ШАҠМАҠ ҠОЯШ

ШАҠМАҠ ҠОЯШ
Мөнир ҠУНАФИН


Мөнир Ҡунафиндың ижад донъяһы – хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең ҡыҙыҡлы вә уҡымлы бите. Һәр кемде тетрәндерерлек психологик портреттарын үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ образдар аша баҙыҡландырыу – замандаш яҙыусыбыҙҙың хикәйәләрен уҡымлы иткән кәттә алымдарының береһе.


ШАҠМАҠ ҠОЯШ
Хикәйә


– Һаумыһығыҙ, минең атайым бында йәшәйме? – Ҡураныс ҡына кәүҙәле, күҙлекле ҡыҙ өйгә ингәс тә шулай тип өндәште. Эйелеп иҙән йыуып йөрөүсе Зөләйха ишек асылып-ябылыуын ишетмәне лә, ә тауышҡа тертләп китте.
Ишек төбөндә аҫмалы сумкаһын иҙәнгә ҡуйырғамы, юҡмы тип аптырап, боҫланған күҙлегенең өҫтөнән һөҙөргә әҙер бәрәс кеүек ҡарап торған баланы шәйләп, «Былай ҙа шөҡәтһеҙ, йәмһеҙ ҡыҙ булыр икән» тип уйлап алды тәүҙә. Йыуғысын иҙәнгә шап итеп төшөрҙө лә ҡулдарын бөйөрөнә таянды.
– Өйҙөң башына «Атайҙар йорто» тип яҙылғанмы ни? – оҡшаманы уға был үҫмер. – Беҙҙә ҡай саҡ тәртип өсөн ишекте шаҡып инеүселәр ҙә була.
Сепрәген һыуға тығып һығып алды. Боҫланған күҙлеген ҡулъяулығы менән һөртөп маташҡан таныш түгел ҡыҙға тағы әйләнеп баҡты:
– Беҙҙә артыҡ атай юҡ, исем-заты кем?
Ҡыҙ «эшкә яҡыныраҡ килгәнгәме», бер сама теремекләнеп китте, хатта күҙлеге аҫтындағы күҙҙәрендә ниндәйҙер сатҡылар сәсрәп киткәндәй булды.
– Сәғитов Йомаҙил. Ошо адресты биргәйне әсәйем. Мин Дүртөйлөнән килдем.
Йыраҡ ине Дүртөйлө. Төҫ-башына, кәүҙә торошона ҡарағанда, 12–13 йәштәрҙәге үҫмерҙе хәтерләтһә лә, бер нисә пересадка аша ул тиклем араны үтерлек булғас, ҡыҙ, күрәһең, ҙур ғына. Тик ҡатындың уйында ул түгел ине. Ун ике йыл йәшәйҙәр, ә буй еткергән ҡыҙы бар икәнен әйтмәгәйне ире. Ысвулыч! Ысынлап та иренең исем-затын атаны бит.
– Йомаҙил бында йәшәй, тик уның ситтә балаһы юҡ, – тине Зөләйха. Йомшаҡ итеп әйтте. Балаға тишерҙәй ҡараны. Унда иренең йөҙ-ҡиәфәтен сырамытырға тырышты. Таба алманы. Бер генә ере лә оҡшамаған. Был бигерәк йәмһеҙ.
Ҡыҙ ҡыйыу ғына, ахыры. «Ултырырға мөмкинме?» – тип һораны тәүҙә. Яуапты көтмәй, ишек янындағы трюмоға терәлде.
– Әле үҙе ҡайҙа икән минең атайым? – «атайым» һүҙенә ныҡлы баҫым яһап өндәште.
– Әйттем түгелме, уның ситтә балаһы юҡ, Дүртөйлөлә лә.
– Шулай ҙа, әгәр ҙә Сәғитов Йомаҙил бында йәшәһә, уны күрергә ине. Ҡасан ҡайта? – Юлда арып килгән ҡыҙ ҡапыл ғына сығып китергә йыйынманы. Ныҡышлығын күрһәтте. – Уны ҡайҙа ултырып көтөргә була?
Хужабикә бер аҙға албырғап ҡалды. Сығып кит, тип тә әйтеп булмай, саҡырырға ла күңел тартмай. Шулай ҙа миһырбанлығы еңде.
– Аяҡ кейемеңде сис тә үт, – тине лә, ҡулын баяғыса биленә таянып, ҡыҙҙың яйлап сисенгәнен ҡарап торҙо. «Шулай ҙа һын тигән генәһе лә юҡ, оҡшамаған», – тип ҡуйҙы эстән. Ҡыҙ бүлмәгә инеп ултырғас, иҙәнен тиҙ генә һөртөп бөтөрөп ҡуйҙы. Ҡулдарын йыуып, сәй ҡуйҙы. «Кем булһа ла юлдан килгән. Һәр юлсы пәйғәмбәргә тиң, һыйыңды йәлләмә, т п өйрәтте әсәйем. Асыҡҡандыр, бахыр», – тип уйланы...

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 2-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Мөнир Ҡунафин




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook