«Күк йөҙөндә ҡош юлындай моң ҡалды...»

«Күк йөҙөндә ҡош юлындай моң ҡалды...»
Хәлисә Мөҙәрисова

Нуриман районында йәшәп ижад иткән билдәле шағирә, драматург, прозаик Хәлисә Мөҙәрисова матур ғүмер байрамын – 65 йәшен билдәләй. Тынғыһыҙ ижадсының уҡыусыларға тәҡдим иткән шәлкемендәге лирик геройы ла берсә үткәндәрҙе барлап һағышлана, берсә яҡты өмөткә сорналып яңы көнгә баға. Шиғри гөлләмә ҡәләм эйәһенең ниндәй халәтен дә баһалы бер тыныслыҡ менән ҡаршылап, ысынбарлыҡты нисек бар, шул килеш яратып ҡабул итеүен тойҙорта.


Кәлтә эҙе*
Апрель кисе, йәшел урман,
Иңдә – һинең ҡулдар…
Аһ, урау һәм бик бормалы
Булды беҙҙең юлдар.
Затлы бүләк – йәшмә ҡумта
Өҫтәлемдә балҡый.
Ҡапҡасында – көмөш кәлтә
Үҙенә урын тапмай.
Алтын тажын ҡырын һалып,
Ята көмөш кәлтә.
Икебеҙҙең арабыҙға
Ҡора көмөш йәтмә.
Уралаһың шул йәтмәгә,
Йәнде йыуатаһың,
Ҡабатланмаҫ был йылдарҙы,
Мине юғалтаһың,
Юғалтаһың һәм үҙеңде
Юҡҡа йыуатаһың.
Апрель кисе, утлы тамсы
Үҙәктәргә тамды,
Алтын тажлы көмөш кәлтә
Зәһәрләнеп янды,
Һөйөүеңдән күңелемдә
Кәлтә эҙе ҡалды.


* * *
Кәрәкмәй, иҫкә төшөрмә,
Асма келә, яй табып,
Ул саҡтың ихлас хистәре
Тышҡы ишектәй ябыҡ.
Бикле улар, асылмаҫтар,
Асҡыс юғалтҡан серен.
Юҡ, көлдән усаҡ терелмәҫ,
Аңламаҫ ҡыш яҙ телен.
...Ҡарлы елде һөҙә тышта
Нескә бармаҡлы сирень.

Төнгө фонтан
Төнгө фонтан шыбыр-шыбыр ни һөйләй?
«Һуң инде, һуң, барыһы ла үтте», – тип көйләй.
Ҡушылғандай уға күлдең ҡамышы,
Ҡамышлыҡта – ҡыр өйрәге тауышы.
Офоҡҡа күмелгән поезд геүләүе,
Янда – аймылыш яҙмыштар түләүе.
Үтеп китте йыраҡлашҡан моң кеүек,
Уйға кергән, онота алмаған йыр кеүек,
Усҡа төшкән, тота алмаған нур кеүек,
Бөгөн инде ҡайтарыуҙар һуң кеүек.
Хәҙер төшөп ватылған аҡ кәсә ул,
Ҡарағайҙар араһында – рәшә ул.
Сәселде лә, түгелде лә, ыуалды,
Күк йөҙөндә ҡош юлындай моң ҡалды.
Төнгө фонтан шыбыр-шыбыр юл алған:
Һаҡланмаған...
Табылмаған…
Юғалған…

* * *
Ямғыр яуа, яуа ямғыр,
Сәстәреңә ынйы түгеп,
Ҡараштарың утлы тамсы –
Йөрәгемә тама кеүек.
Ямғыр яуа, яуа ямғыр,
Йыраҡ әле ҡыштарыма.
Тамсы булып тамһам ине
Мин дә һинең устарыңа.

* * *
«Пустых небес прозрачное стекло…»
А. Ахматова.
Буш күктәрҙә тоноҡ наҡыҫ нурҙар,
Аҡ бүректән ойой һоро өйҙәр,
Берсә олой, берсә әрнеп илай,
Берсә йырлай тышта иҫерек елдәр.
Ҡыштар керә, хистәр инде айныҡ:
Борсолоу юҡ, йырла, илап ҡара…
Беҙгә инде яҙҙар ҡағылмаҫтар,
Көҙҙәрҙең дә төҫө уңып бара.
Берсә йырлап, берсә әрнеп илап,
Был донъялар беҙҙән уҙып бара.

*Кәлтә – кеҫәртке.




Теги: Хәлисә Мөҙәрисова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook