«Бәхет тәхетенә эйә Мөхәббәтле йәр генә»

«Бәхет тәхетенә эйә Мөхәббәтле йәр генә»
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА


Билдәле шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина – донъяға төрлө халәттә: бала, ҡатын, әсәй булараҡ бағып, уны гелән яңы төҫмөрҙәр аша танһыҡ итеп һүрәтләгән, шиғырҙарында кем сифатында асылһа ла, һәр ваҡыт бәҫле һәм мәрхәмәтле ҡала белгән лирик геройҙы тыуҙырған ижадсы. Яҙыусының эскерһеҙ, ихлас күңелен нисек бар, шулай киреп күрһәтеүҙән өркмәүе ул тыуҙырған ижад яланын ылыҡтырғыс һәм йәмле итә.


Һөйөү тәхете
Батша тәхете лә түгел,
Дан тәхете лә түгел.
Был тәхеткә хужа була
Һөйөп, һөйөлгән күңел.

Был тәхеткә күтәрелә
Тик парлы йәндәр генә.
Бер тәхеткә икәү һыя
Тик һөйгән йәрҙәр генә.

Бүленмәй ҙә, һатылмай ҙа
Мөхәббәт тәхеттәре.
Һөйөп, һөйөлөп йәшәүҙә
Донъяның рәхәттәре.

Бөтәһе лә батша булмай,
Дан тәтемәй һәр кемгә.
Бәхет тәхетенә эйә
Мөхәббәтле йәр генә.

* * *
Был өй күптән ҡунаҡ күрмәгән,
Ҡот-бишеген сөйгә элмәгән.
Ул һағайып ҡалған кеше һымаҡ,
Ниҙер көтөп, ниҙер эҙләгән.

Барыһы ла бар ҙа кеүек унда:
Күркәм донъя, йыйнаҡ, сынъяһау.
Өй эсендә тик йыр яңғырамай,
Көй сыҡһа ла, өҙөк йә ялғау.

Һәүетемсә йәшәп ятҡан йортта
Күптән бер кем ихлас көлмәгән,
Сөнки бында бәхет өләшеүсе
Иң төп ҡунаҡ – һөйөү инмәгән.

Яңғыҙ парҙар
Усаҡ янында ҡалтырап,
Һыу буйҙарында сарсап,
Йөрөгән булалар парлап,
Яңғыҙ йәндәрен алдап.

Дегәнәкте сәскә тиеп,
Тау тиеп түбәләсте,
Ғүмер үрҙәрен үтәләр
Бейек тип түбәнлекте.

Әсе булғанды татлы тип,
Һағышты шатлыҡ тиеп,
Йәшәйҙәр ялған эсендә
Һөйөүҙе таптыҡ тиеп.

Тәндәре ҡауышҡан да бит,
Йәндәре аҙашҡандар.
Ғүмерлек хаталар яһай
Һөйөүҙә алдашҡандар.

Яратылмай йәшәү
Яратылмай йәшәү – туңып ҡалған бөрө,
Емештәрҙән мәхрүм бер ағас.
Күкрәк тулы моңдо йөрәгеңдә бикләү,
Һайрай алмаҫ өнһөҙ һандуғас.

Яратылмай йәшәү – яумай үткән ямғыр,
Йотом һыуға сарсап көн итеү.
Һөйөлмәйсә йәшәү – бәхетһеҙҙәр икәү,
Бер-береңдең йәнен кәмһетеү.

Яратылмай йәшәү – мәңге күңел өшөү,
Ысыҡ тамсы эҙләү буранда.
Йылы ышыҡ юллап, һулышыңдан сәсәп,
Өйһөҙ ғүмер итеү урамда.

Үкһеп илай хыянат
Һин йәшәгән ҡыуышты ла
Хан һарайылай күрәм.
Тупһаң аша үткән саҡта
Доғалар уҡып керәм.

Өҫтәлдәге икмәк-сәйең
Батша һыйына торош…
…Ошо түгел инеме ни
Беҙ хыял иткән тормош?

Түп-түңәрәк донъяла ла
Ниңә эс боша шулай?
Хыялға ҡылған хыянат
Мөйөштә үкһеп илай…

Мин үҙемдә мөхәббәтте үлтерәм
Мин үҙемдә мөхәббәтте үлтерәм,
Юҡ итәмен бына минутлап.
Әммә хискә һыу бөркәйем тиһәм,
Тағы ялҡын алам мин уртлап.

Һөйөүемдең бөйөк хакимы ла,
Хөкөмдары ла мин тик үҙем.
Зиндандарға ябам йөрәгемде,
Әммә ирек даулай күңелем.

Үлтереүсе, тимәк, енәйәтсе –
Ғәйеп-гонаһыма юҡ яҡлау.
Тотҡон булып, башҡа мөхәббәтте
Азат итәм, бары шул – аҡлау…

Иңдәреңә ҡунған фәрештәләй
Иңдәреңә ҡунған фәрештәләй,
Ғүмер буйы һине аяным.
Аңламағанда ла һин үҙеңде,
Ғәмәлдәрең, хәлең аңланым.

Ситтәр түгел, хатта яҡындарың
Йөҙ сөйгәндә һинең яҙыҡтан,
Кәмһенеүҙәр, рәнйеүҙәрең менән
Яҡлау таптың миндә аҙаҡтан.

Аяуҙарым менән аңлауҙарым
Артып киткәнгәлер саманан,
Һығылыптар төшөп һыҙланамын
Икебеҙгә төшкән яранан.

Йондоҙ инем, юл япрағы булдым
Берәү өсөн йондоҙ инем бит мин –
Буй етмәҫлек бейек, юғары.
Һинең өсөн – яраң дауалаусы
Юл япрағы ғына ни бары.

Ә ул берәү һаман, күккә ҡарап,
Яҡты йондоҙона табына.
Ә мин иһә ҡуша бәйләнгәнмен
Ҡаны һарҡҡан һинең табанға.

Ҡарлы ямғыр
Ҡарлы ямғыр, ҡарлы ямғыр
Яуа ла яуа биткә.
Хыянатың һөйөүҙәрҙән
Айырҙы мәңгелеккә.

Йомғаҡ кеүек ялбыр ҡарҙар
Ишелеп төшә күктән.
Һағышымдан илай-илай
Күҙ йәшем кипкән күптән.

Ямғырмы был, әллә ҡармы
Яуа ла яуа тынмай.
Минең йәнем – ҡарлы ямғыр,
Ни иремәй, ни туңмай.

Нимә ул яратыу?
Малай:
Яратыу – ул бер-береңдән
Күҙеңде ала алмау.
Иркә ҡараштарың менән
Күңел хистәрен яулау.

Егет:
Яратыу – ул һөйгәнеңә
Йондоҙҙар өҙөп биреү.
Ерҙән түгел, һауаларҙан
Ҡанатһыҙ осоп йөрөү.

Ир:
Яратыу – ул бер-береңде
Наҙға күмеп иркәләү.
Шул наҙҙарһыҙ йәшәй алмау,
Танһыҡ ҡанмау, гел теләү.

Ҡарт:
Яратыу – ул бер-береңде
Яҡын күреп, ҡәҙерләү.
Бер-береңһеҙ ҡалыр көнгә
Бер-береңде әҙерләү…

Йылдар аша осрашыу
Һин – олатай, мин – өләсәй
Йәшендә осраштыҡ.
Күҙҙәрҙә – шул уҡ ялҡындар,
Әллә кисә хушлаштыҡ.

Телдәр юҡ-барҙы һораша,
Күҙҙә – мөлдөрәмә хис.
Аралар айырған йылдар,
Әйтерһең, булмаған һис.

Ошо миҙгелдең эсендә
Ҡойон, дауыл кисерҙек.
Йәшлек таңдарына ҡайтып,
Үткәндәрҙән иҫерҙек.

...Ә бер аҙҙан һаубуллаштыҡ.
Беҙ – һөйөүгә йыназа.
Тик хистәр һыҙлар йөрәктә
Ғүмер аҙағынаса.




Теги: Зөһрә Ҡотлогилдина




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook