«Юҡ, китмәй ул бәхет һис ҡасан да»

«Юҡ, китмәй ул бәхет һис ҡасан да» Тамара ИСКӘНДӘРИӘ шиғриәте ебәк йомғаҡ ише. Уны һәр кем үҙенсә һүтеп, күңеленә хуш килерлек селтәр үреп, яңыса балҡыған нағыштарға һоҡлана. Ныҡлы фекерҙәре зиһенде тарҡатырға бирмәһә лә, нәзәкәтле шиғри юлдары йәнде иркәләп, моң донъяһында бәүелтеп, берсә хәтер төпкөлдәренә сумыра, йә иһә инде онотола башлаған хыял бейеклегенә күтәрә, намыҫ һәм иман ҡылдарына ла иркәләп кенә ҡағылһа ла, һиҫкәндермәй ҡалмай.

ЯҢЫ ЙЫЛҒА АЛҒЫШ
Иман булһын юлдаш,
Һөйөү – моңдаш,
Илһам менән йәнәш сабырлыҡ.
Күрсе! Ҡанаттарың һинең,
Нурҙар сәсеп,
Киң күктәрҙе иңләп ҡағырлыҡ!
Яңы йырҙар тыуһын күңелдәрҙә,
Яңы юлдар беҙҙе әйҙәһен.
Ҡот, бәрәкәт тулы Яңы йылым,
Түребеҙгә уҙсы, әйҙә, һин!

ӘСӘЙҘӘР
Әсәйҙәр китә шишмәгә,
Шишмәләр юлы йыраҡ.
Иңендә — һыулы көйәнтә,
Өлтөрәп ҡайтыр урап.

Әсәйҙәр китә башаҡҡа,
Баҫыуҙар юлы йыраҡ.
Иңендә — ил хәсрәттәре,
Ҡулында булыр ураҡ.

Әсәйҙәр китә урманға,
Урмандар юлы йыраҡ.
Иңендә — еләкле күнәк...
...Еләктәй ғүмер юрап,

Әсәйҙәр ҡала ауылда.
Әсәйгә юлдар йыраҡ.
Ҡайтып етер һуҡмаҡтарҙы
Бурандар һала бурап.

Әсәйҙәр китә... донъянан,
Әсәйҙәр юлы – йыраҡ...
Мәңгелектең аръяғына,
Именлек беҙгә һорап,
Әсәйҙәр китә...
Әсәйҙәр китә...

ДӨЙӘҒОШ
Башын ҡомға тыҡҡан дөйәғошто
Күреп көлөрлөкмө хәлебеҙ?
Ысынбарлыҡ,
Әсе һөрөм булып,
Күҙгә тула...
Әрней ҡәлбебеҙ.

Ислам дине,
Һиңә быуат аша
Ҡайтып ҡына килгән мәлебеҙ.
Исемеңде кемдәр «ҡалҡан» иткән?
Йә Раббым, тип,
Әрней ҡәлбебеҙ...

Ҡорбан түләй дәүер...
Ҡорбан түләй,
Тарихтарҙы баҫа ҡанҡойош.
Заман үҙе ҡорбан мәллә, гүйә,
Башын ҡомға тыҡҡан
Дөйәғош?

Дөйәғошҡа оҡшатмаҫ та инем,
Белһәң әгәр, дәүер, хәлеңде!
Ебәк еләндәргә йәшергәнһең
Ҡанһыраған ҡара тәнеңде.

«Ебәк елән»еңдең йыртығынан
Ҡарап тора сабый күҙҙәре.
Аяулы бул уға, ҡәлбендә бит
Бер Хоҙайҙың ғәҙел һүҙҙәре!

***
Һин саҡырма мине,
шаулы донъя,
Ҡоролғанһың бары алдаҡҡа,
Һеңдерелгән ағыу, үс һәм нәфрәт
Һин кейҙерәм тигән ҡалпаҡҡа.

Алданмайым нурлы киләсәккә,
Ымһынмайым алтын тоҙаҡҡа.
Сарсағанға — һыуҙай, шиғриәтем
Өмөт бирһен берәй уҙаҡҡа.

Йыраҡ йөрөһөндәр саф йәнемдән
Буш хәбәрең, затлы «күләгәң».
Сабыйҙарҙың селтер көлөүенән,
Инәйҙәрҙең серле көйләүенән
Яңғырап торһон минең биләмәм!



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook