Апайым кейәүгә сыға…

Апайым кейәүгә сыға… Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина – билдәле балалар шағирәһе. Яҙыусының кескәйҙәр донъяһын йөрәге менән тойоуы, уларҙың булмышын, күңел торошон яҡшы аңлауы хикәйәләрендә лә сағылыш таба. Күркәм әҫәрҙәре һәр кемде лә ҡояшлы, әкиәтле бала саҡҡа алып ҡайтырға һәләтле.

Апайым кейәүгә сыға…

Хикәйә

... – Һөйөнсө, һөйөнсө, минең апайым кейәүгә сыға! – тип һөрәнләне ағаһына бәләкәс Фәриҙә.
– Һинән башҡа ла беләм. Кит әле, юлда торма, бөрсә! – тип һеңлеһен ситкә этәреп, атаһы эшләп биргән ағас портфелен һикегә ташланы Насип.
– Мин һинән алдараҡ белдем, – тип тәтелдәүен дауам итте төпсөк.
– Белһәң һуң. Ә минең еҙнәйҙе күргәнем бар, – тине малай.
– Кем ул еҙнәй? – тип ныҡышты ҡыҙый ҡыҫыла-ҡыҫыла өҫтәл артына үтеп.
– Еҙнәйме? Һуң, апайҙы кәләш итеп алған ағай беҙгә еҙнәй була, белдеңме?
– Әһә, белдем.
– Еҙнәй миңә бәке бирәсәк…
– Ә миңәсе? – Һиңә – ҡуҡыш.
– Ҡуҡыш кәрәкмәй! Миңә лә бысаҡ кәрәк.
– Иҫәр, һин малайҙыр шул. Һиңә еҫле һабын йә таҫма һымаҡ шаҡы-шоҡы табыр әле…
Яңылыҡ менән бүлешергә Фәриҙә урамға ашыҡты. Үҙен уратып алған Нурия, Миңзәлә, Хөснөлхаҡтарға һөйөнөсөн еткерҙе. Шунан ҡыҙҙар ишек алдына өйөлгән бүрәнәләргә ултырып сөкөрҙәште.
– Һин, әтеү, балдыҙ булаһың инде, – тине Нурия.
– Нимә була ул балдыҙ?
– Иҫәр, шуны ла белмәгәс. Балдыҙ… ул… ыыы... һинең апайыңдың иренә һин балдыҙ инде.
– Апайымдың ире кем?
– Һуң, кейәүгә сыҡҡастары, кейәүе ире була бит инде.
– Ул һиңә еҙнә була, ә һин уға – балдыҙ.
– Ә нишләп Фәриҙә түгел? – тип аптыраны ҡыҙ.
– Фәриҙә лә, балдыҙ ҙа булаһың, үәт! – тип йөпләне Хөснөлхаҡ.
– Әйҙә, балам, өйҙө йыйыштырайыҡ. Хәҙер кейәү балаҡай ҙа килеп етер, – тип өләсәһе өлтөрәп йүгереп сыҡты ейәнсәре ҡаршыһына. – Ҡана, самауырҙы яңыртып алайыҡсы.
Рәхимә апаһы анау ҡаршы яҡтағы Әмирҙең ағаһы Сәғитте етәкләп килеп ингәс, Фәриҙ «аһ» итте.
– Ҡайҙа минең еҙнәм? Ул бит миңә бүләк бирергә тейеш тәһә, – тип апаһына ташланды.
– Атаҡ, балам, ҡуй. Оят бит, улай ярамай ҙа, – тип өләсәһе уны үҙенә тартты.
– Ағайым, еҙнәй бәке бирә, тине. Ҡайҙа һуң ул кейәү тигәндәре?
Бит остары ҡыҙарып киткән апаһы, һылыуын ҡосоп алды.
– Бына ошо инде буласаҡ еҙнәң, – тип Сәғиткә ымланы.
– Һы-ы, бындай еҙнә була тиме? Был бит Әмирҙең ағаһы Сәғит тәһә…

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook