«Кешелектең йәншишмәһе – ҡатын-ҡыҙ сырағында»
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Хеҙмәт юлын беҙҙең баҫмала башлаған Таңһылыу Ҡарамышева – билдәле журналист, шағирә генә түгел, ялҡынлы йәмәғәт эшмәкәре лә. Быйыл сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләгән «Шоңҡар» журналының «кендек инәһе», тәүге баш мөхәррире лә ул. Шиғриәте иһә халыҡ ижадына, милли фәлсәфәгә таяныуы менән үҙенсәлекле һәм көслө. Автор быуаттар аша һыналған халҡыбыҙ аҡылын үҙенсә үҫтерә, уға заман һулышы өҫтәп, яңы бейеклеккә күтәрә.
Сабырлыҡ
Ваҡыт һөймәй ашығыуҙы,
Һөйә сабыр итеүҙе,
Талап итә ҡарһаланмай,
Етлегеүҙе көтөүҙе.
Бөгөн сәскән бөгөн шытмай –
Ваҡыт кәрәк үҫергә.
Һутланып емеш бешкәнен
Тура килә көтөргә.
Сабыйҙы сабый тыуҙырмай,
Етлекмәгәс енесе.
Ваҡыт кәрәк бешһен өсөн
Әҙәмлектең емеше.
Өлгөрмәй һис бер нәмә лә
Ваҡытынан алдараҡ.
Яңы сифатҡа күсергә
Ваҡыт – кәрәкле яраҡ.
Ашыҡҡаны өсөн генә
Әҙәм, Һауа гонаһы!
Етлеккәндәр өсөн генә
Аң емеше ағасы!
Ваҡытынан алдараҡ шул
Тыйылғандар тәмләнгән!
Шуға кеше үлемһеҙҙән
Үлемлегә әйләнгән.
Яҙыҡтарҙан арынырға
Билдәле ваҡыт кәрәк.
Яраларҙан уңалырға,
Әлбиттә, ваҡыт терәк!
Ваҡытлы ерҙә йәшәйбеҙ.
Түгел ул һис йәннәттәй.
Ваҡыт булмаған урында
Сабырлыҡтар кәрәкмәй.
Ташландыҡ йорт
Йәне сығып киткән кәүҙә кеүек,
Мәйет кеүек булған ташландыҡ йорт.
Хужаһынан яҙғас, буп-буш ҡалған,
Һәм ҡалмаған унда һаҡларлыҡ ҡот.
Эйә киткән. Үҙе менән бергә
Артмағына бер ни һалмаған ул.
Йән бейеккә ашҡан – күк-асманға!
Үҙе менән бер ни алмаған ул.
Йәне ташлап сығып киткән тәндең
Йөрәгендә туҡ-туҡ типмәй ҡаны.
Ғазаптары уны ташлап киткән,
Ташлап киткән уны шатлыҡтары.
Ташландыҡ йорт кеүек булған кәүҙә:
Хәрәкәттән яҙған, тыны бөткән.
Рух – Илаһтан, әҙәм тоҡомона
Мәңгелектән килеп, шунда киткән.
Тик йәнгә лә матди нәмә кәрәк:
Ҡайтып керер йорто – тәне кәрәк,
Кешелектең йәншишмәһе тәмен
Урттарында тойор мәле кәрәк.
Ҡояш
Ҡатын – Ҡояш!
Ситтән алмай,
Үҙ нурынан яҡтыра!
Үҙ йылыһына йылына!
Һәр ваҡыт балҡып тора.
Балҡымаһа, ҡатын түгел!
Тартыу көсөн юғалта.
Эргәһендә әйләнмәйҙәр –
Әйтерһең, ул туң ярҡа.
Ярҡаға сит осҡон кәрәк.
Ҡатындың үҙ сырағы.
Сырайында йылмайыуы –
Иң ҡиммәтле буяғы.
Ҡояш тирәләй әйләнә
Бейек күк есемдәре.
Ҡатын – Ҡояш! Тартып тора
Йылыһы ипкендәре.
Кешелектең йәншишмәһе –
Ҡатын-ҡыҙ сырағында.
Яҡты бөркә, ғүмер биреп,
Йыһандың торлағында.
Ниҙәр булды?
Был хыялсан күңелемә
Ниҙәр булды, ниҙәр, эй?
Хыялым хыял булыуҙан
Туҡталдымы инде ни?
Йылан кеүек, йән түренән
Шыуышып сыға һағыш.
Биләп алды барлығымды
Шул һағыш менән алыш.
Туҡталдымы шулай уҡ та
Йәрем йәрем булыуҙан?
Әрней минең йөрәккенәм
Һағыш менән тулыуҙан.
Шулай уҡ та юғалттыммы
Иң ҡәҙерле кешемде?
Ғүмерем буйы эҙләгән
Йәндәш, күңелдәшемде?
Мөхәббәтле күңелемә
Ниҙәр булды, ниҙәр, эй?
Һөйөүөм һөйөү булыуҙан
Туҡталдымы инде ни?
Өмөт
Яманға өмөт итмәйҙәр.
Өмөт һәр саҡ яҡшыға.
Ул һәр ваҡыт яҡты төҫтә,
Түгел ҡара ҡарсыға.
Яҡшыға өмөт итәмен.
Ямандан ваз кисәмен.
Һөйөкһөҙ ҡатын булмаҫҡа
Һөйөүеңде көтәмен.
Хөрмәтһеҙ ҡатын булмаҫҡа
Ихтирамың көтәмен.
Йөрәгең ҡабул итеүен,
Иғтибарың көтәмен.
Яратаһың һин дә мине –
Аңлап ҡына етмәйһең.
Ҡатын затҡа еңел ҡарап,
Баһа биреп бөтмәйһең.
Ҡара ҡарсыға шикелле
Булаһың ҡайһы саҡта.
Шундай мәлдә, мине һаҡлап,
Өмөтөм тора һаҡта.
Сәскә
Өҙөргә тип бер кем килмәһә лә,
Бер асыла сәскә бөткәнсә.
Донъяға бар матурлығын бирә!
Ул булдыра алмай бүтәнсә.
Ҡатындарҙы атҡан сәскә менән
Тиңләмәйҙәр бер ҙә тиктәҫкә.
Сәскә кеүек гел йылмайып торһа,
Һанамайҙар уны тинтәккә.
Усаҡ яҡһа, ҡаҙан аҫһа ҡатын,
Сәңгелдәктә бала бәпләһә,
Барса тормош байрам төҫөн ала:
Донъя мохтаж һәр саҡ сәскәгә!
Донъя мохтаж һәр саҡ ҡатындарға,
Матурлыҡҡа мохтаж булғанға.
Балҡып тора ҡатын кеше йәне
Сәскә яҡтыһына тулғанға!
Таш
Онта, әйҙә, бәр, ват ташты!
Һыуы сыҡмаҫ барыбер.
Таш таш инде: ҡатҡан, кипкән!
Шулай ҡалыр ары гел.
Һыу эсендә ятҡанда ла
Таш таш инде – йомшармаҫ.
Таш шикелле ҡатҡан күңел
Нескәрмәҫ һәм йоҡармаҫ.
Иреп ағып сыға таштар
Янартауҙар төбөнән.
Ташҡа әйләндеме инде,
Йән иремәй киренән...
Хаҡлыҡ
Ялған һәр саҡ кейем кейә.
Хаҡлыҡ ҡына яланғас.
Ялған матур, күҙ сағылта,
Биҙәктәргә буялғас.
Хаҡ тигәнең ялған булһа,
Матур итеп кейенер.
Шәрәлегенән хаҡлыҡтың
Күҙгә йәштәр төйөлөр.
Йыуғыс
Күргем килгәйне шул минең өҫкә
Бысраҡ яҡҡандарҙың йыуғысын.
Йыуманы шул улар ғәйептәрен,
Йүнәтмәне намыҫ боҙғосон.
Ғәфү һораманы улар минән,
Күҙҙәремә тура бер ҡарап.
Ҡараштарын аҫҡа йәшерҙеләр,
Әйтерһең дә инде, бер ҡараҡ.
Юйманы шул улар хаталарын,
Юйғыс менән юйған шикелле.
Ә мин генә барыһын ғәфү ҡылдым!
Онота алыуым ғына икеле.
Күпме тырышһам да, тапмайым шул
Хәтеремдең йомшаҡ юйғысын.
Күҙҙәремдән йәштәремде һөртә
Тик үҙемдең күңел йыуғысым.
Дауам итә таҙа тормошом...
Хеҙмәт юлын беҙҙең баҫмала башлаған Таңһылыу Ҡарамышева – билдәле журналист, шағирә генә түгел, ялҡынлы йәмәғәт эшмәкәре лә. Быйыл сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләгән «Шоңҡар» журналының «кендек инәһе», тәүге баш мөхәррире лә ул. Шиғриәте иһә халыҡ ижадына, милли фәлсәфәгә таяныуы менән үҙенсәлекле һәм көслө. Автор быуаттар аша һыналған халҡыбыҙ аҡылын үҙенсә үҫтерә, уға заман һулышы өҫтәп, яңы бейеклеккә күтәрә.
Сабырлыҡ
Ваҡыт һөймәй ашығыуҙы,
Һөйә сабыр итеүҙе,
Талап итә ҡарһаланмай,
Етлегеүҙе көтөүҙе.
Бөгөн сәскән бөгөн шытмай –
Ваҡыт кәрәк үҫергә.
Һутланып емеш бешкәнен
Тура килә көтөргә.
Сабыйҙы сабый тыуҙырмай,
Етлекмәгәс енесе.
Ваҡыт кәрәк бешһен өсөн
Әҙәмлектең емеше.
Өлгөрмәй һис бер нәмә лә
Ваҡытынан алдараҡ.
Яңы сифатҡа күсергә
Ваҡыт – кәрәкле яраҡ.
Ашыҡҡаны өсөн генә
Әҙәм, Һауа гонаһы!
Етлеккәндәр өсөн генә
Аң емеше ағасы!
Ваҡытынан алдараҡ шул
Тыйылғандар тәмләнгән!
Шуға кеше үлемһеҙҙән
Үлемлегә әйләнгән.
Яҙыҡтарҙан арынырға
Билдәле ваҡыт кәрәк.
Яраларҙан уңалырға,
Әлбиттә, ваҡыт терәк!
Ваҡытлы ерҙә йәшәйбеҙ.
Түгел ул һис йәннәттәй.
Ваҡыт булмаған урында
Сабырлыҡтар кәрәкмәй.
Ташландыҡ йорт
Йәне сығып киткән кәүҙә кеүек,
Мәйет кеүек булған ташландыҡ йорт.
Хужаһынан яҙғас, буп-буш ҡалған,
Һәм ҡалмаған унда һаҡларлыҡ ҡот.
Эйә киткән. Үҙе менән бергә
Артмағына бер ни һалмаған ул.
Йән бейеккә ашҡан – күк-асманға!
Үҙе менән бер ни алмаған ул.
Йәне ташлап сығып киткән тәндең
Йөрәгендә туҡ-туҡ типмәй ҡаны.
Ғазаптары уны ташлап киткән,
Ташлап киткән уны шатлыҡтары.
Ташландыҡ йорт кеүек булған кәүҙә:
Хәрәкәттән яҙған, тыны бөткән.
Рух – Илаһтан, әҙәм тоҡомона
Мәңгелектән килеп, шунда киткән.
Тик йәнгә лә матди нәмә кәрәк:
Ҡайтып керер йорто – тәне кәрәк,
Кешелектең йәншишмәһе тәмен
Урттарында тойор мәле кәрәк.
Ҡояш
Ҡатын – Ҡояш!
Ситтән алмай,
Үҙ нурынан яҡтыра!
Үҙ йылыһына йылына!
Һәр ваҡыт балҡып тора.
Балҡымаһа, ҡатын түгел!
Тартыу көсөн юғалта.
Эргәһендә әйләнмәйҙәр –
Әйтерһең, ул туң ярҡа.
Ярҡаға сит осҡон кәрәк.
Ҡатындың үҙ сырағы.
Сырайында йылмайыуы –
Иң ҡиммәтле буяғы.
Ҡояш тирәләй әйләнә
Бейек күк есемдәре.
Ҡатын – Ҡояш! Тартып тора
Йылыһы ипкендәре.
Кешелектең йәншишмәһе –
Ҡатын-ҡыҙ сырағында.
Яҡты бөркә, ғүмер биреп,
Йыһандың торлағында.
Ниҙәр булды?
Был хыялсан күңелемә
Ниҙәр булды, ниҙәр, эй?
Хыялым хыял булыуҙан
Туҡталдымы инде ни?
Йылан кеүек, йән түренән
Шыуышып сыға һағыш.
Биләп алды барлығымды
Шул һағыш менән алыш.
Туҡталдымы шулай уҡ та
Йәрем йәрем булыуҙан?
Әрней минең йөрәккенәм
Һағыш менән тулыуҙан.
Шулай уҡ та юғалттыммы
Иң ҡәҙерле кешемде?
Ғүмерем буйы эҙләгән
Йәндәш, күңелдәшемде?
Мөхәббәтле күңелемә
Ниҙәр булды, ниҙәр, эй?
Һөйөүөм һөйөү булыуҙан
Туҡталдымы инде ни?
Өмөт
Яманға өмөт итмәйҙәр.
Өмөт һәр саҡ яҡшыға.
Ул һәр ваҡыт яҡты төҫтә,
Түгел ҡара ҡарсыға.
Яҡшыға өмөт итәмен.
Ямандан ваз кисәмен.
Һөйөкһөҙ ҡатын булмаҫҡа
Һөйөүеңде көтәмен.
Хөрмәтһеҙ ҡатын булмаҫҡа
Ихтирамың көтәмен.
Йөрәгең ҡабул итеүен,
Иғтибарың көтәмен.
Яратаһың һин дә мине –
Аңлап ҡына етмәйһең.
Ҡатын затҡа еңел ҡарап,
Баһа биреп бөтмәйһең.
Ҡара ҡарсыға шикелле
Булаһың ҡайһы саҡта.
Шундай мәлдә, мине һаҡлап,
Өмөтөм тора һаҡта.
Сәскә
Өҙөргә тип бер кем килмәһә лә,
Бер асыла сәскә бөткәнсә.
Донъяға бар матурлығын бирә!
Ул булдыра алмай бүтәнсә.
Ҡатындарҙы атҡан сәскә менән
Тиңләмәйҙәр бер ҙә тиктәҫкә.
Сәскә кеүек гел йылмайып торһа,
Һанамайҙар уны тинтәккә.
Усаҡ яҡһа, ҡаҙан аҫһа ҡатын,
Сәңгелдәктә бала бәпләһә,
Барса тормош байрам төҫөн ала:
Донъя мохтаж һәр саҡ сәскәгә!
Донъя мохтаж һәр саҡ ҡатындарға,
Матурлыҡҡа мохтаж булғанға.
Балҡып тора ҡатын кеше йәне
Сәскә яҡтыһына тулғанға!
Таш
Онта, әйҙә, бәр, ват ташты!
Һыуы сыҡмаҫ барыбер.
Таш таш инде: ҡатҡан, кипкән!
Шулай ҡалыр ары гел.
Һыу эсендә ятҡанда ла
Таш таш инде – йомшармаҫ.
Таш шикелле ҡатҡан күңел
Нескәрмәҫ һәм йоҡармаҫ.
Иреп ағып сыға таштар
Янартауҙар төбөнән.
Ташҡа әйләндеме инде,
Йән иремәй киренән...
Хаҡлыҡ
Ялған һәр саҡ кейем кейә.
Хаҡлыҡ ҡына яланғас.
Ялған матур, күҙ сағылта,
Биҙәктәргә буялғас.
Хаҡ тигәнең ялған булһа,
Матур итеп кейенер.
Шәрәлегенән хаҡлыҡтың
Күҙгә йәштәр төйөлөр.
Йыуғыс
Күргем килгәйне шул минең өҫкә
Бысраҡ яҡҡандарҙың йыуғысын.
Йыуманы шул улар ғәйептәрен,
Йүнәтмәне намыҫ боҙғосон.
Ғәфү һораманы улар минән,
Күҙҙәремә тура бер ҡарап.
Ҡараштарын аҫҡа йәшерҙеләр,
Әйтерһең дә инде, бер ҡараҡ.
Юйманы шул улар хаталарын,
Юйғыс менән юйған шикелле.
Ә мин генә барыһын ғәфү ҡылдым!
Онота алыуым ғына икеле.
Күпме тырышһам да, тапмайым шул
Хәтеремдең йомшаҡ юйғысын.
Күҙҙәремдән йәштәремде һөртә
Тик үҙемдең күңел йыуғысым.
Дауам итә таҙа тормошом...
Теги: