Юғалған ер
Тарана ВӘХИД
Тарана Вәхид – төрки донъяһында билдәле журналист, хикәйә оҫтаһы, документаль фильмдар авторы. Әзербайжан Республикаһының Журналистар, Яҙыусылар һәм Театр эшмәкәрҙәре союздары ағзаһы. 2016 йылда үткән Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһендә Әзербайжанда беренсе урын яулап, конкурстың икенсе этабында махсус призға лайыҡ була. Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән әлеге хикәйә яҙыусының туған халҡы яҙмышына төшкән әсе һынауҙар, тыуып үҫкән ғәзиз ер ҡөҙрәте хаҡында уйланыуҙары, һыҙланыуҙары менән һуғарылған.
Юғалған ер
Хикәйә
Ямғыр ҡоя. Күктәр күптән бындай ямғыр яуҙырғаны юҡ ине. Әммә уға бер кем дә иғтибар итмәне... Аяғында баҫып тора алған һәр кем, үтәнән-үтә һыуланыуҙан да ҡурҡмай, Ғарибтың бәләкәй генә өй йоратына ашыҡты. Мөслим, тупһаға еттем генә тигәндә, нимәгәлер эләгеп, күләүеккә ҡолай яҙҙы. Кемдер беләгенән тотоп өлгөрҙө:
– Ипләберәк, аҡһаҡал, йығылып, имгәнеп ҡуйыуығыҙ бар бит...
Ишек янындағылар, икегә айырылып, ҡартҡа юл бирҙе, ул, кепкаһындағы ямғыр тамсыларын ашығып ҡына һелкте лә түргә уҙҙы. Ғариб, ҡулдарын түш тәңгәлендә ҡаушырып, өйҙөң ҡап уртаһында ята, йолаға ярашлы, башын Мәккәгә ҡаратып һалғандар. Саҡ ҡына ситтәрәк ир туғандары, күрше-тирәһе теҙелгән. Мөйөшкә һырыҡҡан бер нисә ҡатын Ғарибтың һис ҡасан бойоғоу белмәҫ хәләл ефете Гөликәйҙе тынысландырып маташа, ә уның күҙ йәштәре тыштағы ямғыр кеүек түгелә генә.
Мөслим, еүеш кепкаһын ситкә ҡуйып, ауырыуҙың баш осона сүгәләне лә, муйынын алғараҡ һоноп, ҡалтыраҡ тауыш менән:
– Һиңә ни булып китте, Ғариб? – тип һораны.
Ғариб Мөслимде ишетте, әммә яуап бирә алманы. Тулҡынланды, тыны быуыла башланы, күҙ алдары томанланды…
…Ғарибтың күҙ алдары берсә ҡараңғыланды, берсә ҡыйыҡты терәткән бағанала элеүле лампаның тоноҡ яҡтыһында ҡамыштан үрелгән стена буйлап шәүләләр йүгереште. Тәүҙә был күләгәләр уға баштары өҙөлгән ҡоштар сүрәтендә күренде. Ул ҡурҡты, ҡысҡырырға, өрәктәрҙе ҡыуырға теләне, әммә ҡапыл улар ниндәйҙер яҡын, йәненә ғәзиз күренешкә әйләнде. Шәүләләрҙә ул тыуған төйәгенең билдәһеҙлектән юғалып, баҙап ҡалған, арыуҙан, ояттан, ҡайғынан баштарын түбән эйгән ирҙәрен таныны. Башһыҙ күләгәләр Ғарибтың йөрәген өттө. Уның һыу эскеһе килде – үҙенең тауҙарындағы, тарлауыҡтарындағы гәлсәр шишмәләр һыуын. Их, бер генә йотом тау шишмәһе һыуы булһасы...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА тәржемәһе.
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 5-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Теги: Тарана Вахид