РӘНЙЕМӘ, АҠТЫРНАҠ!

РӘНЙЕМӘ, АҠТЫРНАҠ!
Халыҡсан хикәйәләре, «Һаҡмарбаш», «Ике ут араһында» кеүек күләмле әҫәрҙәре менән уҡыусы күңелен яулаған Иҙрис Ноғоманов Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында йәшәп ижад итә. Ҡалалағы ҡәләмдәштәренән айырмалы рәүештә, тәбиғәткә, тау-урмандарға, хатта йондоҙҙарға ла яҡыныраҡ булған ҡәләм оҫтаһының һеҙгә тәҡдим иткән хикәйәһендә лә тәбиғи ысынбарлыҡта осраған ғәжәп хәлдәр хаҡында бәйән ителә.


РӘНЙЕМӘ, АҠТЫРНАҠ!
Хикәйә


***
Урам буйлап аҡ түшле, аҡ тәпәйле эт етәкләп, ҡара күҙлек кейгән йыуантыҡ кәүҙәле ҡатын килә. Аҙымдары ауыр һәм ифрат аҙаплы.
– Һаумы, Сажиҙә инәй! – тип сәләмләй уны танығандар. Танымағандары иһә үтеп киткәс тә, сәйерһенеп, артына боролоп ҡарап ҡала. Оло кешенең ауыл ерендә көпә-көндөҙ эт етәкләп йөрөүе – ят күренеш. Ҡала булһа, бер хәл. Сит-ят кешеләр әлеге инәйҙең көнө ошо, күрер күҙгә матур ғына эткә ҡалып, ҡасандыр үҙе көн күрһәтмәгән шул эт бөгөн уның күҙе лә, ҡолағы ла икәнлеген белмәй. Эйе, эт менән хужабикә бөгөн икеһе бер хәлдә. Тәҡдир тигәнең уларҙы шулай тигеҙләп ҡуйҙы. Тәүгеһенең күҙҙәре ыу зәхмәтенән күрмәһә, икенсеһе мейеһе һелкенеүҙән тома һуҡыр, етмәһә, шыпа һаңғырау ҙа булып ҡалды. Аҡтырнаҡ хәҙер шыҡһыҙ утын һарайында йәшәмәй. Мәрхәмәтле хужаһы уға йылы, ҡупшы, уңайлы, иркен оя яһап ҡуйҙы.
– И-и, Аҡтырнағым минең! – Сажиҙә этенең башынан һыйпап, яшыҡ арҡаһынан һөйөп ала. – Һин булмаһаң, ниҙәр генә эшләй алыр инем, йә инде? Тәңрем һинән айыра күрмәһен берүк. Ниңә шулай рәнйеттем икән үҙеңде? Белмәнем шул…


РӘНЙЕМӘ, АҠТЫРНАҠ!
Гөлгизәр Фәйзи (Гөлшат Әхмәтҡужина) – шиғриәттә лә, проза һәм драматургия өлкәһендә лә әүҙем эшләгән егәрле әҙибә. Ғүмеренең алтындай осорон – 65 йәшен ҡаршылаған ижадсының яңы шиғри күстәнәсендә иһә тормош һынауҙарынан утыҡҡан, сабыр, әммә йәшәү сәме һәм ғәме һис кенә лә һайыҡмаған, донъяға һөйөп баҡҡан гүзәл ҡатын-ҡыҙ образы төҫмөрләнә.

Рәхмәт һиңә...
Мөхәббәт, тип, сөңгөлдәргә сумдым,
Инде бөттө, упҡын, тигәндә,
Яҙмыш үҙе тартып сығарҙы ла
Бырағытты сәрхәт үләнгә.

Иҫтәремде юйып, ерҙе ҡосоп,
Иҫәнгерәп ҡалдым бер талай.
Шул сәғәттә башым остарында,
Болоттарҙы ярып урталай,

Һөйөү булып күҙен ҡыҫты йондоҙ...
Шул йондоҙға килде һыйынғым;
Туңған йөрәгемде уста тотоп,
Ялҡынында уның йылынғым...

Ғәрәсәттәр мине өйөрөлттө,
Туң бушлыҡты ҡосто ҡулдарым.
Һәләкәттән тартып алды яҙмыш,
Йыһандарға ҡалды моң-зарым.

Үгәй инәм, тиеп, яҙмышымды
Нисә ҡабат икән тиргәнем?
Дәжжәлдәрҙән ҡотҡарғаның өсөн
Рәхмәтлемен, Яҙмыш, тимәнем...

Ғүмеремдең килде эңер мәле,
Ымһындырмай тойғо ҡойоно.
Хәтирәләр ебен сисәм хәҙер,
Әсе яҙмышыма һыйынып...

Зарланмайым...
Таш атманым миңә таш атҡанға...
Хаҡлыҡмы был? Әллә иҫәрлек...
Ул таштарҙан йәндең ҡыйналыуы
Ғүмер ахырына етерлек.

Таш атманым... Әммә йөрәгемдә
Өйөлә барҙы ҡанлы яралар.
Кем генәһе ошо яраларҙан
Хәтеремде минең аралар?!

Рәнйемәҫкә күпме маташһам да,
Быныһына көсөм етмәне.
Шуғалырмы, харабалар тулы,
Емеректәр тулы үткәнем.

Йәшәйешем, тимәк, дөрөҫ түгел?
Хаҡлыҡ, тимәк, мине урап үткән?..
Юҡ, яҙмышҡа һис тә зарланмайым,
Үҙ-үҙемә бары бөтә үпкәм...


РӘНЙЕМӘ, АҠТЫРНАҠ!
Балоғлан Жәлил Әзербайжандың Ленкоран районы Зөвлә ауылында тыуған. Өфөлә 1994 йылдан бирле йәшәй. Әзербайжан Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Китаптары талыш, әзербайжан, рус һәм төрөк телдәрендә баҫылған.

Ҡара итектәр
Аҡ ҡарҙан атлап киләһең! Үҙең – аҡ сәскә.
Ҡулдарың ҡарҙан да аҡ бит, йөҙөң нур сәсә!
Бәрхәт балтырыңды наҙлай ҡара итекме?
Итеккә лә һиңә булыу бәхет шул тикле!
Һин – ҡар өҫтөндә асылған ап-аҡ бер сәскә!
Ер йөҙөндә һиңә башҡа юҡ бер тиңдәш тә.
Итегең, ҡара вазалай, һине һаҡ тота.
Сит тарафты үҙ иттергән иренең ота.
Урамдағылар боролоп ҡарай барсаһы,
Сәскәле күлдәгең, гүйә, йәннәт баҡсаһы.
Ҡышҡы сатлама һыуыҡта шул ҡара итек
Һине йөрөтә урамда яҡты яҙ итеп!
Ҡар яуыр, ҡарайған донъя сафланыр йәнә,
Ҡар сәскә атыр төшөр ҙә һинең түшеңә.
Бер гөлләмә итеп һине ҡара итектәр
Алып китер инде йыраҡ ҡайҙа, ни сиккә?
Ниҙәр көтәсәген һине бер Алла белә.
Белә ҡайҙа илтәсәген тик итек кенә.

Миңә шиғыр ебәр
Һүрәт түгел, миңә шиғыр ебәр,
Үҙ тауышы булһын, тыны, теле!
Һәр юлында типһен донъя йөрәге,
Миләүшә йөҙөнә ҡунһын һүҙ ебәге.
Тойғоларың ташып торһон унан,
Күңелеңде ҡуҙғатыуын нимә?
Яҡындарың һинән сер иткәнде
Алыҫ ҡоштар һиңә һөйләп бирә.
Һүрәт түгел, миңә шиғыр ебәр,
Ялҡытмаһын иҫке әкиәт кеүек.
Ҡыҫаларҙы, сикте ул белмәһен,
Залимдарҙан өркмәһен ул бер үк.
Һүрәт түгел, миңә шиғыр ебәр,
Ләйсән кеүек яғылһын ул йәнгә.
Һүҙҙәреңдән сылтыр шишмә моңо
Ишетелеп сихәт бирһен тәнгә.
Һүрәт түгел, миңә шиғыр ебәр,
Күбәләкте ялмар ут кеүеген.
Аллаһ ҡына унан өҫтөн булһын,
Иң матурын ебәр, иң бейеген!


РӘНЙЕМӘ, АҠТЫРНАҠ!
Фәрит Әхмәҙиев борондан килгән ҡатмарлы робағи жанрын үҙ иткән. Уҡыусыларыбыҙға тәҡдим иткән кинәйәгә бай һәм шул уҡ ваҡытта ябай дүрт юллыҡтарында ул шаян һәм хискә бай ир-егетбулараҡ күҙаллана.

***
Мин бер аҙым баҫһам һиңә табан,
Осоп киләһең һин ҡосағыма.
Беҙ боҙ менән утҡа оҡшаш, йәнем,
Шуға илап, һөйөүеңдән янам.

***
Ҡосаҡлаһа мине дәртле ҡатын,
Булабыҙ осрашҡан ике тулҡын.
Туфан һымаҡ беҙҙең һөйөү өсөн
Көтәлер тамуҡта утлы упҡын.

***
Һин үпкәндә мин ут йотам.
Һинең һөйөүеңдә тотош янам.
Һөйөү көсө күккә бәрә ялҡын,
Төн дә үтте, мин уянам.

***
Һин кем, мин кем – хәтерҙе юғалттым,
Тәҙрә аша күрәм таң атҡанын.
Һуңғы тамсыһына тиклем эсәм
Һөйөүеңдең ҡыҙыл шарабын.

***
Хыялый булдым мин йәш саҡта
Иң сибәр ҡыҙ эҙләп донъяла.
Бөтәһе лә матур, аңланым
Кергәс тә аҡһаҡал сафына.

***
Бешкән ҡауын тоттом ҡулыма,
Күңелем тулды йылыға.
Теләйем мин йөҙөм ҡабырға –
Аһ, иҫерҙем емеш һутынан.

***
Телһеҙ ҡалдым һине күргән саҡта,
Алтын йондоҙҙай балҡыйһың йыраҡта.
Яҡын булһаң да – яҙмышта хата,
Осрашырбыҙ мотлаҡ бер саҡ ожмахта.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook