Саф мөхәббәт бар бит ул
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА
Оҙаҡ йылдар балалар матбуғатына тоғро хеҙмәт иткән Хәлиҙә Чембарисова хикәйәләрендә лә ниндәй генә хәл-ваҡиға тураһында бәйән итмәһен, хатта ҡыҙғаныс хәлдәрҙе сабыйҙарса яҡты хистәргә һуғарып тасуирлай. Яҙмыш аямай мәңгегә аҙаштырған, яңылыштырған геройҙарының да күңелдәрендә йәшенеп ҡалған баҙыҡ бәхет осҡонон табып, уҡыусыларға шуны күрһәтә белеүе менән алдыра ул.
Матур, мөхәббәтле парҙарҙы күрһәм, яндарынан йылмаймайынса үтә алмайым. Бигерәк һөйкөмлө була бит улар. Бәхетлеләр, бер кемдә лә эштәре юҡ, әйтерһең, донъяла улар икәү генә.
...Йәшлектәре минең күҙ алдымда үтте. Икеһе лә сибәр, килмәгән яҡтары юҡ. Ҡыҙҙың исеме Ләйлә. Шуғамы икән, Саматына ла Мәжнүн ҡушаматы тағылды ла ҡуйҙы. Бер-береһенә булған мөхәббәттәре лә Ләйлә менән Мәжнүндекенән һис кәм булмағандыр. Урамдан икәү атлап үткәнен бөтәһе һоҡланып ҡарап ҡала торғайны. Ә парлашып бейеүҙәре һуң!.. Клубта гармун тауышы ишетелеү менән Самат ағай төшөп китә, шунда уҡ ҡаршыһына күбәләктәй осоп Ләйлә апай килеп баҫа. Был ваҡытта башҡа берәү ҙә бейемәй. Баҙнат итмәйҙәр.
Мәктәп йәшенән дуҫлашып йөрөгән йәштәр, уҡыуҙы тамамлағас, икеһе лә һөнәр алырға баш ҡалаға юлланды. Самат ағай урман хужалығы техникумын һайланы. Йәше еткәс, әрмегә алдылар. Һөйгәне күҙ йәштәрен түгеп оҙатып ҡалды. Йәштәр мәңге бергә булырға вәғәҙәләр бирешеп, айырылды.
Ләйлә апай тегенсегә уҡып, алыҫ райондарҙың береһенә практика үтергә китте. Уны яңғыҙ ғына йәшәгән бер әбейгә фатирға урынлаштырҙылар. Һылыу ҡыҙҙы урындағы егеттәр ҙә шундуҡ шәйләп алды. Үҙҙәренә нисек ҡаратырға белмәнеләр. Ләкин Ләйлә апай береһенә лә иғтибар итмәне. Клубҡа ла сыҡманы. Бергә эшләгән ҡыҙҙары саҡырып килһә лә, ризалашманы. Өҙөлөп Саматынан хаттар көттө, аҙаҡ төндәр буйы яуап яҙҙы. Сит ерҙәрҙә бигерәк ҡыйын икән ул. Үҙ яғында, дуҫ-иштәре эргәһендә еңелерәк булыр ине лә бит. Нимә тип шул тиклем йәһәннәмгә китмәк булғандыр? Өфөлә лә ҡалырға мөмкин ине бит.
Бәлә аяҡ аҫтында ята, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Бер көндө әбейе район үҙәгендә йәшәгән улдарына ҡунаҡҡа китте. Ләйлә, бер үҙе йоҡларға ҡурҡып, әхирәтен саҡырҙы. Уныһы ҡыҙға күптән күҙе төшөп йөрөгән ағаһын да эйәртеп килгән. Ләйләгә был оҡшаманы, әлбиттә.
– Әхирәтең менән таныштыр, тип ҡолаҡ итемде ҡалдырманы бит. Ярай, күреп һөйләшһен инде, тинем дә ризалаштым. Хәҙер ҡайтып китә ул, – тип аҡланды ҡыҙ.
Икенсе көндө егет көтмәгәндә бер үҙе генә килеп инде.
– Һеңлем бөгөн килә алмай. Сирләберәк тора, – тине ул. Әллә әҙерәк ҡыҙмасараҡ та инде. Һүҙгә бөткән Әхәт сутырлығы сығып, хәбәрен ойотто ғына.
Ләйлә инде ваҡыттың һуң булыуы, иртәгә эшкә барырға кәрәклеге тураһында ишаралағас та урынынан ҡуҙғалырға ашыҡманы. Егеттең ҡайтҡыһы килмәй ине. Һушы китеп, ҡыҙҙан күҙен ала алмай ултырыуын дауам итте. «Ҡайһылай рәхәт уның янында. Мин уны бер кемгә лә бирмәйәсәкмен», – тип хәл итеп тә ҡуйҙы эстән.
Ниңә, ул да төшөп ҡалған егет түгел дә инде. Ана, эргәһендә бөтөрөлөп йөрөгән ҡыҙҙар күпме... «Ә һин барыбер минеке буласаҡһың», – тип уйлап, Ләйләгә өтөрҙәй итеп бер ҡараны ла:
– Берәй сынаяҡ сәй ҙә эсермәй сығараһыңмы ни әхирәтеңдең ағаһын, – тип әйтеп ҡуйҙы.
Ҡыҙ теләр-теләмәҫ кенә электр самауырын ҡабыҙып ебәрҙе. Үҙенең йөрәге атылырҙай булып типте: «Уф-ф, ниңә китмәй икән ул? Ни әбейе һаман ҡайтмай».
Сәй янына ултырғас, Әхәт ҡайҙандыр шарап та килтереп сығарҙы. Уның һүҙен йыҡмайым тип, Ләйлә лә тәмләп-тәмләп ултырҙы. Ҡыҙмаса булып алған Әхәт үҙен тыйып тоторлоҡ хәлдә түгел ине. Ана шунда төҙәлмәҫлек хата эшләнә лә инде.
...Ауырға ҡалғанын белгәс, сараһыҙҙан яратмаған кешеһенә кейәүгә сығырға риза була Ләйлә. Саматы ғәфү итмәҫ, тигән уй мейеһен сүкей. Заманалар башҡа ине шул ул саҡта. Кейәүгә сыҡмайынса ауырға ҡалыу ҡот осҡос хәл булып күренә ине.
Шулай армиянан килгән хаттар яуапһыҙ ҡала килде. Ут йотоп һалдат һөйгәненән хәбәр көттө. Нимә уйларға ла белмәне. Ауылдағы дуҫтары ла ҡыуандырырлыҡ һүҙҙәр әйтмәне. «Бер ҙә ҡайтҡаны юҡ. Иң яҡын әхирәте Динә лә бер нәмә белмәй. Үҙебеҙ аптырайбыҙ. Әсәһе лә һөйләшеүҙән ҡаса», – тип уның былай ҙа янған йөрәгенә ут ҡына һалдылар…
Лиана НИҒӘМӘТЙӘНОВА һүрәте.
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 2-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Теги: Хәлиҙә Чембарисова