«Гөрләүек йүгертер ҡояш, офоғомдан юғалма!»

«Гөрләүек йүгертер ҡояш, офоғомдан юғалма!»
Зөһрә Үтәғолова

Бөрйән районы Аҫҡар ауылы ҡыҙы Зөһрә Үтәғолова әлеге көндә Белорет ҡалаһында йәшәй. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында йәш хәбәрселәр түңәрәген етәкләй. РФ һәм БР Яҙыусылар, Журналистар берлеге ағзаһы. Ике ҡыҙ әсәһе, өләсәй. Тормош иптәшенә ныҡлы терәк. Ижадында ябай ғына күренештәрҙән дә һөйөнөс табып, күнеп йәшәгән гүзәл зат күңел бейеклеген юғары сөйөп, рухи донъяны балҡытып ебәреү көсөнә эйә.

Балаларым ҡайтҡанда
Алыштырам өҫ-башымды,
Рәтләйем сәстәремде.
Ҡайтып килә балаларым, –
Мин Ҡояш хәс тә инде.

Көлөп торһон тирә-яғым:
Ипкә килтерәм йортто.
Өлгөртәйем аш-һыуымды
Өҫтәп яғайым утты.

Йүгереп йөрөп ҡуям һыйҙар:
Һығылһын өҫтәл, әйҙә!
Ауыҙ итһен балаларым,
Йыйылып ҡайтҡан мәлдә.

Байрам кәйефе – күңелдә,
Балаларым ҡайтҡанда.
Ишеттермәм ыңғырашыу
Һыҙланып мин ятһам да...

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз генә
Көтөп алған әсәй мине,
Төрөп һалған биләүгә.
Ғүмер биргән әсәйемә
Бурыслымын иң тәүҙә.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз генә
Әсәйҙәр был донъяла.
Ҡосаҡтары – һүнмәҫ усаҡ,
Йөҙҙәренән нур тама.

Сабыйҙарҙың ауазына
Ҡушыла әсә йыры.
Балаһына бәхет теләй
Әсәйҙәр ғүмер буйы.

Гөрләүекле бураҙна
Ҡарағайҙар һыры – баҫҡыс,
Үткән ғүмер аҙымы.
Ҡыуара барған ботаҡтар –
Йәшәлгән йылдар һаны.

Күбәйһә лә баҫҡыс-ботаҡ –
Ҡеүәтле йәшелдәре!
Ҡояшҡа табан ынтыла
Яңы өлгөргәндәре.

Минең ғүмер – маңлайымда –
Гөрләүекле бураҙна.
Гөрләүек йүгертер ҡояш,
Офоғомдан юғалма!

Әһле иман, әһле нур
Әһле иман,
Әһле нур!
Иман нуры
Беҙҙә ҙур.

Тайпылғандар
Был юлдан,
Мәхрүм булыр
Ҡот, нурҙан.

Йәшәйек шөкөр итеп
Бер кәрәҙгә тулышып,
Намаҙ ҡыла мосолман.
Һәр кәрәҙҙән, бал кеүек,
Һарҡып сыға ҡот, иман.

Ауыҙ иткән шул балдан
Ниәтенә ирешә.
Һуттар йыйыу бер миҙгел –
Үҙ сәскәләрен көтә.

Бәрәкәткә мансылып,
Ишек ҡаҡһын һәр иртә.
Раббыбыҙға һыйынып,
Йыйғанды татып йәшәйек,
Шөкөрҙәр итә-итә...

Аттар йөрөй тибендә
Атып-һалып биләүҙәрен,
Көн-балаһын ҡояш һондо.
Утыҡ көнөм әсәһеләй,
Бар ғаләмгә хужа булды.

Тау сабыйы-шишмәләрем
Үҙ алдына йырҙар һуҙҙы.
Өлгөр ҡошсоҡ таң һарыһы
Әҙерләгән яңы моңдо.

Көрт эсендә күмәк аттар
Үҙ көндәрен үҙе күрә.
Йондоҙ теҙеп баҫыуҙарға,
Төнөн дә йөрөй тибендә:

Тоғролоҡ һаҡлай малҡайҙар
Ата-баба кәсебенә.
Тояҡ менән ер соҡойҙар,
Тирләп-бешеп ҡыш көнөндә.

Шыршы турғайы
Ҡорған шыршы турғайҙары
Ояларын бейеккә.
Ҡар көйөнә йәшәү даулап,
Йомортҡалар бейешә.

Бала үҫтерә буранда
Сая шыршы турғайы.
Йомшаҡ тунлы ҡошсоҡтары
Нисек кенә туңмайҙыр?

Һәр энәгә өмөт тағып,
Ҡоролған ылыҫ өйө.
Инә турғай тыныслығын
Күҙәтә йондоҙ үҙе.

Етә ҡанат йылылары,
Өшөтмәй әсә наҙы.
Шул ҡошсоҡтар ныҡлығынан
Ярала яңы яҙым.



Теги: Зөһрә Үтәғолова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook