Ә бит бәхет тигәндәре ябай ғына...

Ә бит бәхет тигәндәре ябай ғына...
Миңлегөл Хисамова

Ғүмер үренә артылып, етмешен түңәрәкләгән билдәле яҙыусы Миңлегөл Хисамованың һөйөү-наҙға тулы, тәрән һағышҡа сорнаулы яңы шәлкеме шағирәнең йәйғор төҫлө йөрәк кисерештәрен баҙлатып, нәфис һүҙгә һыуһағандарҙың күңел сөңгөлдәрен яҡтырта.


Һин бешергән икмәк тәме
Күпереп кенә бешкән икмәктәргә
Ҡулдарыңдың һеңгән йылыһы.
Телем-телем ята алдыбыҙҙа,
Шаҡмаҡ шәкәр – сәйгә быныһы.

Үҙебеҙгә генә бик ҡәҙерле,
Шундай матур ине самауыр.
Шыжлап ҡына йырлап тик ултыра,
Шишмә сәйе тәмле, дауа ул.

Һин бешергән икмәк тәме, әсәй,
Әле булһа телем осонда.
Тыуған өйөм, йылы, изге тупһам
Кеше иткән мине ошонда.

Һағындыра, һағындыра, әсәй,
Гөлдәр менән тулған өй түре.
Күҙ алдымдан китмәй шул күренеш,
Күҙ алдымда һаман һин – тере!

Бәхет тигәндәре ябай ғына...
Был донъяла нисек кенә алданһам да,
Тетрәнһәм дә суҡмар башлы яуызлыҡтан,
Иҙелһә лә йәнем күпме кәмһенеүҙән,
Зарланманым бер иле лә бәхет юҡтан.

Ә бит бәхет тигәндәре ябай ғына...
Уйсанланып баҫып торған бер мәлемдә,
Бар йәмдәре күркәм миңә – сихри донъя,
Тәбиғәттең яңырыуы – үҙ ғәмендә.

Йөрәгемә тулған моңда һоҡланыуҙар,
Үҙ сабыйын көткән әсә фиғелендә.
Йырым менән тулышҡанмын, күңел наҙлы,
Бына-бына ҡош та һайрар ҡуш иңемдә.

Бәхет тигәндәре, ысын, ошо икән,
Ҡанаттарҙа, эйе, һәр саҡ өмөт-елкән.
Талпынырға әҙер күккә, төпһөҙлөккә,
Моңло көйҙөң бер сыңылай ғүмерлеккә.

Йәшәгеләр килә йырлай-йырлай
Таш өйҙәргә инеп бикләнгәнбеҙ.
Рима Солтанова.

Таш өйҙәргә инеп бикләнәбеҙ,
Күңел ҡата мәллә таш булып?
Таш юлдарҙан йөрөп арыйбыҙ ҙа,
Уйланабыҙ күҙгә йәш тулып.

Яҙмыш йөрөтәлер бәндәләрҙе,
Юҡтыр яҙмышыңдан уҙмышың.
Ғүмер ҡәҙерҙәрен һуң беләбеҙ,
Көткән кеүек алда йөҙ ҡышың.

Китәһеләр килмәй был ерҙәрҙән,
Ожмах булмаһа ла таш өйөң.
Йәшәгеләр килә йырлай-йырлай,
Юғалтмайса бары үҙ көйөң...

Йәсмин сәскәһе
Йөрәгемде ҡуҙғатмасы,
Йәсмин сәскәһен өҙөп.
Иҫтәремә төшөрмәсе,
Үткән йылдарҙы теҙеп.

Офоҡ арттарында балҡый
Һоҡланыу-яныуҙарым.
Мәңге ҡайтасаҡ түгел бит
Саф йөрәк ярһыуҙары.

Йөрәгемде ҡуҙғатмасы,
Ойоған хистәремде.
Онота алмам бары һинең
Гел уйсан төҫтәреңде.



Теги: Миңлегөл Хисамова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook