ӘЙТЕРЕМДЕ ӘЙТТЕМ БАРЫБЕР
Таңһылыу ВӘЛИЕВА
Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы Вәлиева – Баймаҡ районының Ишей ауылынан. Оҙаҡ йылдар шул уҡ райондың Байым мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, әле хаҡлы ялда. Хикәйәләре республика матбуғатында даими донъя күрә. Һутлы тел, ерле һөйләштән алынған лаҡаптар, геройҙарҙың ихласлығы уның яҙмаларын уҡымлы итә. «Хикәйәләремдә уйлап сығарылған сюжет юҡ, барыһы ла тормоштан алынған», – ти автор ижады хаҡында.
ӘЙТЕРЕМДЕ ӘЙТТЕМ БАРЫБЕР
Хикәйә
Хикәйә
– Ҡайҙа йөрөй икән, һаман килмәй минең кәләш, тип көтөп арып, аптырап ултыраһыңмы? Обход бөткәндән һуң табибың менән һөйләшеп алдым. Тиҙҙән өйгә ҡайтаралар һине. Йә дүшәмбе, йә шишәмбе. Өфө табиптарының ҡасан килеүенә ҡарап, тине. Үҙең нисек, таңды нисек аттырҙың?
– Н-нарм-м-альнны? Нормальнымы ни? Ма-ла-дис! Шәп бит ул минең бабаюшкам. Табип та маҡтай ана, хаарроший больной, ти, сильный, ти. Сильный инде анау сама ауырыуҙы йырып сыҡҡас. Ҡайтарабыҙ тип әйттеме үҙеңә? Шәфҡәт туташы? Сәфинәме? Ул һайыҫҡанға изем генә булһын. Хәҙер осортоп алып барып еткерә, ике ҡанат, бер ҡойроҡ. Шәп шул, мин уны яманлағандан әйтмәйем. Өлгөр, сос, тилбер. Рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Һине ҡалай тәрбиәләште.
– Тумбочкаңда нимәләрең бар һуң? Уй, өтөкә. Төйнәнеп тә бөткән! Ярай, был әйберҙәреңде бөгөн алып ҡайта торормон. Буш банкаларҙы санитаркаға бирермен, хәҙер генә емеш мәле етә, кәрәге тейер. Бөттөмө? Гел ятып арҡаң талып киткәндер, ҡана май менән һыйпаштырайым. Рәхәт булып киттеме ни? Өйгә ҡайтҡас, тәрбиәләп, эшкиндереп алам мин һине. Харрошый бальной кәрәкмәй ауылда миңә, дастуйный ир кәрәк, эйе бит, йәнекәй? Яҡшы ат һымаҡ һаман баш сөйөп торма әле, э-йе, тиген. Үәт, шулай.
– Иртәгә һуңыраҡ килермен. Эш бар. Н-н-инд-дәй түгел, теге ашатып торған тыу һарыҡты һыҙыртып алам Миңдеғәле ҡәйнештән. Үтә һимереп китте атыу. Ятһа, тора ла алмай. Тыу нәмә ни, йотҡаны йомороһонда, бәрәс имеҙәйем, тимәй. Һуя торған ыуаҡ малды яңғыҙ айырып бикләмә, бер үҙе булһа, ашамай, тип өйрәтәһең бит үҙең. Теге көҙләүес ике тәкәне ҡуша яптым. Улары ла көрөктө. Нишләп өсәү итеп тороп, тиһеңме? Һуң үҙең үлеп бөтөп килеп индең бит бында. Донъя хәлен белеп булмай бит, бабаюшка. Табиптар ҙа баш сайҡай ҙа ҡуя ине тәүҙә. Ышаныс юҡ, өмөт әҙ, тинеләр. Шуға ул-был була ҡалһа, тип уйланым да... Аһ, һин аны! Ҡуҡыш күрһәтеп тороп ултырмаммы? Һай-һай, шәбәйгән икән берәү!
– Ү-үлер-м-мен м-мы-на, тиһеңме? Йәшә, һине кем тыя. Һин үлеп, ер ҡыуышы тулыр, тиһеңме? Ер ҡуйыны иркен, вис һыйырбыҙ.
– Мөрйәһеҙ ауылға етә биреп ураныңмы, йәнекәй? Бараһыңмы тағы? Йу-уҡмы? Ултыра бир әле кеше көлдөрөп. Ал ҡуҡышыңды! Күргәндәрҙер «тегеләр» – йән аусылары.
– Кем? Яйлап әйт. Йә. Ммо-ра-ҙым. Ә-ә, Мораҙымыңмы, яратҡан ейәнең? Мин ҡайтҡас, килделәрме? Оҡшанымы ҡыҙы? Өйгә лә алып ҡайтып күрһәтте. Олатайға бергә алып барһам, яраймы, өләсәй, ти. Нишләп ярамаһын, тинем.
– Рр-и-и-замын? Ҡайныма барып, ҡыуанып ҡайтҡан Мораҙым, тип килен шылтырата ине шул. Ярай, һайлай белгәндер әле аш күргән ата балаһын, инәһенең аҡ һөтөн имгәнен, һиңә оҡшаһа. Һеҙ, Әбделкәримовтар, кәләш ала беләһегеҙ бит. Үҙемдән алып әйтәм.
– Бор-р-саҡ? Булһасы. Һибәбеҙ инде беҙ борсаҡты, тәгәрәте-е-еп сәсеп ебәрәбеҙ.
– М-м-аҡтан-м-ма? Эйе, һинән һорап торормон бына. Әйтеремде әйтеп ҡалам әле мин, ҡасан һинең телең асылғансы, белдеңме?
– Етәр, ирешеп ултырма әле бында минең менән! Ҡалай теле телгә йоҡмай! Былай ҙа мин килһәм, икебеҙҙең хәбәрҙе тыңларға инеп тула палатаңа нимә менән көн үткәрергә белмәй йонсоған бальнуй дуҫтарың. Кейенеп алайыҡ та әҙерәк йөрөп инәйек.
– Әйт анау бисталкауайҙарыңа – ҡайҙа барырға үҙебеҙ белербеҙ, тиген. Ҡыуаҡ араһынамы, йылға ярынамы. Беҙ аның әлеп-бейен уҡып бөткәнски, тиген.
– Ә-ә, алдығыҙмы өлөшөгөҙҙө? Күрҙегеҙме минең бабаюшканың йоҙроғон? Уның йоҙроғо ҡайһы бер ир йораттарының башындай ғына бар ул! Уҫал да ул ағайығыҙ, бер яғы әйләнеп китһә...
– Ипләп, йәнекәй... Ныҡ тотон миңә. Йәш саҡта ҡултыҡлашып йөрөү әллә ни эләкмәне. Уңайы сыҡҡанда йөрөйөк әле, шулай бит?
– Әкренләп... Бында – баҫҡыстар. Алай ҙа ғына беренсе ҡат.
– Кил, ултырайыҡ бынау эскәмйәгә. – Нимә? Өй? Өй өсөн ҡайғырма, иҫең дә китмәһен. Килен дә шәп, улың да шәп. Деүелдәтеп көтәләр донъяңды, Аллаға шөкөр. Шулай булмаһа, йөрөрһөң көн аша, донъя ташлап.
– Нимә? Аңламай торам. Ҡабатлап әйт, ижекләп. Ә-ә, өс ай, Иршат... Өс ай тигәндә саҡ кеше булып киләһең, йәнекәй. Һай-һай, табиптар ҙа шәп, Иршат, кире ҡайтарып бирҙеләр һине миңә... Эй, Аллам, ҡалайтыр инем һинһеҙ?
– М-мин дә, тиһеңме? Эй, Иршатым. Юҡ, юҡ, иламайым. Һөрт әйҙә күҙемде... Сикәләремде һыйпа... Шул тиклем һағындым һине. Еҫеңде һағындым, Иршатым. Бабаюшкам. Йәш саҡтағы, һау-һаҡ, шәп саҡтағы һағыныу уйын ғына икән ул...
– Һин дә шулаймы? Ныҡ һелкмә башыңды! Ышанам былай ҙа. Ҡайтам да ҡайтам, тип зәрә йөрәкһемә, йәме. Ҡан баҫымың күтәрелеп ҡуймаһын. Күбенә түҙгәнде, аҙына сабыр итәйек.
– Кеше алдында һыр бирмәй йөрөһәм дә, яңғыҙ саҡта һығылып алам. Инде былай булғас, бирешмәбеҙ, йәнекәй...
– Нимә? Яйлап ҡына аңлат. Ә-ә-ә... Юҡ инде, мин һиңә нисек ауырып киткәнеңде, һушһыҙ йығылғаныңды һөйләп, өр-яңынан йөрәгемде һыҙлатып тормайым. Үҙең беләһеңме һуң? Иҫләйһеңме? Мин дә бер нәмә лә иҫләмәйем. Онот. Яман төш күреп, иң ҡурҡыныс ерендә баҫлығып, шыбыр тиргә батып уянған икәнһең, ти, йәме.
– Ярай, шул. Эй тыңдаусан бит һин, йәнекәй. Әҙерәк кенә йөрөп алайыҡ. Иғтибар итмә кешегә, улар һинең саҡ атлап барыуыңа ҡараһа ла. Кеше ҡайҙан белһен һинең үлеп терелеүеңде. Боролайыҡ, арыным.
– Ҡайтайыҡ палатаңа. Ашарға саҡыра торғандар ошо мәлдә. Ҡаҙан ашы ашамаһам, туймайым, ти ҙә йөрөй торғайның. Алла бирһә, ҡайтып алһаң, ҡаҙан аҫтынан ут өҙмәҫмен.
– Нығынып алһаң, балалар беҙ икәүҙе шифаханаға ебәрәбеҙ, тип һүҙ төйнәп йөрөй.
– Ярай, һау булып тороғоҙ, өйөрлө биздилниктар! Бабайымды әбижәйт итмәгеҙ, йәме. Иртәгә тикшерәм!
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Таңһылыу Вәлиева