Өмөттө дауа итеп яп, әгәр ҙә булһа яраң...
Нефтекама ҡалаһында йәшәп ижад иткән яҙыусы – Борай районы Бүстәнәй ауылы ҡыҙы Рафиға Усманованың ҡәләменән тамған юлдар ихласлығы, ҡатын-ҡыҙ асылына тоғролоғо менән арбай. Уның күп кенә шиғырҙары көйгә лә һалынған. Был да шағирәнең моңлолоғон, халыҡ күңеленә яҡын әҫәрҙәр тыуҙырыуын иҫбатлаусы күрһәткес. Журнал уҡыусыларына тәҡдим иткән шәлкемендә лә әҙибә ғаилә усағын һаҡлаусы ҡатын, балалары өсөн өҙөлгән әсәй, бәхетле өләсәй булараҡ кисергән тойғолары менән бүлешә.
Теләк
Йөклө сағым.
– Ниҙәр кәрәк? –
Һорашаһың һин тағын.
Барыһы бар, тик һағындым
Ауылымдың ал таңын.
Күгәрсен һөтөн табырға
Әҙерһең яндан китмәй.
Ерһеүҙәремде баҫырлыҡ
Шишмә һыуҙары етмәй.
Нимә кәрәк, күңелкәйең
Тулып түгелгән саҡта?..
Сабыйымды тыуҙырырға
Алып ҡайт тыуған яҡҡа.
Икмәк
Ҡулдарыма алһам телем икмәк,
Ҡарашыңды тоям, әсәйем.
«Әпәкәй – табындар ҡояшы –
Ер кендеге», – тиеп йәшәйем.
Бар нәмәнән ҡиммәт ошо ризыҡ
Бишегемдә булды имеҙлек.
Үҙең һымаҡ изге икмәк, әсәй,
Күкрәк һөтөң менән игеҙәк.
Өмөт
«Был операциянан һуң
Бала көтмә, аҡыллым!»
Доктор китте,
Мин – тораташ.
Ҡатып ҡалды аҡылым.
Йылдар үтте,
Йәшем кипте,
Мин – Әсә,
Ҡулда балам.
Өмөттө дауа итеп яп,
Әгәр ҙә булһа яраң...
***
Бер миҙгелдә ни үҙгәрҙе?
Бөтөн яйһыҙлыҡ төҙәлде:
Ҡайҙа булды хәсрәт-ҡайғы?
Беҙҙең яндан һағыш тайҙы!
Көн ҡояшлы, төндәр айлы.
Донъя матур – тормош яйлы.
Бар мәшәҡәт онотолдо,
Бөтә йыһан нурға тулды.
Йортобоҙға бәхет ҡунды:
Ейән тыуҙы, ейән тыуҙы!
Ҡабатлана барыһы
Хужабикә,
Наҙлы ҡатын,
Имләүсе булаһы бар.
Моңло бишек йырын йырлар
Әсәй ҙә булаһы бар.
Ҡоймағын да бар ҡояһы,
Бәлешен һалаһы бар.
Диванда ятҡан йәремдең
Көйөн дә табаһы бар.
Бар керҙәрҙе пак итәһе,
Һауыт-һаба йыуаһы.
Ҡаҙ-өйрәктәрҙе ашатып,
Һыу буйына ҡыуаһы.
Эшкә барып, көн буйына
Тырышлыҡ һалаһы бар.
Ир-егет тарт(а) алмаҫ йөктө
Иңдәргә һалаһы бар.
Туған-тыумаса, дуҫтарға
Ярҙамға бараһы бар.
Дауа үә шифа булайым –
Кемдәрҙең яраһы бар?
Кибеттәргә сабаһы бар,
Туҙанды ҡағаһы бар.
Донъяның бар матурлығын
Күңелгә яғаһы бар.
Гүзәллекте хискә ҡушып,
Илһамға тулаһы бар.
Бөтә кеше йоҡлап бөткәс,
Шағирә булаһым бар.
Ғәзиз әсәй...
Наҙлы ҡатын –
Ҡабатлана барыһы.
Эшләп табыр аҡсаһы,
Шиғриәтем һаҡсыһы
Һәм бәрәңге баҡсаһы...
Эх...
Теләк
Йөклө сағым.
– Ниҙәр кәрәк? –
Һорашаһың һин тағын.
Барыһы бар, тик һағындым
Ауылымдың ал таңын.
Күгәрсен һөтөн табырға
Әҙерһең яндан китмәй.
Ерһеүҙәремде баҫырлыҡ
Шишмә һыуҙары етмәй.
Нимә кәрәк, күңелкәйең
Тулып түгелгән саҡта?..
Сабыйымды тыуҙырырға
Алып ҡайт тыуған яҡҡа.
Икмәк
Ҡулдарыма алһам телем икмәк,
Ҡарашыңды тоям, әсәйем.
«Әпәкәй – табындар ҡояшы –
Ер кендеге», – тиеп йәшәйем.
Бар нәмәнән ҡиммәт ошо ризыҡ
Бишегемдә булды имеҙлек.
Үҙең һымаҡ изге икмәк, әсәй,
Күкрәк һөтөң менән игеҙәк.
Өмөт
«Был операциянан һуң
Бала көтмә, аҡыллым!»
Доктор китте,
Мин – тораташ.
Ҡатып ҡалды аҡылым.
Йылдар үтте,
Йәшем кипте,
Мин – Әсә,
Ҡулда балам.
Өмөттө дауа итеп яп,
Әгәр ҙә булһа яраң...
***
Бер миҙгелдә ни үҙгәрҙе?
Бөтөн яйһыҙлыҡ төҙәлде:
Ҡайҙа булды хәсрәт-ҡайғы?
Беҙҙең яндан һағыш тайҙы!
Көн ҡояшлы, төндәр айлы.
Донъя матур – тормош яйлы.
Бар мәшәҡәт онотолдо,
Бөтә йыһан нурға тулды.
Йортобоҙға бәхет ҡунды:
Ейән тыуҙы, ейән тыуҙы!
Ҡабатлана барыһы
Хужабикә,
Наҙлы ҡатын,
Имләүсе булаһы бар.
Моңло бишек йырын йырлар
Әсәй ҙә булаһы бар.
Ҡоймағын да бар ҡояһы,
Бәлешен һалаһы бар.
Диванда ятҡан йәремдең
Көйөн дә табаһы бар.
Бар керҙәрҙе пак итәһе,
Һауыт-һаба йыуаһы.
Ҡаҙ-өйрәктәрҙе ашатып,
Һыу буйына ҡыуаһы.
Эшкә барып, көн буйына
Тырышлыҡ һалаһы бар.
Ир-егет тарт(а) алмаҫ йөктө
Иңдәргә һалаһы бар.
Туған-тыумаса, дуҫтарға
Ярҙамға бараһы бар.
Дауа үә шифа булайым –
Кемдәрҙең яраһы бар?
Кибеттәргә сабаһы бар,
Туҙанды ҡағаһы бар.
Донъяның бар матурлығын
Күңелгә яғаһы бар.
Гүзәллекте хискә ҡушып,
Илһамға тулаһы бар.
Бөтә кеше йоҡлап бөткәс,
Шағирә булаһым бар.
Ғәзиз әсәй...
Наҙлы ҡатын –
Ҡабатлана барыһы.
Эшләп табыр аҡсаһы,
Шиғриәтем һаҡсыһы
Һәм бәрәңге баҡсаһы...
Эх...
Теги: