ДИЛБЕГӘ
Миңнур Мөхәмәдйән ҡыҙы Ҡасимова 1966 йылдың 15 июлендә Бөрйән районында тыуған. БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөрйән районының Зәки Сәғитов исемендәге премияһы лауреаты, «Минең шәп тормошом» II республика балалар әҙәби конкурсы еңеүсеһе. Бөрйән районында үткән «Әҙәби нағыш» марафонында уның хикәйәләре тикшерелеп, ыңғай баһа алды.
ДИЛБЕГӘ
Хикәйә
...Миңлезата туранан-тураға йүгерҙе. Ике ауыл араһы егерме саҡрым – өйлә менән икенде араһында ғына үтергә иҫәп тота ине, әле арыуыҡ ҡалды. Үҙенең күләгәһе ике тапҡырға артты – шишмә янында тәһәрәтләнеп, икенде намаҙын уҡып алды. Бер аҙ хәл ингәндәй булды, юҡһа, йөрәге иртәнсәктән тулап тик тора.
«Йә, ни йәнем менән сыҙап, ошо көнгәсә ултырҙым инде? Колхозда эш бөтмәҫ ул, бер баламды юғалттым, инде икенсеһен һалайыммы?» Тамағына тығылған төйөрҙө саҡ йотоп ебәрҙе. Ултырып оло ҡыҙының рух-шәрифенә доға ҡылды. «Урының ожмахта ғына булһын инде, балам! Һуғыш йылдарында һаҡлап ҡала алғанды…» Түгелеп илап ебәрҙе. Һөйөп-һөйөлөп кенә йәшәр сағында сабыйы ла үҙе менән китте. Көнөң бөтһә, сәбәп кенә инде. Күкрәге тағы семтеп-семтеп алды. Услап һыу эскәс, йөрәге бер аҙ урынына ултырғандай булды. «Насар хәбәр яҡшыһынан тиҙ йөрөй. Моғайын, имендер. Нимә уйлап ҡына сығарып ебәрҙем һуң күҙ терәп торған баламды? Әле тегендә, әле бында ҡасҡындар осрай, тигән хәбәрҙе ишетеп торалар, шулар ҡулына эләкһә…»
Нәҡиәһе менән бер ай элек булған һөйләшеүҙе күҙ алдынан үткәрҙе.
– Еҙнәм ни генә хәлдә икән, әсәй?
– Белмәйем шул, балам. Һуғыш күргән кеше бит, яҙылыр. «Әллә кемдәр өмөт итеп йөрөйҙөр әле…» – Быныһын ҡысҡырып әйтмәне.
– Көн дә апайым төшөмә инә. Еҙнәмә ҡарай ҙа, бер нәмә лә өндәшмәй. – Һуҙып әйтеп ҡуйҙы Нәҡиә. Ҡырылмаһа ҡырҡ һылтауын табып, иркәләтеп өйҙә генә тота шул ҡолонсағын Миңлезата. Тиңдәштәре күптән ҡырҙа ятып, колхоз малына бесән эшләй. Башта төрттөрөүселәр бар ине, хәҙер бер кем дә өндәшмәй.
– Әсәй, әллә йыуаса бешереп кенә барып киләйемме?
– Яңғыҙың үткәнең юҡ бит әле ул юлдан. Тағы кеше күҙенә күренеп китеп барһаң да оҡшамаҫ. «Башынан сыҙамай» тием һораған береһенә. Апайыңдың кейемдәрен алып ҡайтып кейерһең инде. – Әйтеп бөтөрә алманы. «Кемдәр генә яҫтап ятыр инде күҙ нурҙары түгеп ҡораған түшәктәрен? Әллә анауы сергетышлы кейеҙен генә һорап алһа инде? Өлкән ҡыҙының төҫө итеп кенә һаҡлар ине. Тора бирер инде кинйә ҡолонсағы янында. Тартып-һуҙып, саҡҡа тамағыңа еткергәндә, бирнә әҙерләп буламы?»
– Яңы ун дүрте тулған ҡыҙға кейәү уйлап торамсы! – Ҡысҡырып әйтә ҡуйҙы.
– Нимә тинең, әсәй?
– Әстәғәфируллаһ! Шайтаным ҡоторталыр. Сепрәк өсөн кейәүе менән ара боҙмаһа инде! Сергетыш юллатып ҡына йөрөмәһәм…
…Ай башында тәүәккәлләп сығып киткән Нәҡиәһе һаман юҡ. Ай тулғанға ни ғүмер. «Оҙон уйға төштөм. Кингәткән икән. Йәш саҡта йүгереп кенә үткән юлдар ҙа бит». Аҙымдарын тиҙләтте Миңлезата.
– Ҡолонсағымды! – Урындыҡта ялан аяҡтарын болғап, ҡурмас ашап ултырған ҡыҙын һыға ҡосаҡлап алды. – Ниңә шул тиклем оҙаҡ ҡайтманың?
– Әй, мин еҙнәмә барҙым да ҡуйҙым. – Ике улының похоронкаһын алған һәм бер ҡыҙын ерләгән әсә был хәбәрҙе күтәрергә әҙер түгел ине – шаңҡып иҙәнгә шыуып барып ятты…
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 1-се һанында уҡығыҙ.

Теги: