«Тере килеш сират күпер үтеү – Үҙең булып ерҙә ҡала алыу...»
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Бөрйән хазинаһы, тормоштоң һәм замандың һәр күренешен, төҫмөрөн, ымын ҡәләменә эләктереп, тик үҙенсә итеп аҡ ҡағыҙға төшөрә килгән ғәжәйеп талантлы шағирә Айһылыу Ғарифуллина үҙенең алтын миҙгеленә аяҡ баҫып, 50 йәшен билдәләй. Яҙыусының яңы шәлкеменән «ауыҙ итеп», уға ижад ҡомарының мәңге һүрелмәүен, илһам ҡошоноң һәр ваҡыт донъяның ҡояшлы яғында талпыныуын теләйек!
Ғүмер
Һүтә икән – үтә икән
Йүгерек елдәй.
Маңлайҙағы бураҙналар –
Ул һалған билдә.
Уҙа икән, туҙа икән
Төҙөк тәнең дә.
Ғәмдәр һала, сәмдәр һала
Яйлап йәнеңә.
Кире ҡайтмай, юлын бормай,
Үҙгәртмәй йырҙа.
Тәҡдиргә нисек яҙылған –
Ул шулай уҙа...
Ғүмер.
Ҡайҙа?
Ҡайҙа булған минең инәйҙәрем –
Тәҙрә төптәрендә, эскәмйәлә?
Инәйҙәрҙән аҡыл-кәңәш туплап,
Ауылымда ҡыҙҙар үҫмәйм(е) әллә?
Ҡырын баҫҡандарын тыйыусы юҡ,
Фәһемле һүҙ әйтеп, ҡурсып торған.
Күрше күршеһенән йөҙ сөйөргән,
Тәҙрәләрҙә – аҫыл шаршау-ҡорған.
Ҡайҙа булған ауыл инәйҙәре
Сөкөрҙәшеп кенә ултырырлыҡ?
Күңелемдең минең бушлыҡтарын
Әкиәттәр менән тултырырлыҡ...
Китек
Берәү берәүҙе ҡайғыртмай –
Тормоштоң ғәләмәте.
Төркөмдә яңғыҙ һәр бере,
Ғаиләлә һәр кем йәтим...
Берәү берәүҙе уйламай –
Һәр кемдең үҙ юҫығы.
«Ҡайҙа барабыҙ, кешеләр!»–
Тиеп килә ҡысҡырғым.
Берәү берәүҙе һанламай –
Һәр кемдең үҙ мәйеле.
Кешелек алға киткәндә
Аҙа кеше бәйеле.
Берәү берәүгә кәрәкмәй –
Шундай заманға еттек.
Донъяларыбыҙ бөтөн дә,
Күңелгенәбеҙ китек...
Милләттәшкә
Хоҙай биргән хазинам ул –
Телкәйем.
Күңелемә һәр ынйыһын
Теркәйем.
Әсәйемдән күскән миңә
Нур булып.
Көс алыр ҙа, сығыр йәнә
Урғылып.
Башҡортомдоң мөһөрө ул –
Рух заңы.
Алмаштырмаҫ уны инглиз,
Руссаһы.
Ғаризалар яҙып унан
Биҙмәйек.
Балаларға һеңдерер юл
Эҙләйек.
Хоҙай биргән ниғмәттең тел –
Олоһо.
Йөҙ сөйөрмә унан, башҡорт
Балаһы!
Үҙемә ҡылыҡһырлама
Тәртәләрҙе тибеп тулай алам –
Намыҫ ҡалыбына күндәм инәм.
Мине шулай итеп үҫтергәндәр –
Мең рәхмәттәр яуһын – атам-инәм.
Кәртәләрҙе онтап, вата алам,
Намыҫ сиген аша сығалмайым.
Бәхетемә, бәлки, бер аҙымдыр –
Аҡыл көсөн хисем ең(ә)алмайҙыр.
Ҡанундарҙы ашатлай ҙа алам,
Ситен – намыҫымды ергә һалыу.
Тере килеш сират күпер үтеү –
Үҙең булып ерҙә ҡала алыу...
Теги: Айһылыу Ғарифуллина