһең. Мәҙәк тә инде, телевизорың ары торһон. Әлегеләр ни, әллә ниндәй хан һыйы торһон алдарында, күҙҙәрен планшет-телефон экранынан айыра алмай. Сәрүәрҙең бала сағындағыса ҡаршыларында ошондай самауыр ултырмағанғалыр инде. Күрәһең, бала күҙе туҡтауһыҙ нимәлер күҙәтергә тейеш...

Ҡапҡасын тызып ултырып онотолоп киткәнсе. Былай ҙа яп-ялтыр! Әҙ ышҡығанмы ни уны Сәрүәр, ҡулына ҡабат килеп юлыҡҡас. Олатаһы менән өләсәһен яратҡандай, самауырын ҡосаҡлап, оҙаҡ ҡына буҫығып иланы. Ҡәҙерһеҙләнеп, төҫһөҙләнеп, бәҫһеҙләнеп ҡалғаны өсөн үҙен ғәйепле тойоп ғәфү үтенде... Бигерәк оҙаҡ ваҡыт үткәйне шул «күрешмәгәндәренә».

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 5-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook