«Нескә, нәфис затты ҡурсаларлыҡ Азаматтар бармы Рәсәйҙә ?»
Ғәжәйеп сонеттар оҫтаһы Әнисә Таһирова – егерменсе быуат башҡорт шиғриәтенең иң сағыу йондоҙҙарының береһе. Ғүмер буйы ижад ҡаҙанының уртаһында ҡайнаған, бик күп китаптар сығарған һәләтле һәм егәрле ҡәләм оҫтаһы бөгөн дә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, илһам ҡошон тоғро юлдаш итеп көн күрә. Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына хөрмәтле шағирәбеҙҙең яңы шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
* * *
Һаумыһығыҙ, урман сәскәләре,
Һағынғанмын һеҙҙе шул ҡәҙәр!
Һеҙҙең менән ҡайһылай ҙа тыныс,
Ҡайһылай ҙа күркәм иртәләр!
Йәйғор төҫөн алған сәскәләрҙән
Ҡараштарым минең нурлана.
Һәр береһе хыялымда балҡый,
Уйҙарыма инеп урала.
Баҡҡан саҡта ҡалалағы асҡаҡ,
Йә туҡлыҡтан бүрткән йөҙҙәргә,
Мин тырышам һәр саҡ хыялымда
Һеҙҙең ҡараштарҙы эҙләргә.
Һәм бына мин бөгөн һеҙҙең янда,
Ҡайтты миңә күңел сихәте.
Сит һуҡмаҡтың йәнгә йәмдәре юҡ,
Вәғәҙәләр генә зиннәтле.
Саф тәбиғәт миңә дауа икән,
Шуға тағы бер ҡат инанам.
Ебәк шәлле һомғол ҡайындарға,
Болоттарға ҡарап ҡыуанам.
Баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң йәнем
(Бер көндө бит шундай мәл килер),
Был булмышым йә аҡсарлаҡ булыр,
Йәки бер гөл булып үрелер.
Сфинкс-ҡатындар
Валентина Матвиенкоға, ул Санкт-Петербург губернаторы булып эшләгән осорҙа, ҡаланың архитектура ҡомартҡылары, Нева ярындағы сфинкстар меценаттар ярҙамында яңырыу осорон кисерҙе.
Онотолмай:
Сфинкс тәнендәге
Ауыр яраларҙы яматтың.
Шуның менән бергә сфинкс йөҙөн,
Үҙ йөҙөңдө лә һин ағарттың.
«Һауыҡҡан» был
сфинкстарҙы күргәс,
Балҡып китте Нева ярҙары.
Ә Рәсәйҙә сфинкс-ҡатындар бар,
Йәне, тәндәре лә яралы.
Һанһыҙ улар донъя киңлегендә
Ҡайғы-хәсрәттәрҙән өтөлгән.
Күпме ҡатын-ҡыҙҙың хыялдары
Юҡҡа сыҡҡан, һүнгән, һүтелгән.
Кем уларҙың яраларын ямар,
Тән яраһын, йөрәк яраһын?..
Шиңгән улар хәсрәт туртаһынан,
Күргән улар төндөң ҡараһын.
Күптәр улар сфинкс сифатлылар:
Яу ҡырынан йәре ҡайтмаған.
Йәшләй яңғыҙ ҡалған,
Бөрөләнгән
Йәшлек гөлө сәскә атмаған.
Күптәр улар:
Ғәҙеллекте эҙләп,
Юл сатында тороп ҡалғандар.
Сыҙамлығы һынып юғалғандар,
Тормош һаҙлығына батҡандар...
Кем уларға ярҙам ҡулы һуҙыр,
Кем уларға шәфҡәт менән бағыр?
Рәсәйҙәге сфинкс-ҡатындарҙың
Ҡасан икән аҡ төндәре балҡыр?
Кемгә таянырҙар?!
Киң Рәсәйҙә
Терәк, таяныс та юҡ һымаҡ.
Ирҙәргәме?
Көслө заттар хәҙер
Йәки бомж, йәки депутат.
Күбеһенә ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк
Тик үҙ көйөн көйләп йәшәргә.
Нескә, нәфис затты ҡурсаларлыҡ
Азаматтар бармы Рәсәйҙә?
Күңелдә нур ҡалды,
Сфинкстарҙың
Яраларын ярай яматтың.
Уңалтаһы ине Рәсәйҙәге
Сфинкс-ҡатындарҙың яраһын.
Бәйге
Ил буйынса хәҙер бәйге бара,
Шау-шоуҙарға донъя ҡоролған.
Үҙәк гәзиттәрҙе «биҙәй» торған
Шәрә «йондоҙҙар» күп – муйындан!
Улар хәҙер супер байҙар ҡорған
Кисәләрҙә аҡса уралар...
Бомждар ҙа хатта ҡар өҫтөндә
Усаҡ яғып, бәйге ҡоралар.
Хаҡтар донъяһында бәйге бара –
Арта көнләп түгел, сәғәтләп.
Оло бәйге фатир хаҡтарына,
Баҙарҙарҙа бәйге үтә шәп!
...Күркәмлеге бөттө бәйгеләрҙең,
Юҡ уларҙың хәҙер баһаһы.
Эш эшләмәй күптәр, бәйге ҡора,
Ҡала ғәжәпһенеп бағаһы.
Ил буйынса хәҙер бәйге бара,
Йәшәй алмай Рәсәй шау-шоуһыҙ.
Ябай халыҡ ҡына башын баҫҡан,
Тик таланттар ғына тауышһыҙ.
* * *
Сонеттар оҫтаһы Яҡуп Ҡолмой ағайҙың яҡты иҫтәлегенә
Һинең ғүмер
Түгел һүнгән күмер,
Түгел тик бер мәлдең алҡышы.
Һин үҫтергән сонет сәскәләре
Һаман тере, һаман балҡышлы.
Юлыңды гел биҙәмәне гөлдәр,
Тәрән йырындылар киҫтеләр.
Көндәреңде ҡай саҡ томан баҫты,
Уҫал ел-дауылдар иҫтеләр.
Тик һин тайпылманың
маҡсатыңдан,
Яугир рухы һиндә һүнмәне.
Ныҡыш йәнең,
Ҡом-таш яуғанда ла,
Шиғри ынйыларҙы эҙләне.
Дөрләп янды утың,
Гөл-баҡсаңа
Ҡунды китмәҫ өсөн таң ҡошо.
Һин үҫтергән сонет сәскәләре
Һаман тере, һаман балҡышлы.
* * *
(Сонет)
Селтербейтау – Тәңре тауы,
Тәңре нуры уға тамған.
Тауҙан бәреп сыҡҡан шишмә
Зәмзәм һыуы тәмен алған.
Нурлы Селтербейҙең серен
Гәлсәр шишмә һалып көйгә,
Ашыға йор Һикәҙегә,
Сихәтле моң өләшергә.
Селтербейем, йылдар буйы
Күпме аҫыл хис бирҙең һин.
Илһамымдың алтын тауы –
Миңә иман, көс бирҙең һин.
Селтербейем – аҡ һөйөүем,
Ә Һикәҙем – наҙлы көйөм.
* * *
Һаумыһығыҙ, урман сәскәләре,
Һағынғанмын һеҙҙе шул ҡәҙәр!
Һеҙҙең менән ҡайһылай ҙа тыныс,
Ҡайһылай ҙа күркәм иртәләр!
Йәйғор төҫөн алған сәскәләрҙән
Ҡараштарым минең нурлана.
Һәр береһе хыялымда балҡый,
Уйҙарыма инеп урала.
Баҡҡан саҡта ҡалалағы асҡаҡ,
Йә туҡлыҡтан бүрткән йөҙҙәргә,
Мин тырышам һәр саҡ хыялымда
Һеҙҙең ҡараштарҙы эҙләргә.
Һәм бына мин бөгөн һеҙҙең янда,
Ҡайтты миңә күңел сихәте.
Сит һуҡмаҡтың йәнгә йәмдәре юҡ,
Вәғәҙәләр генә зиннәтле.
Саф тәбиғәт миңә дауа икән,
Шуға тағы бер ҡат инанам.
Ебәк шәлле һомғол ҡайындарға,
Болоттарға ҡарап ҡыуанам.
Баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң йәнем
(Бер көндө бит шундай мәл килер),
Был булмышым йә аҡсарлаҡ булыр,
Йәки бер гөл булып үрелер.
Сфинкс-ҡатындар
Валентина Матвиенкоға, ул Санкт-Петербург губернаторы булып эшләгән осорҙа, ҡаланың архитектура ҡомартҡылары, Нева ярындағы сфинкстар меценаттар ярҙамында яңырыу осорон кисерҙе.
Онотолмай:
Сфинкс тәнендәге
Ауыр яраларҙы яматтың.
Шуның менән бергә сфинкс йөҙөн,
Үҙ йөҙөңдө лә һин ағарттың.
«Һауыҡҡан» был
сфинкстарҙы күргәс,
Балҡып китте Нева ярҙары.
Ә Рәсәйҙә сфинкс-ҡатындар бар,
Йәне, тәндәре лә яралы.
Һанһыҙ улар донъя киңлегендә
Ҡайғы-хәсрәттәрҙән өтөлгән.
Күпме ҡатын-ҡыҙҙың хыялдары
Юҡҡа сыҡҡан, һүнгән, һүтелгән.
Кем уларҙың яраларын ямар,
Тән яраһын, йөрәк яраһын?..
Шиңгән улар хәсрәт туртаһынан,
Күргән улар төндөң ҡараһын.
Күптәр улар сфинкс сифатлылар:
Яу ҡырынан йәре ҡайтмаған.
Йәшләй яңғыҙ ҡалған,
Бөрөләнгән
Йәшлек гөлө сәскә атмаған.
Күптәр улар:
Ғәҙеллекте эҙләп,
Юл сатында тороп ҡалғандар.
Сыҙамлығы һынып юғалғандар,
Тормош һаҙлығына батҡандар...
Кем уларға ярҙам ҡулы һуҙыр,
Кем уларға шәфҡәт менән бағыр?
Рәсәйҙәге сфинкс-ҡатындарҙың
Ҡасан икән аҡ төндәре балҡыр?
Кемгә таянырҙар?!
Киң Рәсәйҙә
Терәк, таяныс та юҡ һымаҡ.
Ирҙәргәме?
Көслө заттар хәҙер
Йәки бомж, йәки депутат.
Күбеһенә ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк
Тик үҙ көйөн көйләп йәшәргә.
Нескә, нәфис затты ҡурсаларлыҡ
Азаматтар бармы Рәсәйҙә?
Күңелдә нур ҡалды,
Сфинкстарҙың
Яраларын ярай яматтың.
Уңалтаһы ине Рәсәйҙәге
Сфинкс-ҡатындарҙың яраһын.
Бәйге
Ил буйынса хәҙер бәйге бара,
Шау-шоуҙарға донъя ҡоролған.
Үҙәк гәзиттәрҙе «биҙәй» торған
Шәрә «йондоҙҙар» күп – муйындан!
Улар хәҙер супер байҙар ҡорған
Кисәләрҙә аҡса уралар...
Бомждар ҙа хатта ҡар өҫтөндә
Усаҡ яғып, бәйге ҡоралар.
Хаҡтар донъяһында бәйге бара –
Арта көнләп түгел, сәғәтләп.
Оло бәйге фатир хаҡтарына,
Баҙарҙарҙа бәйге үтә шәп!
...Күркәмлеге бөттө бәйгеләрҙең,
Юҡ уларҙың хәҙер баһаһы.
Эш эшләмәй күптәр, бәйге ҡора,
Ҡала ғәжәпһенеп бағаһы.
Ил буйынса хәҙер бәйге бара,
Йәшәй алмай Рәсәй шау-шоуһыҙ.
Ябай халыҡ ҡына башын баҫҡан,
Тик таланттар ғына тауышһыҙ.
* * *
Сонеттар оҫтаһы Яҡуп Ҡолмой ағайҙың яҡты иҫтәлегенә
Һинең ғүмер
Түгел һүнгән күмер,
Түгел тик бер мәлдең алҡышы.
Һин үҫтергән сонет сәскәләре
Һаман тере, һаман балҡышлы.
Юлыңды гел биҙәмәне гөлдәр,
Тәрән йырындылар киҫтеләр.
Көндәреңде ҡай саҡ томан баҫты,
Уҫал ел-дауылдар иҫтеләр.
Тик һин тайпылманың
маҡсатыңдан,
Яугир рухы һиндә һүнмәне.
Ныҡыш йәнең,
Ҡом-таш яуғанда ла,
Шиғри ынйыларҙы эҙләне.
Дөрләп янды утың,
Гөл-баҡсаңа
Ҡунды китмәҫ өсөн таң ҡошо.
Һин үҫтергән сонет сәскәләре
Һаман тере, һаман балҡышлы.
* * *
(Сонет)
Селтербейтау – Тәңре тауы,
Тәңре нуры уға тамған.
Тауҙан бәреп сыҡҡан шишмә
Зәмзәм һыуы тәмен алған.
Нурлы Селтербейҙең серен
Гәлсәр шишмә һалып көйгә,
Ашыға йор Һикәҙегә,
Сихәтле моң өләшергә.
Селтербейем, йылдар буйы
Күпме аҫыл хис бирҙең һин.
Илһамымдың алтын тауы –
Миңә иман, көс бирҙең һин.
Селтербейем – аҡ һөйөүем,
Ә Һикәҙем – наҙлы көйөм.
Теги: