Тимер лейка
Гөлнара МОСТАФИНА
Гөлнара Мостафина балалар өсөн хикәйә, повестар ижад итеүсе оҫта булараҡ билдәле. Яңыраҡ донъя күргән «Искәндәр кисергәндәр» тип аталған һуңғы китабын да бәләкәстәр, ғәҙәттәгесә, йылы ҡаршы алды. Уҡыусыларыбыҙға тәҡдим иткән яңы хикәйәһендә лә, ул ололар өсөн тәғәйенләнһә лә, яҙыусы үҙ тематикаһына тоғро ҡалған, унда бала күңеленең нескәлеге һәм туғанлыҡ хистәре, сабый ғүмеренең иң бөйөк ҡиммәт икәнлеге хаҡында һүҙ бара.
Тимер лейка
Хикәйә
Хикәйә
… Әлфиәнең 35 йәшенә йыйылған ҡунаҡтарҙы оҙаттылар. Тәүҙә әҙерләнеп йөрөп, аҙаҡ ҡунаҡ һыйлап, шаҡтай арыған да икән. Етмәһә, үлтереп күңеле болғана, башы ауырта. Иртәгә тиклем түҙһә... тыуырға торған артыҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотоласаҡ... Гөлнуры – күҙ нуры бар, уны аяҡҡа баҫтырһалар ҙа бик шәп. Уф-ф-ф, былай ғына үтмәҫ, ахырыһы!.. Әлфиә һикереп торҙо ла йыуыныу бүлмәһенә атылды.
Барыһын да күреп, һиҙеп торған әсәһе янына инде.
–Ҡыҙым... Әлфиә...
– Әсәй! Башлама яңынан! Ул бала булмаясаҡ! Ҡайҙан ғына өндәштем һиңә...
Әсәһе үҙе һиҙмәһә, Әлфиәнең әйтәһе эше юҡ ине, әлбиттә. Ғөмүмән, береһе лә белмәҫ ине.
– Кейәүгә тәкем өндәшмәнеңме?
– Һин тағы әйтеп һал кейәүеңә!..
Әлфиә өйөлгән һауыт-һабаны көскә йыуҙы ла яңынан урынына барып ауҙы. Балаға уҙған... Уйламағанда-көтмәгәндә... Уның ниәттәре бөтөнләй башҡа ине лә баһа. Эргәһенә эшен тамамлаған Гөлнуры ла килеп ятты.
– Әсәй, бөгөн һинең тыуған көнөң, ә ҡотларға атайымдың туғандары ғына йыйылды. Ниңә һинекеләр беҙгә килмәй ул? Үҙебеҙ ҙә бармайбыҙ... Әллә һинең бер туғаның да юҡмы?
Ҡапыл Әлфиәнең тамағына төйөр тығылды, нимә тип әйтергә белмәне. Яратмай ул туғандарын иҫенә төшөрөргә. Ғөмүмән, бармы һуң уның туғандары? Әсәһе Ләлә – Һарытау яғынан. Ғаиләлә яңғыҙ бала булған. Уҡыу йортон тамамлағас, БАМ-ға эшкә сығып киткән. Шунда буласаҡ ире, Әлфиәнең атаһы менән танышҡан, комсомол туйы үткәргәндәр, көттөрөп кенә Әлфиә донъяға килгән, аҙаҡ атаһының тыуған еренә йәшәргә ҡайтҡандар. Бәләкәйерәк сағында Һарытауҙағы өләсәһенә ҡунаҡҡа бара торғайнылар. Тик, Башҡортостанға ҡайтҡас, улар менән аралашыу һирәгәйҙе, онотҡанда бер күрешкәнгәме, нисектер, сит булып ҡалды улар Әлфиәгә. Ә атаһының туғандары... Улар ситкә лә этәрмәне, яҡын да ебәрмәне. Атаһы ҡапыл ғына донъя ҡуйғас, әсәһе менән етем кеүек ҡалдылар. Әлфиә өләсәһенә барһа, ҡыҙым, тип яратып торҙо-тороуын, тәмлекәстәр менән дә һыйланы, ләкин үҙе бер ваҡытта ла уларға килмәне. Байрамдарҙа ла бүтән балалары менән ҡушып саҡырманы. Әлфиә, бәләкәй генә булһа ла, үҙенә күрә түгел ине, уларҙы айырып ҡарауын ҡабул итә алманы, һеҙҙе күрмәһәм дә үлмәм, тип өләсәһенә бармаҫ булды. Туғыҙынсы кластан һуң Өфөгә училищеға сығып китте, уны тамамлағас юғары уҡыу йортона инде, тиҙҙән әсәһе лә янына күсеп килде. Ауылда күҙ терәп ҡайтыр атай-әсәйең булмаһа, тамырҙар әкренләп өҙөлә икән.
– Әлләсе... – тип ыҡ-мыҡ итте ҡыҙының һорауына. – Атайыңдың туғандары – минең туғандарым инде ул...
– Һеңлем йә ҡустым булмағанға күрә, туғандарымдың күп-күп булыуын теләйем!
Әлфиә яуапһыҙ ҡалды. Нимә тиһен инде? Яҙмыш шулай аяуһыҙ булғас... Аһ, етмәһә, был күңел болғаныуы! Нурислам да тыштан һаман инмәй, йоҡларға күптән ваҡыт...
Әлфиә күҙен асҡанда Нурисламы янында юҡ ине. Аһ-аһ, әллә ятып та тормаған инде?! Шуны ла һиҙмәй, иҫ белмәй йоҡлағанмы? Әсәһе лә аяғөҫтө, Гөлнур ҙа, ә сәғәт нисә һуң? Әлфиә ҡорт саҡҡандай һикереп торҙо. Һигеҙ генә икән. Шул тиклем иртә тормаһалар!
– Кәләш, уяндыңмы? – тип дәртле кәйеф менән килеп инде Нурислам. – Әйҙә, тор, сәй эсеп алабыҙ ҙа сығып китәбеҙ. Беҙ йыйынып бөттөк.
– Нимә-ә? Ҡайҙа?
– Һинең тыуған яҡтарыңа.
– Уф-ф-ф... Ҡаңғыртып йөрөмә әле! Кисә артығын эсеп ташланыңмы әллә?..
А. ВАСИЛОВ һүрәте.
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 7-се (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Гөлнара Мостафина