«Ғүмеремдең ҡайһы сигендә мин? Үҙ йәшемдә. Бары үҙ йәшемдә...»
Йомабикә ИЛЬЯСОВА
Оҙаҡ йылдар баҫмабыҙҙың баш мөхәррире йөгөн тартҡан, уны яңы бейеклеккә күтәргән етәксе, билдәле журналист, яҙыусы һәм сәйәсмән, әлеге мәлдә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова үҙенең 60 йәшен ижад тауының ҡояшлы битләүендә ҡаршылай. Уның шиғриәте тәбиғәттәге ябай ҙа, күнегелгән дә күренештәрҙе көтөлмәгән яҡтан ҡылыҡһырлап, ҡәҙимге донъя аша гүзәл заттың нескә һәм ҡатмарлы асылын аса. Шағирәнең әлеге шәлкеме лә һәммә ҡатын-ҡыҙ тойған-кисергәндәрҙең изге Ер-әсәбеҙгә лә хас булыуы, һәр кемдең дә бер үк миҙгел-сәхифәләр аша үтеп йәнен сыныҡтырыуы хаҡында.
Бәхет
Йылға менән диңгеҙ ҡушылғандай,
Ҡояш менән көндәй бер бөтөн,
Тынлыҡ менән елдәр ҡауышҡандай,
Сал донъяны тойҙом мин бөгөн.
Сабый янындағы әсә кеүек,
Ул шундай һил... Тулып наҙына,
Сикһеҙ ҡосағына алған саҡта
Онотолдом мин дә аҙ ғына...
Онотолдом. Гүйә, хәүеф, хәйлә
Һағаламай ғүмер ыҙанын,
Яҙмышымды, гүйә, рәхәтләнеп
Тик яҡтынан ғына һыҙамын.
Бер тәүлектә, гүйә, мең тәүлектәй
Өҙгөләнмәй йәнем мең утта.
Әсә янындағы сабый кеүек
Саф, изге мин ошо минутта.
Туҡта, күңел, ә бит, ысындан да,
Бәхет тулы минең әйләнәм,
Бүтән һис ҡасан да ваҡлыҡтарҙы
Бәхетһеҙлек менән бәйләмәм.
Барса нәмә, эйе, үҙгәреүсән,
Яҙ балҡыған сәскә көҙ шиңә,
Ҡыуаныс һәм ҡайғы алмашына,
Һынауҙар көс бирә кешегә.
Йылға менән диңгеҙ ҡушылғандай,
Ҡояш менән көндәй бер бөтөн,
Тынлыҡ менән елдәр ҡауышҡандай,
Сал донъяны тойҙом мин бөгөн.
***
Япраҡҡайҙар, һары япраҡҡайҙар,
Зөмрәт йәшел ине төҫөгөҙ...
Һеҙ шауҙырлап ергә түгелгәндә,
Инде ҡалмай йәшәү көсөгөҙ.
Үҙем уйлап тапҡан хыялдарҙы
Йөрәгемдән өҙәм, япраҡ кеүек.
Улар ҙа бит сап-саф йәшел ине...
Хәҙер һарғайҙылар янып, көйөп.
Үҙем ҡорған йәшел шул донъямда
Тиле бер ҡош кеүек, эй, һайраным.
Тынды ҡошом.
Тынды күңелем ҡошо –
Быныһын да бит үҙем һайланым!
***
Сафлыҡ булғандырмы, һуҡырлыҡмы
Йылдар буйы күреү тик яҡтыны.
Изге яҡтылығым, аһ, үҙең бит
Дөрләткәнһең яуыз был ялҡынды
Әйләнәңдә. Тоғролоғом – көлкө
Алдау менән тулы был донъяла,
Көсөм минең шундай көсһөҙ булған
Йәшәү көсө ажар был даръяла.
Күҙ асылыу, гүйә, күк асылыу,
Түңкәрелгән офоҡ йәнәшәмдә.
Ғүмеремдең ҡайһы сигендә мин?
Үҙ йәшемдә. Бары үҙ йәшемдә...
***
Аҡыллы ла ҡарағайҙың ботаҡтары
Ауыр ҡарҙан һынмаҫ өсөн бөгөлгәндәр.
Нишләргә һуң, бөгөләм тип тә бөгөлә алмай,
Һыныр хәлдә йөрәккенәм өҙөлгәндә?..
Был донъяла йәшәгәндә аңҡы-тиңке,
Мәле менән күрмәй аҡты, тоймай тапты,
Аҡыллы ла ҡарағайҙар, һеҙгә ҡарап,
Үҙем өсөн ябай ғына ҡанун таптым:
Ҡайһы саҡта индәреңә ауыр булып,
Туҡтамайса әгәр ҡарҙар яуа икән,
Һынып ҡуйма, ваҡытлыса бөгөлөп тор,
Яҙҙар еткәс, шул уҡ ҡарҙар дауа икән.
***
Көҙгө япраҡ – үҙе бер шиғырҙай,
Оҙон йыл буйына яҙылған,
Ҡышҡы йоҡо, бөрөләнгән саҡтар,
Яҙ менән йәй уға яғылған.
«Шиғыр яҙыу еңел», – тиеүселәр
Белмәй уның нисек тыуғанын,
Һәр бер шиғыр, көҙгө япраҡ кеүек,
Үҙе бер ғүмерҙән торғанын...
Ҡурай
Моңға һиҙгер башҡорт ҡына тойған
Был үләндең бөйөк ҡөҙрәтен,
Ҡырҡып ҡына ал да уйнап ебәр
Мөлдөрәмә хисен йөрәктең.
Донъяла ул бары берәү генә,
Башҡортостан кеүек берҙән-бер,
Үҙ тауышы итеп йәшәү өргән
Тамыр ебәргәндән тыуған ер.
Милләтебеҙ ниндәй, ҡурай шундай:
Тик тәбиғәт – барса булмышта,
Ябай ғына, ә тылсымы сикһеҙ,
Эскерһеҙ көй булып тулышһа.
Халҡым менән бер тупраҡта үҫеп,
Әсә, бала кеүек бер бөтөн,
Яңғырата изге Ватан рухын,
Илдең үткәндәрен, өмөтөн.
***
Хатта Ерҙең ғаләмдәрҙә
Ирекле түгел осошо,
Ә һин, шағир, ябай бәндә,
Үҙең һайлайһың осошто!
Күсәренән ысҡынһа Ер,
Күпме бәлә, күпме ҡаза?!
Ысын шағирҙың йәнендә
Үҙ-үҙеңә шунса яза.
Бары шуға донъя балҡый
Бүтәндәр һис күрмәҫ төҫтә,
Башҡаларға асылмаҫ сер
Үҙе килә уға төштә.
Янып торған шәмдәл төҫлө,
Һәр көнө ғәзиз шағирға:
Күҙ йәштәре булып тама
Уның йөрәге шиғырға...
***
Миндә йәшәй ике ҡатын:
Береһе – көҙ, берәүһе – яҙ,
Береһе һүнгән, үҙе йонсоу,
Ә берәүһе көләс, аяҙ.
Беренсеһе сиктәр ҡорған
Йәнендәге яраларҙан,
Ә берәүһе осоп үтә
Аҡыл ҡорған араларҙан.
Әлдә әле улар икәү,
Шул икәүлек итә бөтөн:
Яныуҙа ла, һүнеүҙә лә
Самаларҙы беләм бөгөн.
***
Тәҙрәнән ҡарай бер йондоҙ
Сағыу балҡышы менән:
«Көндәрең, – ти, – үтә төҫһөҙ,
Өлгө ал бына минән».
Йондоҙ, йондоҙ! Минең кеүек
Өҙөлһә әгәр йәнең,
Балҡып ҡына тороуыңдың
Тоймаҫ та инең йәмен.
Ә шулай ҙа рәхмәт һиңә,
Миңә лә бүлеп нурың:
«Был донъяла бәхет бар!» – тип,
Күңелгә килеп ҡундың.
Теги: Йомабикә Ильясова