«Тормош шундай, кеше гел дә Ынтыла үрҙән үргә...»

«Тормош шундай, кеше гел дә Ынтыла үрҙән үргә...»
Виниса ФӘТТӘХОВА

Виниса Фәттәхова халыҡ араһында байтаҡ популяр йырҙарҙың авторы булараҡ билдәле. Бала сағы үткән Илешен һағынып, уға мәңге ынтылып йәшәгән ижадсының халыҡсан, ихлас шиғриәтенән тормошҡа, тыуған ергә ҡарата сикһеҙ һөйөү бөркөлә.

Ҡышҡы сейә
Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар
Килеп ҡуна битем остарына.
Күҙҙәремдә ай һәм йондоҙ нуры,
Бөтөрөләм хистәр ҡосағында.

Тик күрмәйем яуған ҡарҙарҙы ла,
Етәкләшеп үткән парҙарҙы ла,
Һин бит миңә бөгөн «һөйәм» тинең,
Ҡыш көнөндә бешкән сейәм, тинең.

Күкрәгемә ҡыҫып йылытырмын,
Сейәм, тинең, һине өшөтмәм.
Бындай иркә, наҙлы һүҙҙәрҙе бит
Мин бит тәүге тапҡыр ишетәм.

Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар
Килеп ҡуна битем остарына.
Ирендәрҙә баллы сейә тәме,
Ирейем кеүек һинең ҡосағыңда.

Өләсәй мираҫы
Өләсәйҙән ҡалды мираҫ – тиҫбе,
Элеп ҡуйҙым өйҙөң түренә.
Тиҫбеһенә теҙгән һәр төймәһе
Ожмах ташы булып күренә.

Тиҫбеһенең һәр бер төймәһендә –
Өләсәйҙең бармаҡ эҙҙәре.
Әле һаман яғымлы йылмайып
Баға кеүек наҙлы күҙҙәре.

Күҙем ҡараһылай шул тиҫбене
Һаҡлайым мин уның төҫө итеп.
Шул тиҫбене тотоп доға ҡылам
Булған саҡта күңелдәрем китек.

Күпте күргән ошо изге тиҫбем –
Иң ҡәҙерле, ҡиммәт зиннәтем.
Теләгем шул изге өләсәйгә:
Хоҙай насип итһен йәннәтен!

Өмөт һүнмәй
Күңелемдең көҙҙәре юҡ,
Гел сәскәле яҙ ғына.
Ашыҡма, ғүмер сәғәтем,
Туҡтап торсо аҙ ғына.
Көҙө лә бар, яҙы ла бар,
Туҡтамай аға һыуҙар.
Ғүмер буйы өмөт һүнмәй,
Башта хыялый уйҙар...
Тормош шундай, кеше гел дә
Ынтыла үрҙән үргә.
Бәлки, мине лә бер ваҡыт
Ултыртыр, тием, үргә.
Өмөтләнәһең, көтәһең,
Уйҙа яҡтылыҡ гелән.
Әллә ҡайҙарға китәһең
Күңелең, уйың менән.
Бөгөн көн ҡараңғы булһа,
Иртәгә – селлә ҡояш.
Тормош юлы ла нәҡ шундай:
Берсә – үлән, берсә – таш.
Тормош шундай, кеше гел дә
Үрләргә тейеш үргә.
Өмөт һүнмәй, йәшәй йәшнәп
Ингәнсе ҡара гүргә.

Хоҙай ҡушҡанса
Донъя булғас булмай, тиҙәр,
Яң(ы)лышһыҙ ғына йәшәп.
Ҡайсаҡ ҡаты ултырталар,
Мамыҡ түшәкте түшәп.
Яҙыҡты кире ҡайтарып,
Бер ни ҙә булмай эшләп.
Өндәшмәй ҡалыу кәрәктер
Ҡайсаҡ телеңде тешләп.
Күрәсәкте, киләсәкте
Булмай шул алдан күреп.
Аҙаштырма беҙҙе юлдан
Хоҙай Тәғәләм, берүк!
Ярамай, Хоҙай ҡушмаған
Кеше йөҙөн йыртырға.
Ҡырынға төҙәгән булып
Кинәт тура атырға.
Мәкерле йән һөжүм итһә,
Алдан ҡора хәйләне.
Яҡла, һаҡла хәрәм эштән,
Эй, Хоҙайым, бәндәне.
Тура һүҙ туғанға ятмай,
Булмай һәр кемгә ярап.
Уйламайса әйткән һүҙҙең
Ҡайтауазы ла харап.

Апайыма
Шәфҡәт тулы күңелкәйең
Һүрелмәһен, һүнмәһен.
Шатлыҡта үтһен ғүмерең,
Ҡайғы-хәсрәт күрмә һин.

«Сәстәрем дә инде ап-аҡ», –
Борсолоуың хаҡ микән?
Йүгереп йөрөгән йәштәрҙән
Ҡайһы яғың әле кәм?

Ашыҡма ғүмер көҙөнөң
Тәҡдирҙә яҙғанына.
Көҙҙәр килеп китә торһон,
Ә һин ҡал яҙҙарыңда!

Йәшә әле оҙон-оҙаҡ,
Күңелең наҙға тулып.
Ауыр саҡта һөйәлергә
Беҙҙең таяныс булып.

Ҡайтып инһәң, ишек асыҡ,
Шул мөһим минең өсөн.
Ҡоласың киң, йөҙөң асыҡ,
Апайым – ғәзиз кешем.




Теги: Виниса Фәттәхова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook