Кейәү балдағы
Аминат ТАПАЛАЕВА
Аминат Тапалаева 1983 йылда Чечен Республикаһының Берҙәкел ауылында тыуған. Чечен дәүләт университетының физика-математика һәм филология факультеттарын тамамлай. «Вайнах» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы. «Ауыр йөк» исемле тәүге китабы – 2014, балалар өсөн «Әсәйемә кем яғымлыраҡ?» тигән икенсе китабы 2017 йылда донъя күрә. Әҫәрҙәре рус һәм немец телдәренә тәржемә ителгән. РФ Яҙыусылар берлегенең Чечен Республикаһы бүлексәһе ағзаһы. Грозный ҡалаһында йәшәй.
КЕЙӘҮ БАЛДАҒЫ
Хикәйә
Айлы, йондоҙло күктең яҡтыһынан йылыға тейенгән яҙғы кис. Аргун йылғаһы ғына моңһоу сылтырауы менән ҡайһы берҙә һиллекте телеп ҡуя. Ошондай кистәрҙең береһендә Маржанға күршеһе Майдат инде. Майдат тупһанан үтер-үтмәҫтән ҡарашын кәстрүлгә йүнәлтте. Хужабикә унан ҙур ит киҫәктәре ала ине. Майдат йәнләнде, күҙҙәре янды!
Ул арала Маржан, әҙәп һаҡлап, күршеһенең, ғаиләһенең хәлен һорашты, өйөнөң именлеге менән ҡыҙыҡһынды, шунан өҫтәл янына саҡырҙы.
– Минекеләр барыһы ла үҙ йомоштары менән ҡайһыһы ҡайҙа таралышты. Ә үҙем кискелеккә ултырырға ниәтләгәйнем. Хожаның ғаиләһе ҡорбан салды. Итте бар күрше-тирәгә таратты, беҙгә лә бирҙеләр. Шуны бешерҙем. Инеүең һәйбәт булды әле, – тине хужабикә, табын әҙерләп. Ул итте өҫтәлгә тиҙерәк ҡуйырға тырышып ыу-арама килде, алһыуланған танауы тирләп сыҡты.
– Эйе, улар йомарт кешеләр, – тине Майдат, Хожа ғаиләһен күҙ уңында тотоп. – Бындай изгелекте йыш ҡыла. Зат-ырыу менән бүлешергә онотмағас, үҙҙәре лә етеш йәшәй. – Майдат һөйләнә-һөйләнә үҙенә әйҙәп торған өҫтәл артына уңайлап ултырҙы.
Ҡунаҡ оҙаҡ ҡыҫтатманы! Тулы кәүҙәле ҡатындың ашарға яратҡанлығы әллә ҡайҙан күренеп тора. Ҙур ҡулдары менән, килешәме-юҡмы икәнен уйлап тормай, олораҡ киҫәктәрҙе һайланы. Ул ниндәйҙер бер һүҙ ҡыҫтырғанда ғына ашауынан бүленде. Өй хужабикәһе Маржан да ҡунағынан ҡалышманы. Ул, ҡунағына ҡарағанда үҙенә әҙерәк ҡалыр, тип ҡурҡҡандай, айырыуса тырышып ашаны. Һимеҙ ит киҫәген һарымһаҡ тәмләткесенә манып алып, ауыҙына йәтеш кенә оҙатты. Тәмләп сәйнәгәс, йотоп ебәрҙе, унан эйәгенән шишмәләй йүгергән майҙы етеҙ ҡулы менән һөртөп алды. Шунан һуң ғына әле булһа Хожаның йомарт ғаиләһен маҡтауын дауам иткән ҡунағы менән килешеп, һүҙгә ҡушылды.
– Хожа үҙе бик һәйбәт кеше, әммә ҡатыны – тәкәббер һәм һөйкөмһөҙ. Ирҙән айырылған ҡатындар һымаҡ кейенә, ҡартайғанын уйлап та бирмәй. Мин булһам, эт тә әйләнеп ҡарамаҫ ине, ҡатынлыҡҡа алыуҙы әйтеп тә тормайым. Алһалар ҙа тотмаҫтар, быны тиккә ашатыуҙан фәтүә аҙ, тиерҙәр ине. Буй еткергәндә шул тиклем йәмһеҙ ине ул, ә Хожа... Хожа бик сибәр.
– Эйе, ул, ысынлап та, гүзәлдәрҙән булманы! Ә хужабикә булараҡ бик шәп тиҙәр. – Майдат Хожаның ҡатынын яҡларға маташты. – Һин яйын тура килтереп, уларҙың өйө янынан әйлән: ул бер минут та тик тормай, ни ҙә булһа эшләй: һеперә, мал ҡарай... Нимәһен һөйләп тораһың?! Үҙем ундай эштәргә күптән тотонғаным юҡ, ялҡауым килә. Ә ул – һәр саҡ эш өҫтөндә, йәш килен кеүек...
Саҡырылмаған ҡунаҡтың Хожа ҡатынын теше-тырнағы менән яҡларға тырышыуы Маржандың асыуын килтерҙе. Ул үҙ һүҙен бирмәне.
– Тураһын әйткәндә, ул бөтөнләй йүнле хужабикә түгел, кешеләргә эшләгән кеүек булып күренә генә. Ишек алдында тегеләй-былай сабыуҙан ни файҙа? Мине күрмәй ҡалырҙар, тип ҡурҡамы?! Бар ғиллә шунда. Өҫтәүенә, һинең кеүек ҡатындар маҡтай ҙа уны. – Маржан күршеһен ҡырҡа бүлдерҙе. Шуның менән улар Хожа ҡатыны хаҡында һөйләшеүҙе тамамланы.
– Дөрөҫөн әйткәндә, уға гел эшем эйәһе булып ҡыланыуы еңел түгел. – Быны ике ҡатын бер ауыҙҙан әйтте лә, ризыҡ ейеүҙән бер аҙға туҡталып, рәхәтләнеп көлөштө...
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 2-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Теги: Аминат Тапалаева