“...Һине һөйөү – мең ҡат үлеп, мең ҡат ҡабат терелеү”

 “...Һине һөйөү – мең ҡат үлеп,  мең ҡат ҡабат терелеү” Башҡорт дәүләтуниверситетының Сибай филиалы профессоры Фәрүәз Сәйфуллин – сығышы менән Ишембай районы Этҡол ауылынан. Уҡытыусылыҡ, фәнни эшмәкәрлектән тыш ижад менән дә ихлас шөғөлләнә ул. Хикәйәләре, шиғырҙары республика матбуғатында донъя күреп тора. Журналыбыҙға тәҡдим иткән шәлкемендә иһә уның асыҡ күңеллелеге һәм юморға бай булыуы ярылып ята.

Тереһыу
Эх, һине оҙатҡы килә,
Ләкин булмай, эшем бар.
Һине үлер сиккә етеп
Яратыусы кеше бар.

Ул – мин. Һөйөү тулҡынында
Кәмә булып сайҡалам.
Түңкәреләм, күтәреләм,
Күккә теймәй саҡ ҡалам.

Көлдөрәһең, үлтерәһең,
Эсерәһең тереһыу.
...Һине һөйөү – мең ҡат үлеп,
Мең ҡат ҡабат терелеү.

Фәрүәз Сәйфуллиндың шиғри шәлкемен журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook