ҮКЕНЕС

ҮКЕНЕС Хәлиҙә Чембарисова – Белорет районы Йөйәк ауылы ҡыҙы. Мәктәп йылдарында уҡ ҡәләм тибрәтә башлай, тәүге хикәйәһе 1993 йылда «Йәшлек» гәзитендә донъя күрә. Әле «Йәншишмә» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй, ижадты ла онотмай. Журнал уҡыусыларыбыҙға тәҡдим иткән яңы хикәйәһендә күңелдәрҙә яралған сөңгөлдәрҙең яҙмыштарҙы ла аҙаштырырға һәләтле булыуы хаҡында бәйән ителә.

ҮКЕНЕС
Хикәйә

…Алда кашауай егелгән ике ат бара. Береһенең санаһына мөгөҙөнән уратып сыбар һыйыр бәйләнгән. Арттарынан нисек тә ҡалмаҫҡа тырышып, ҡыҙыл ғына итек, шундай уҡ төҫтә пальто кейгән бәләкәй генә бер ҡыҙ йүгерә. Ҡулында сыбығы ла бар. Йығылып китә лә, тора һалып, тағы йүгерә. Ә санала – уның иң ҡәҙерле кешеһе. Ни эшләп ул ҡыҙына бер генә булһа ла ҡайырылып ҡарамай икән? Ни өсөн уны ла алманылар?
Ә кашауай алыҫлашҡандан-алыҫлаша. Быны күреп, ҡыҙыҡай ҙа, танауын мыш-мыш тарта-тарта, аҙымдарын тиҙләтергә тырыша. Тик ат артынан етеп буламы ни? Арыпмы, әллә абыныпмы, ул тағы ла йөҙө менән гөрҫ итеп ергә ҡоланы. Башын күтәреп ҡарағанда тегеләр күҙҙән юғалғайны инде. Йөрәккенәһе һулҡылдап типте сабыйҙың. Торорға итте, хәле етмәне.
ҮКЕНЕС – Әсәй! Сыбарҡай! – тип бар көсөнә ҡысҡырҙы. Ишетеүсе булманы. Шулай күпме ятҡандыр, бер аҙҙан атаһы килеп күтәреп алып ҡайтып китте...
Уйға бирелеп ултырған Сәриә апайҙың сикәләре буйлап ҡайнар йәш тәгәрәне. Күпме оноторға тырыша ошо ваҡиғаны. Ә ул, үс иткәндәй, ғүмер үткән һайын, күңелде нығыраҡ ялмай ғына бара. Хәҙер балаларын буй еткереп, ейәндәрен үҫтерешә бит инде. Уларҙы ҡулдарына алып һөйгәндә лә, ауырыған ваҡыттарында ла, уңыштарына ҡыуанғанда ла, өс улы өс яҡтан тороп үҙен байрамдар менән ҡотлағанда ла ошо бала күҙ алдына баҫа. Уға әсәһенә иркәләнеп үҫергә яҙманы, үҙен дә бер байрам менән дә ҡотлай алманы. Ә бит ҡәҙерле кешеһе күрше генә ауылда йәшәне. Шуныһы үкенесле...
Ата-әсәһен ҡыуандырып тәүге генә бала булып донъяға килгән ҡыҙ ул Сәриә. Әсәһе һүҙгә һараныраҡ, ҡырыҫыраҡ булһа ла, атаһы ныҡ яратты ҡыҙын. Эштән ҡайһылай һағынып ҡайта торғайны. Арыуына, асығыуына ҡарамаҫтан, пыр туҙып уның менән уйнар ине. Шунан ғына ашарға ултыра. Барған бер еренән матур күлдәк йә уйынсыҡ алып ҡайта.

Тик һуңғы ваҡытта атаһына әллә ни булды. Иҫереп ҡайта ла әсәһен ҡыйырһыта. Юҡ, ҡыҙын ул элеккесә яратты, тик Сәриәгә барыбер ҡыйын. Атаһына ҡаршы бер ауыҙ һүҙ әйтмәһә лә, ул йоҡлап киткәс, әсәһе шым ғына илай. Сәриә уны ныҡ йәлләй. Эргәһенә барып йыуатҡыһы килә, ләкин асыуланыр тип ҡурҡа. Бигерәк ҡоро, ҡаты һүҙле кеше шул уның әсәһе. Иркәләү, наҙлауҙың нимә икәнен белмәй. Үҙен йәлләгәнде лә яратмай.
Ә бер көндө икәүләп тәмләп кенә сәй эсеп ултырғанда ҡапҡа алдына атлы кешеләр килеп туҡтаны. Әсәһенең йөҙө ағарып, ҡурҡыбыраҡ киткәндәй булды. Бер аҙҙан ишек шар асылып китте лә әсәһенең ағайҙары килеп инде. Һаулыҡ та һорашып торманы шикелле улар. Сәйгә саҡырыуға ла иғтибар итмәнеләр.
– Ҡунаҡ булырға килмәнек. Нисек торғанығыҙҙы ишетеп торабыҙ. Туҡмалып, кәмһетелеп йәшәргә һин кемдән кәм. Иреңдең икенсе ҡатынға әүрәүен дә бөтә халыҡ белә. Ояты ни. Әйҙә, йыйын, – тине алдараҡ торған ҡара һаҡаллыһы, әсәһенә ҡарап. – Нимә менән киткән булһаң, барыһын да ал, артығы кәрәкмәй, – тип өҫтәне икенсеһе.

Әсәһе шым ғына тороп баҫты ла, тыңлаусан бала һымаҡ, әйберҙәрен йыя башланы. Төйөнсөктәрен төйнәп, Сәриәне кейендерергә тотонғайны, ағаһы:
– Һин беҙҙән бала менән киткәйнеңме? – тигәс кенә баяғы «артығы кәрәкмәй» тигәндең мәғәнәһе аңлашылды. Әсәһе, күҙҙәрен тултырып, ағаларына ҡараны. Тик уларҙың ниндәйҙер мәрхәмәтлек күрһәтерҙәренә өмөт юҡлығы һиҙелеп тора ине.
Бына әйберҙәрҙе санаға һалдылар. Һарайҙағы һыйырҙы ла килтереп бәйләнеләр. Быҙауын да сығарҙылар. «Их, уларҙы ниңә алалар икән?» – тип ҡыҙ борсола башланы. Ул бит көн һайын үҙ ҡулдары менән малҡайҙарына икмәк ашата ине. Сыбарҡай ҡытыршы теле менән ҡулын ялаһа ла, тартып алмай. Ул шулай Сәриәгә үҙенең рәхмәтен белдерә. Сыбарҡайҙың һөтө лә, ҡаймағы ла тәмле. Хәҙер ҡарт көрпә һыйырҙары ғына тороп ҡала инде. Уныһы яман һөҙөшә. Ниңә шуныһын алмайҙар икән, исмаһам. Сәриәнең күңеле тулды. Ҡысҡырып илап ебәрер ине, бабайҙарынан ҡурҡты. Ни атаһы һаман ҡайтмай...
– Нимә ҡатып ҡалдың, бар, – тип бабайҙары әсәһен елтерәтеп санаға ултыртты.
– Мин ҡайҙа ултырайым? – тип Сәриә әсәһе янына килеп, санаға йәбешкәйне генә:
– Һин бер ҡайҙа ла бармайһың, – тип бабаһы, беләгенән тотоп, ситкә этәрҙе.
– Әсәй, һин ҡасан ҡайтаһың? Мин Сыбарҡайҙың артынан әҙерәк кенә ҡыуып барһам буламы? – тип һораны ул алыҫтан ғына йәшле күҙҙәрен төбәп.
Әсәһе ризалығын белдереп, башын ҡаҡты.

Шул саҡ ҡапҡа асылып китте лә атаһы килеп инде. Ҡыҙ уның ҡосағына атылды. Атаһы көслө уның. Анау йылды һабантуйҙа көрәшкәнен үҙе күреп торҙо. Хәҙер бабайҙарын пыр туҙҙырып ҡыуып сығарасаҡ.
– Нимә булды? Ҡайҙа йыйындығыҙ? – тип атаһы алмаш-тилмәш бер ҡатынына, бер ағаларына ҡараны.
– Нимә булғанын һинән һорарға кәрәк. Һеңлебеҙҙе күпме мыҫҡыл итергә була? Күрше ауылда йәшәһәк тә, ишетеп торабыҙ. Ҡәҙерен белмәнең, хәҙер үҙеңә үпкәлә. Туғаныбыҙҙы алып ҡайтабыҙ.
Сәриә өҙгөләнеп атаһына ҡараны. Ниңә бер ни ҙә эшләмәй аптырап тора һуң ул? Шул һөмһөҙҙәрҙе этеп ебәреп, әсәһен кире өйгә индермәй? Ниңә «Китмә!» тип кенә әйтмәй. Ауыҙына һыу тултырған кеүек ҡарап тик тора. Бабайҙары ныҡ уҫал шул. Етмәһә, икәүҙәр. Баҙнат итмәгәндер инде.
Ҡапҡа асылды. Аттар яйлап урынынан ҡуҙғалды. Атаһы Сәриәне күтәреп, ҡапҡа тышынан оҙатып ҡалды. Аралар алыҫлашҡандан-алыҫлаша бара. Шул саҡ ҡыҙ атаһының ҡулынан һурылып ҡына төштө лә йән-фарман ат артынан йүгерергә тотондо...
Ҡыҙыл пальтолы бәләкәй генә ҡыҙ. Нимәләр генә күрергә яҙманы һиңә? Сәриәгә үҙе бик йәл булып китте. Шул китеүҙән ул ҡәҙерле кешеһен үҫеп буй еткергәнсе бер тапҡыр ҙа күрмәне. Аралар ҙа алыҫ түгел дә бит. Ҡыҙын бер ҡасан да күргеһе килмәнеме икән ни уның? Үҙе әсәй булғас, был һорауға яуап табыу тағы ла ҡыйынлашты. Балаңа ҡарата нисек шулай мәрхәмәтһеҙ булырға мөмкин? Быны ул бер ваҡытта ла аңламаҫ, моғайын. Теләге булһа, осрашыу әмәлен барыбер табыр ине. Киткән дә уның тураһында онотҡан. Ә Сәриә бит уларҙың көтөп алған тәүге генә балаһы...

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook