Телефон

Телефон
Муса ӘХМӘДОВ,
Чечняның халыҡ яҙыусыһы


Муса Әхмәдов – бөгөнгө чечен әҙәбиәтендә егелеп эшләгән авторҙарҙың береһе, «Вайнах» әҙәби журналының баш мөхәррире, Кавказ яҙыусылары клубы етәксеһе. Әҫәрҙәре рус, балҡар, француз, япон, немец телдәренә тәржемә ителгән. Прозала уның лирик геройы күберәк донъяға бала күҙе менән баға, шул арҡылы ваҡиғаларҙың көтөлмәгән юҫыҡҡа боролоуы менән арбай ул уҡыусыны.

Телефон

Хикәйә

Элек Зелимхан Баа1 кистәрен әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙә генә була тип уйлай ине. Ул – кәкре бармаҡлы, бөкрө яуыз ҡарсыҡ, изге, һәйбәт кешеләргә гел хөсөтлөк ҡыла. Зелимхандың тормошонда, таныш кешеләр һәм әйберҙәр араһында уға ҡыҫылырлыҡ урын да юҡ һымаҡ. Шулай ҙа малай Баанан ҡурҡа, үҙҙәренә килеп сығыр тип шөрләй. Ҡайһы берҙә, төн уртаһында уянып, тын алырға ла шөрләп, ҡыштырлауҙарға, шығырлауҙарға, баҡсалағы ел һыҙғырыуына ҡолаҡ һала.

Хәҙер инде ул Бааның ҡайҙа йәшәүен тәғәйен белә, шуға күрә көндәр буйы «Элемтә бүлексәһе» тигән яҙма эленгән өй ҡаршыһында үләндә ултыра. Бааны күҙәтә. Ә ул – аҫтыртын, эшләгән булып ҡылана. Кешеләр уға түңәрәк тәҙрә аша телеграммалар, квитанциялар бирә, ваҡ аҡсаларын һанай, йылмая, хатта: «Рәхмәт, Зәйнә», – ти. Улар уның бер ниндәй ҙә Зәйнә түгел икәнен белмәй, ни өсөн көндәр буйына түңәрәк тәҙрә артында ултырғанын төшөнмәй. Быны Зелимхан ғына белә. Ул, уның атаһы һәм дуҫы Шәрпедин Бааның телефон һаҡлауын белә.

Бер йыл элек Зелимханға дүрт кенә йәш ине. Бына ул яҡты нурҙар үтәләй яуған ҡояшлы ямғырҙың туҡтауын көтөп, верандала баҫып тора. Бер минуттан һуң бөтәһе лә ялт итә: үләндәр, емеш ағастарының япраҡтары емелдәй. Ҡояш, көндәлек мәшәҡәтле юлын үтеп, урманлы тау артына йоҡларға тәгәрәй. Еләҫ елгә ағас япраҡтары һелкенә, ергә тамсылар ҡойола. Зелимханға ниндәйҙер таныш моң ишетелгәндәй була, ләкин күпме генә ҡолаҡ һалып тыңламаһын, һүҙҙәрен айыра алмай.

Ул тупһанан еүеш үләнгә һикереп төшөп, баҡса буйлап йүгерә. Ҡарт алмағас янында әле генә ел-ямғыр өҙөп төшөргән ҙур ҡыҙыл алманы алырға эйелә.
Зелимхандың күҙе был алмаға әллә ҡасан төшкәйне. Хәҙер ул – усында, ҡыуанысы эсенә һыймай: тап яртыһын әсәһенә ҡалдырыр. Юҡ. Тешләп, тәмләп кенә ҡарар, тотош әсәһенә бирер. Әсәһе дауаханала уның. Унда ятыуына ике аҙна була инде. Хәҙер ул атаһы менән бер бүлмәлә йоҡлай, әүен баҙарына китер алдынан яугирҙар, яуҙар, аждаһалар тураһында әкиәттәр тыңлай. Ә әсәһе бөтөнләй башҡа әкиәттәр һөйләй торғайны.

Зелимхандың донъяла иң ныҡ теләгәне – әсәһенең бөгөн үк, ошо минутта уҡ ҡайтыуы. Әкрен генә шығырлап ҡапҡа асылһын да әсәһе ишек алдына инһен ине. Ул йүгереп барыр ҙа уны тубыҡтарынан ҡосаҡлап алыр. Әсәһе уны ҡосағына ҡыҫыр, күтәреп әйләндерер, күккә сөйөр. Ул көлә-көлә күккә осор, әсәһе лә көлөр, уларға ҡарап ҡояш та йылмайыр…
Шунан ул әйтер:
– Нана2, ә мин һиңә алма ҡалдырҙым.
– Ысынлаптамы? Вәт минең улым! Миңә һөйөнөстә йәшәргә лә йәшәргә! Минең дә һиңә бүләгем бар.
Ул сумкаһынан алып ҡайтҡан нәмәләрен сығарыр: кәнфиттәр, перәниктәр, бәлки, күлдәк йә яңы ботинка…
Ҡапҡа ысынлап шығырлағас, Зелимхан кинәт һиҫкәнде, ишек алдына күрше ҡатын Әбдәт килеп инде. Ул инер-инмәҫтән һамаҡлап илап ебәрҙе:
– Ва-а! Әсе ҡайғы килде беҙгә! Яҡты донъяларға ҡарамаһаң – уны күрмәһәң икән!..
Илау тауышына өйҙән атаһы йүгереп сыҡты ла ишек янында ҡатып ҡалды.
Тиҙҙән ихата эсенә кешеләр тулды. Ситтәрәк торған Зелимхан уларҙың ни өсөн йыйылғанын, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ниңә сеңләп илағанын аңламаны. Ләкин сит кешеләрҙең үҙенә ҡарап-ҡарап алыуҙарынан, атаһының сәйер, уйсан күҙ һалыуынан өйҙәренә бәлә килеүен асыҡ тойомланы.
Ә иртәгәһен үҙенә: «Бәхетһеҙ бала һин! Әсәкәйең етем ҡалдырыр өсөн генә тапҡан икән. Бар, нанаңды һуңғы тапҡыр күреп ҡал», – тигәстәре, ҡысҡырып иларға тотондо: «Ни өсөн һуңғы тапҡыр? Ҡарамайым! Ни өсөн?» Әсәһенең ҡатып ҡалған аҡһыл йөҙөнә баҡҡас, әрнеүле, үҙәккә үткес тауыш менән ҡысҡырҙы.

Ҡатындар уны бүлмәнән алып сыҡты. Үҙ-үҙен иҫләмәй, ҡараштарҙы күрмәй, ишек алдындағы мөйөштәге йәйге аш аласығына атланы. Бәләкәй тәҙрәле берҙән-бер бүлмәгә ингәс, иҙәндәге иҫке-моҫҡо әйберҙәр өйөмөнә тәгәрәне лә ҡысҡырып иларға кереште. Йөҙө менән иҫке сепрәктәргә ҡапланып, өмөтһөҙләнеп оҙаҡ иланы. Ҡараңғы төштө. Ишек алдында ят ауаздар: илау-һыҡтау, йөрөүҙәр, баҫалҡы һөйләшеүҙәр тынды.
Ниһайәт, ишек асылды, аласыҡҡа тауыш-тынһыҙ ғына атаһы инде. Эргәһенә ултырып, улының башынан һыйпаны, малай йәнә ҡалтыранып һыҡтарға тотондо. Тәҙрә артында ҡараңғылыҡ ҡуйырҙы, ә атаһы, уға иларға ҡамасауламай, элеккесә ултыра бирҙе. Бына ул улының ҡулынан тотто:
– Тор. Киттек.
Ул Зелимханды ишек алды аша ҙур, иркен өйҙәренә алып инде. Һикегә ултыртҡас, икмәк телеме, көрөшкәлә һөт бирҙе.
– Аша.
Зелимхан икмәкте сәйнәмәксе булды, ләкин ул тамағынан үтмәне.
– Ашағым килмәй, дада3, – ул ризыҡтан баш тартты.
Тиҙҙән утты һүндереп яттылар ҙа тынып ҡалдылар. Ҡараңғыла сәғәт текелдәне, ул бер сәғәт йәки унан да күберәк текелдәйҙер инде, ләкин малайҙы ла, атаны ла йоҡо алманы.
– Дада!
– Нимә?
– Нана ҡабат бер ҡасан да ҡайтмаҫмы?
Атаһы һорауға шунда уҡ яуап таба алманы. Ауыр һулап, күпмелер ваҡыт үткәс кенә көсәнеп:
– Юҡ шул, ҡайтмаҫ, – тине.
– Ни өсөн?
– Ул үлде.
– Ә уны тылсымлы тере һыу менән терелтеп булмай инеме ни?
– Тере һыу менән? Юҡ. Ул әкиәттә генә була.
– Ә ни өсөн әкиәттә генә?

– Сөнки тормошта бөтәһе лә башҡаса. Ә әкиәтте, еңелерәк йәшәлһен өсөн, кешеләр уйлап сығарған.
Зелимхан тынып ҡалды. Көтмәгәндә бүлмә бер генә мәлгә салт яҡтылыҡҡа сумды, йәшен йәшнәне. Уның артынан күк күкрәне. Тынлыҡ быяла һауыт һымаҡ селпәрәмә килде, бөтә айырым төнгө ауаздарҙы ямғыр шауы йотто.
– Дада, – Зелимхан йәнә атаһына боролдо.
– Нимә?

– Бөтөнләй киткәс, нана ни өсөн беҙҙең менән һаубуллашманы, бер нәмә лә әйтмәне икән?
– Беҙ өйҙә, ә ул дауаханала ине бит. Дөрөҫ, уның үтенесе буйынса бында, почтаға, телефонға шылтыратҡандар, тип әйтәләр.
– Ә телефон нимә ул?
– Алыҫтан тороп, кеше менән һөйләшеп була торған әйбер.
– Ә ни өсөн ул телефон беҙ ишетерлек итеп бар көсөнә ҡысҡырманы икән?
– Телефон тере түгел бит. Һиңә нисегерәк аңлатырға икән? Ҡыҫҡаһы, беҙҙең радиоалғыс һымағыраҡ әйбер. Телефондың ғәйебе юҡ… Ул көндө телефон бик оҙаҡ шылтыраған, тиҙәр, әммә трубканы алыусы булмаған.
– Ә трубканы кем алырға тейеш булған?

– Почтала эшләүсе ҡатын. Кешеләр уның тап ошо мәлдә урамда бер егет менән һөйләшеп тороуын күргән.
Зелимхан күҙҙәрен шар асып ҡараңғылыҡҡа төбәлде. Элек, әсәһе янында саҡта, бер нәмәнән дә, хатта төндә тәҙрәнән ҡараған Баанан да ҡурҡмай торғайны. Улар бергә саҡта Баа бер нисек тә зыян һала алмай ине. Әсәһе мәрхәмәтле булды, шуға, бәлки, Баа уны яратмағандыр, һуңғы тапҡыр улы менән һөйләшергә лә ирек бирмәгәндер. Телефон малайға ярҙам итергә тырышҡан да баһа.
Айҙар үтте, ләкин әсәһе, телефон хаҡындағы уйҙар малайҙың башынан сыҡманы. Яҙ етеп, юлдарҙа бысраҡ кибеү менән, ул көн дә бында, элемтә бүлексәһенә, килергә ғәҙәтләнде.

Ҙур тәҙрә аша Бааның эш урынында ултырғанын күрҙе, арыраҡ ағас аҫтында туҡталып, уны һәм телефонды күҙәтте. Ҡатын төшкө ашҡа йәки ниндәйҙер башҡа эштәр артынан китһә, малай яҡыныраҡ – тәҙрә янындағы үләнгә күсте, уйҙарға батып, телефондан күҙҙәрен алманы.
Йыш ҡына Баа янынан үткәндә һүҙ ҡатты, хатта башынан һыйпарға маташты, ләкин малай уның иркәләүҙәрен үҙһенмәне. Бер саҡ кәнфит менән һыйламаҡсы булды, әммә малай алманы, сөнки ул белә: Баа ҡәҙимге яғымлы ҡатын булып ҡылана ғына! Ләкин ул Зелимханды төп башына ултырта алмаҫ! Аптырап, иңбаштарын һикертеп, ҡатын ситкә киткәс, уның артынан үҙенекен тылҡыны: «Баа! Ып-ысын Баа!»
Ни сәбәплелер, бөгөн Баа килмәне, ишектәге ҙур ҡара йоҙаҡты асманы. Ә телефон үҙенең ғәҙәттәге урынында етемһерәп ултыра, ярҙамға мохтаждай күренә. Ул Шәрпединдең кескәй ҡустыһы Русланға оҡшаған. Ул да һөйләшә белмәй, илай ғына, тешһеҙ ауыҙы менән йылмая. Әлбиттә, телефон кешеләргә рәхәтләнеп ярҙамлашыр ине. Быны бик теләй ул, ләкин уның бер нәмә лә һөйләмәҫен белгән Баа уға ҡамасаулай. Әммә Зелимхан һүҙһеҙ ҙә бөтәһен дә бик һәйбәт аңлай. Шуға күрә бында килә лә.

Телефондың ҡапыл шылтырауы малайҙың уйҙарын бүлде. Бына ул бер мәлгә генә тынып торҙо ла яңынан шылтырарға тотондо. Бер аҙҙан – тынлыҡ һәм йәнә шыл­тырау. Ни эшләргә һуң? Зелимхандың йөрәге күкрәгендә дөп-дөп типте. Тороп баҫты. Тағы ла бер минут, шылтырауҙан малай һаңғырауланыр һымаҡ. Шыл­тырай! Шылтырай! Саҡыра! Ярҙам һорай! Бәлки, Шәрпединдең апаһы шыл­тыраталыр? Ул да әле дауаханала ята ла баһа. Шәрпедин – уның тоғро дуҫы, улар күрше йәшәй, көн дә бергә уйнайҙар. Бааның телефонды һаҡлауына ул да ышанманы хатта. Юҡҡа ышанманы Зелимханға. Бына хәҙер апаһы дауахананан шылтырата, һаубуллашырға теләй, Шәрпедингә ниндәйҙер мөһим һүҙҙәр әйтмәксе була. Шуға Баа килмәгән дә бөгөн. Трубканы алмаҫ өсөн. Әсәһе шылтыратҡан теге көндәге һымаҡ. Телефон ул саҡта ла шулай өҙлөкһөҙ оран һалғандыр, саҡырғандыр, талап иткәндер. Әсәһе дауахананан шылты­ратҡандағы кеүек… Әсәһе…

Зелимхан терһәге менән быяланы ҡыйратты, ергә ярсыҡтар ҡойолдо. Ҡулын телефонға һуҙҙы. Һулышы ҡыҫылып ҡысҡырҙы:
– Һин дауаханананмы? Кемде саҡырырға? Шәрпединдеме? Мин хәҙер уның артынан йүгерәм!
Трубка көслө ир-ат тауышы менән яуапланы:
– Был ниндәй сафсата? Алло. Телефонда кем?
Малай тотлоғоп, йәһәт кенә трубканы һалды.
Ошо мәлдә ярһыған Зәйнә килеп етте. Быяла ватылған тауышты ишетеп, күрше өйҙән килеп сыҡты ул. Артынан тағы ла бер нисә ҡатын эйәргән.
– Хулиган! Бына һин ни өсөн бында буталғанһың икән! Ҡайыш менән ярырға кәрәк һине! – Йүгереп килеп, Зәйнә малайҙың еңенән эләктерҙе лә үләнгә быраҡтырҙы.

Ул ныҡ бәрелмәне, ләкин күҙҙәренән йәштәр атылды. Зәйнәгә ҡулы менән күрһәтеп ҡысҡырҙы:
– Ә һин – Баа! Мин һинең хаҡта бөтәһен дә беләм! Һин телефонды һаҡлайһың! Һин миңә әсәйем менән һуңғы тапҡыр һөйләшергә ирек бирмәнең!
Малай, Зәйнәгә бармағы менән төртөп-төртөп, тағы, тағы ҡабатланы:
– Һин – Баа! Баа!
Ә ҡатындар, ғәжәпләнеүҙән шаңҡып, һүҙһеҙ генә эргәләрендә баҫып торҙо.
1980 йыл.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.


1Баа - чечен әкиәттәрендәге яуыз ҡарсыҡ.
2Нана - әсәй.
3Дада - атай.



Теги: Муса Әхмәдов




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook