«Түгеләйем әле даръя булып, Ҡояш булып бағайымсы көлөп...»

«Түгеләйем әле даръя булып, Ҡояш булып бағайымсы көлөп...»
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА

Ғәлиә Кәлимуллина шиғриәте ғәм тәрәнлеге, көтөлмәгәнсә саялығы, хиссиәтенең төҫмөр байлығы менән әсир итә. Берсә тыуған ерҙең һәр ҡарышының тарихын тойоп, тупраҡтың үҙе булып асыла, тәрәнгә тарта, берсә үҙенең иркен хыял асманына әйҙәп, йөрәктәрҙе икһеҙлеккә алып китә ул.

Ер хәтере
Һөйөү сере
Һомайғош мин – һөйөү, ожмах нуры,
Таныйһығыҙҙыр, тим, бәхет ҡошон?!
Уралымды һағ(ы)нып, Ергә көн дә
Төшөп әйләнәм мин...
Йәрем – ошо...

Бына ошо Ер бит мәңгелектең
Йәне яралған ер.
Бына – ошо...
Ер, тип тартылыуҙың сере – Һөйөү,
Мин һаман да һөйөү Һомайғошо.

Мин һаман да шул уҡ Һомайғошмон,
Ергә инселәнгән йәннәт сере.
Ерҙә йәшәү яралғаны бирле,
Күҙләйҙәрҙер шуға берен-бере
Ер менән Күк.
Тимәк, Урал – тере!..

Теге саҡта һынған ҡанатымдан
Ҡаным тамған ерҙә ята Урал.
Мәлен көтә.
Ер тетрәтер көсөн
Йөрәк тибешенән тойоп торам.

Ер ҡото
Мин – Йәнбирҙе. Һеҙҙең тәү атағыҙ
Атым, затым һаҡланған ер ошо.
Тоям әле һаман һәммәгеҙҙең,
Һәммәгеҙҙең хатта тын алышын

Кендек ҡанығыҙҙан. Ергә һеңгән
Ҡан хәтере һаҡлай минең затты.
Яттар аяҡ баҫҡас был тупраҡҡа,
Тәү әсәгеҙ мине бер оялтты.

Имеш, көсһөҙ булған беҙҙең ҡәүем,
Саҡ ҡоромай ҡалды турһығыбыҙ.
Был Ерҙән беҙ разый булып киттек,
Ҡанып киттек йәшәү танһығыбыҙ.

Уралыбыҙ ҡалды. Аҡбуҙаттың
Тояҡ эҙҙәренә саң ҡунырмы?
Шүлгәнташтың изге тамғалары –
Ер ҡото ул, шулар бер уңырмы?

Үҙем ырып яҙҙым. Уны аңлар
Йән бар әле, беләм, был тупраҡта.
Шуға йыям кендек ҡанығыҙҙы
Ер-әсәбеҙ тигән бер турһыҡҡа.

Күҙ нуры
Тәү әсәгеҙ булып сығып баҫтым
Алдығыҙға.
Бына, был күҙҙәрем
Ерҙең нурын һаман һаҡлай әле,
Ҡотон, утын, һутын һаман һаҡлай әле,
Күптән һуҡырайһа ла үҙҙәре.

Күҙ йәштәрем, тамсы-тамсы булып,
Йән шишмәһе булып йыйылғанда...
Йәнбирҙегә һиҙҙермәйсә генә,
Мин йән өрә инем, бер гонаһһыҙ
Сабыйҙарҙың йәне ҡыйылғанда...

Шишмә булып аҡты әрнеүҙәрем,
Ер яралды күҙ нурымдан ғына...
Уландарым ятҡан шул тупраҡты
Ҡыҫып тотҡан килеш устарыма,
Алдығыҙҙа баҫып торам бына.

Уйҙарығыҙ изгенәнме һеҙҙең?
Ҡылғанығыҙ бары яҡшылыҡмы?
Балаҡайҙар, уяу булығыҙ һеҙ,
Аң булығыҙ берүк, балаҡайҙар,
Үрсетмәгеҙ Ерҙә шаҡшылыҡты.

Һаҡ булығыҙ, Ҡатил һаман иҫән,
Әле һаман көслө көсһөҙгә – яу.
Бер-бер(е)геҙгә аяу булығыҙ һеҙ,
Онотмағыҙ, ғәзиз Уралтауға
Тик һеҙ генә ҡалҡан, тик һеҙ – таяу.

Урал рухы
Был мин – Урал!
Бына, мин теремен!
Тауыш бирәм сал быуаттар аша.
Йә, кемегеҙ бөгөн майҙан тотоп,
Тарих яҙа?
Йәки көс һынаша?

Йә, кемегеҙ үҙе ҡылғандарҙы
Мәңгелектең һала бизмәненә?
Майҙан йыям!
Һүҙең хаҡтан икән,
Әйтелгәне ҡиммәт үҙ мәлендә.

Әйтер һүҙең, Ерҙе дер һелкетеп,
Уятырлыҡ булһын йоҡоһонан.
Ҡатил тертләп китһен, теҙҙәр сүкһен,
Һин бит әле Урал тоҡомонан!

Күргәндәрең менән кисергәнең
Һыйыр микән тарих үлсәменә?
Был ер – һиңә майҙан ғына түгел,
Ер хәтере менән күсәре лә.

Йә, кемегеҙ бөгөн ҡылысһыҙ ҙа
Ҡәһҡәһәләр яуын кире ҡаға?
Урал булып, бөгөн күҙегеҙгә
Ҡанығыҙҙа тирткән Рухым баға.

Ҡабат тыуһам...
Китәһеңме? Ярай. Үкенес юҡ.
Белеп китәһең бит һөйөү барын.
Һөйөү бит ул – йырға әйләндереү
Үҙең кеүек бер-берәүҙең зарын.

Ул йырҙы беҙ бергә яҙғайныҡ бит,
Иңләп-буйлап осоп һауаларҙы.
Ерҙә туҡтап, имләй-имләй яҙҙыҡ
Һауаларҙа алған яраларҙы.

Ер ҙә, Күк тә беҙҙе ҡабул итте,
Дәғүәләшмәй генә, типә-тиң.
Ер-Күктәрҙә берәү генә инек,
Берәү генә инек: һин йәнә мин...

Иңләп оса инек һауаларҙы,
Һөйөү йыры ине беҙҙең ҡанат.
Ҡаурый-ҡаурый булып таралыштыҡ,
Улары ла ята, ана, ҡанап...

Күктәр инселәгән йыр ине ул,
Тоя инем ҡанаттарым менән.
Ер ғәмәлдәренә яҡынайғас,
Биҙҙеме Күк шуға һинән, минән?..

Йырҙарымдан әгәр ҡан һарҡыһа,
Үпкәләмә. Ҡаурыйҙарҙы йыуам.
Ризаһыңмы? Яҡты донъяларға
Йырҙы ялғар өсөн ҡабат тыуһам?

Таш йылға
Таш йылғалар булып ағып киттем,
Һең(ә) алманым ергә.
Таш йылғаның күргән-кисергәне
Түгел икән сер ҙә.

Таш һын булып ҡаттым, күргәндәрем,
Кисергәнем – даръя.
Селтер шишмәне лә таш йылғаға
Әйләндерә донъя.

Селтер-селтер генә ине күңел –
Таштар иретерлек.
Тамсыларын хатта, бетеү итеп,
Тағып йөрөтөрлөк.

Ырғытҡаның һеңә ине әле
Даръя төптәренә.
Селтер-селтер ағып бара инем,
Донъя сиктәренә.

Ер йотманы, бары яр ишелде,
Ҡороп-һайыҡманым.
Таш йылғаға әйләндерҙе мине
Һинең хыянатың.

Таш йылғаны кисеп ҡара хәҙер,
Һөрлөкмәйсә генә!
Ниңә тәнтерәкләп барғаныңды
Таштар ғына белә.

Аһ, был яҙҙар!..
Аһ, был яҙҙар!..
Һағындырғанһығыҙ!..
Һағындырғанһығыҙ, уй-ҡанаттар!..
Нисәмә ҡыш көттөм икән һеҙҙе
Шыңшый-шыңшый, илап йә ҡанаптар!..

Аһ, был яҙҙар!..
Ниндәй тылсым-серҙән
Сихырланып-аҙап тора донъя!?
Ҡатлам-ҡатлам боҙҙар аҡтарылды,
Тыйма мине, аҡыл, тыйма, тыйма!..
Түгеләйем әле даръя булып,
Ҡояш булып бағайымсы көлөп.
Ҡоштар, ана, ҡанат алып ҡайтҡан
Минең өҙ(ө)лөп көткәнемде белеп.

Ыуыҙ ғына түгел инде күңел,
Елгә еленләгән саҡтар уҙған.
Ә шулай ҙа иреп төшөрҙәймен,
Осоп китерҙәймен – һин ҡул һуҙһаң.

Һауаларҙы, их, бер иңлә ине,
Күҙ күреме етмәҫ бейеклектән.
Күңел – даръя ла ул, аҡыл ғына
Уҙа алмай һаман тейешлектән...

Аһ, был яҙҙар!..
Йыһан ҡосағымы,
Күк ҡөҙрәтеме арбай яңынан.
Ерҙән биҙмәнем дә,
Күңел генә
Табыныр ҡиблаларын һағынған.



Теги: Ғәлиә Кәлимуллина




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook