«Бары әсә мөхәббәтен юҡ яулайһы...»

Яҙ көсө
Йырлы яҙҙар етте.
Гөрләүектәр
Наҙлы бер моң һала күңелгә.
Түбәләге ҡарҙан тамсы булып
Беҙҙең өҫкә нурҙар түгелә.
Тамсы-нурҙар күләүектә уйнар.
Һәм турғайҙар унда туй яһар.
Бөтә тереклекте йырлатырлыҡ
Көстө ҡайҙан ала был яҙҙар?
Әсәй хаты
Яҙмаларым араһынан
Төштө бер хат.
Хәрефтәре шундай таныш, –
Алдым бик һаҡ.
Сит-ситтәре бөтәрләнгән,
Уңған ҡағыҙ, –
Гүйә ҡулдан ҡулға йөр(ө)гән
Изге вәғәз.
Күҙҙәр түгел, хәтер саба...
Хат юлынан.
Бер абына... Бер һикерә
Шатлығынан.
Хаталарым, әйтмәһәм дә,
Һиҙгән әсәй.
Юлдарыма йомшаҡ һүҙҙәр
Теҙгән әсәй.
Вәғәз кеүек уҡылған ул
Шуға ҡат-ҡат.
Әсәй һағыштарын йотоп
Һарғайған хат.
Һағыштарға һалыр хәлдәр,
Ай, булды шул...
Юлдарымдан бик йыш ҡына
Тайпылдым шул...
Яратҡандар, йән атҡандар
Уттар һалды...
Шул саҡтарҙа гел ҡотҡарҙы
Әсәй хаты.
Тормошта үҙ һуҡмағыңды
Һалыу өсөн,
Дуҫтарыңдың ихтирамын
Алыу өсөн,
Ни ҡәҙәр көс кәрәклеген
Һуң аңлайһың...
Бары әсә мөхәббәтен
Юҡ яулайһы...
Аҡ битле тормош
(Ейәнем тыуғас)
Ҡулға алдым ейәнемде,
Әллә күпме көткән инем...
Күңелемдән наҙлы-наҙлы
Йырҙар ижад иткән инем.
Ҡулға алғас, ал йөҙөнә
Ҡараным да ҡалдым телһеҙ:
Күҙҙәремә тормош баға, –
Ап-аҡ тормош, тауыш-өнһөҙ.
Сәстәренән бала сағым
Еҫе килде, татлы булып.
Күҙҙәренән ҡояш көлдө,
Мөлдөрәмә нурға тулып.
Ирен ситендәге һөттә
Ҡалған төҫлө әсәм тәме.
Бына ҡасан аңлашыла
Был тормоштоң барлыҡ йәме!
Эй, сабыйым, ошо ал йөҙ
Ҡалһын ине гел ал килеш.
Тормошоңдоң аҡ битен дә
Бер кем тапламаҫҡа тейеш...
...Ейәнемде ҡулға алғас,
Күҙҙән үтте ғүмер юлым:
Битемдәге тормош яҡҡан
Ҡараларҙы күпме йыуҙым,
Күпме һыҙҙым хаталарҙы
Аҡ битенән тормошомдоң?..
...Ҡулдарымда ап-аҡ битле
Дәфтәр ята башланмаған.
Күктәр түҙмәй
Күңел тулды, күккә баҡтым,
Унда – киңлек, иркенлек.
Серҙәреңде йондоҙ итеп
Йондоҙҙарға һиберлек.
Тик күктәрҙә һағыш бөгөн, –
Тамам-тамам тип тора.
Йәш тулған ошо күҙҙәргә
Хәсрәт һөйләргә ҡыймам...
Ерҙәге донъя хәлдәре
Өҫтән күренәлер шул.
Күктәр булып, күктәр түҙмәй,
Йәшкә төйөләлер шул.
Минең хәсрәт хәсрәтме ни, –
Ҡитғалар ҡыйралғанда...
Телде тешләп, күккә бағам
Йәндәрем ҡыйналғанға.
Күктең һағышы таралыр, –
Иҫһен генә саф елдәр.
Ерҙәге донъя хәлдәрен
Хәл итер икән кемдәр?!
Тәлгәш-тәлгәш йондоҙҙары
Һөйөп бағырҙар микән?
Күк йөҙөн һөрөм ҡаплатҡан
Ерҙе ҡарғарҙар микән?
Шуғалырмы аҡ донъяның
Йөҙҙәрен һөрөм баҫты.
Яҡты эҙләп күптәребеҙ
Йәннәт алдына баҫты.
Теги: Фәниә Ғәбиҙуллина