«Күңелем түңәрәк, тәгәрәй-тәгәрәй, Ҡояшҡа, яҡтыға саҡыра...»
Лилиә ҺАҠМАР
Лилиә Һаҡмар (Лилиә Ҡәйепова) ижады – самимилығы, ихласлығы менән арбаған, яһалмалыҡтарҙан азат бер яҡты донъя. Шиғриәттә, прозала, драматургияла ла үҙен тапҡан, оҙаҡ йылдар республика матбуғатына хеҙмәт иткән журналист булараҡ та исемен раҫлаған Баймаҡ һылыуы матур юбилейын – 55 йәшен яңы һулыш, дарманлы ынтылыш менән ҡаршылай. Баҫмабыҙға тәҡдим иткән шәлкеме аша уның фани донъяларҙың матурлығын тойоп йәшәүҙән ҡанмаҫ һыуһыны һеҙгә лә йоҡһон, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ!
Көтмәгәндә
Көтмәгәндә
Килеп индең яҙмышыма,
Ҡалған саҡта тик бер аҙым
Яңылышыуға.
Көтмәгәндә
Ҡыш алдынан шытҡан бөрө
Япраҡ яра. Көн-ҡояшҡа
Сыҡҡан көнө.
Көтмәгәндә
Һалҡын ялҡын өткәнлеге…
Тик йөрәгем аңлар микән –
Ғүмер буйы, ғүмер буйы,
Бары һине, гел тилмереп,
Көткәнлеген?!
Тапшырылмаҫ хатым
Һәр хәрефкә һөйөү наҙы сиккән
Нағышлы хат – беҙҙең мөхәббәт,
Күҙ алдына килтерергә була,
Уҡырға ла була мең ҡабат,
Тойоп ҡына булмай ҡайнарлығын
Устарыма ҡыҫҡан ҡулдарҙың,
Ҡараштарҙың саҡма йәшененән
Ҡабынмайҙар йөрәк ҡуҙҙары...
Тик шулай ҙа яҙам,
Яҙам, яҙам
Һөйгәнемә сәләм хатымды,
Күңелем бит һиҙә,
Ҡабатлайһың
Һин дә тоғролоҡҡа антыңды...
Әсе яҙмыш ята арабыҙҙа,
Ян-кереше инде тартылған.
Мин ҡурҡмайым.
Һин дә ҡыйыу атла –
Һөйөүебеҙ күккә атылһын!
Йондоҙ булып янһын беҙҙең һөйөү,
Ғашиҡтарға өмөт өҫтәһен.
Хатым һиңә барып етмәһә лә,
Башҡаларҙың күңелен күтәрһен,
Ғашиҡ йәндәр берүк айырылмаһын,
Беҙ аҙашҡан юлды үтмәһен!
Әбейҙәр сыуағы
Әбейҙәр сыуағы.
Ҡыуанып йылыға
Һарыҡай япраҡтар йүгерә.
Ағаста елберҙәп, наҙ көҫәп илергән
Япраҡты ел ҡулы өҙгөләй.
Шаян ел бер ғәмһеҙ теткеләй ағастың
Алтынға мансылған япрағын,
Иҫемдә ағастай бөрөгә тулышҡан
Йәм-йәшел, ғәйрәтле йәш сағым…
Иҫемдә иң сағыу, бәхетле мәлдәрем –
Ер минең күсәрҙән әйләнде.
Күңелдә – янар тау.
Йәшлегем туғайын
Хәтерҙән йөҙ ҡабат йәйләнем.
Ел-ваҡыт аяуһыҙ.
Рөхсәтһеҙ, бер ғәмһеҙ
Кимерә ҡаяны, емерә.
Ә күңел һаман да шул сәхрә яландан
Ҡояшҡа, ҡояшҡа йүгерә…
Әбейҙәр сыуағы – күңелем бураны,
Ҡояштың ҡосаҡҡа тулыуы.
Һарыҡай япраҡтай бәхетле мәлдәрҙең
Гел бергә, янымда булыуы.
Әбейҙәр сыуағы, йыуаныс, ҡыуаныс –
Күңелгә һандуғас ҡуныуы…
Өс бәхетем
Өс бәхетем – өс тәхетем минең!
(Ғәфү итегеҙсе башҡалар),
Мин – ҡатын-ҡыҙ,
Әсә,
Мин – бала,
Бар булмышым шунан башлана.
Таянамын шуға өс терәккә –
Әсәм, ирем, ғәзиз улҡайым!
Мин теремен – улар йәшәгәнгә,
Мин көслөмөн – янда булһалар.
Кәңәш-төңәш, айыҡ аҡыл менән
Киләсәкте паклап торһалар.
Бәхетемдең шарты –
Үҙемдең дә
Улар өсөн генә тыуғаным,
Улар өсөн бәхет булғаным,
Улар өсөн, әгәр кәрәк икән,
Йән бирергә әҙер торғаным!
Күңелем түңәрәк
Күңелем түңәрәк, тәгәрәй донъяла
Йом(о)ро йомғаҡлы һары май,
Ергенәм-бергенәм тәнкәйе, йәнкәйе
Ғәмһеҙлек еленән ярылған…
Йом(о)ро йомғағым тәгәрәй-тәгәрәй
Елдерә елһенгән еремдән…
Ярылған яраға май ҡала яғылып –
Наҙ тыуа, мөхәббәт терелә.
Йомғағым эҙенән яңы йыр түгелә,
Изгелек орлоғо һибелә,
Сарсаған тупраҡтан сәскәләр үрелә,
Үләндәр ирәйеп кирелә.
Күңелем түңәрәк, тәгәрәй-тәгәрәй,
Ҡояшҡа, яҡтыға саҡыра.
Яғылып еремә бер ҡасан юғалһа,
Үкенмәҫ, үкенмәҫ саҡ ҡына –
Ул шиңде киләсәк хаҡына!
Теги: Лилиә Һаҡмар