Йөрәгендә – эйәрле-йүгәнле ат...
«Олоғайҙым инде, миңә 38 йәш тула», – тип яҙғайным бер шиғырымда. Шулай итеп, «олоғайҙым инде, миңә бына 50 йәш тула», – тип күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнатып ҡаршыланы беҙҙе әҙибә. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙина үҙенең елле иллеһенә аяҡ баҫыуын йәшермәй. «50 йәш оло түгеллеген беләм инде хәҙер», – ти ул. Ысынлап та, ҡарағусҡыл йөҙөнән йылмайыу китмәгән Тәнзилә Сәлих ҡыҙының йәшен, үҙе әйтмәһә, билдәләүе лә ҡыйын булыр ине. Йәш, яҡты сырайы, төҙ, матур кәүҙәһе, ташып торған дәрте, күҙҙәренең осҡонланып яныуы, сылтыр шишмә кеүек яғымлы тауышы уны һөйкөмлө лә, матур ҙа итә. Журнал уҡыусыларына үҙенең мәңге йәш булып ҡалыуы серҙәре менән уртаҡлашыуын үтендек. Шағирә беҙҙең һорауға бер аҙ албырғап ҡалды. Сере уның булмышында, тыумышында икән дә баһа! Әле лә ул тик тормай: бөтә иғтибары һәм хәстәре – өй һалып инеү. Беҙҙең, ауылдан сыҡҡандарҙың, ергә тартылыуыбыҙ тәбиғиҙер ҙә. Әммә күңел һалып, эште еренә еткереп эшләү – кешенең холоҡ-фиғеленәндер. Ә шулай ҙа... гүзәллек серҙәре бар уның, бар. Әңгәмә барышында үҙегеҙ ҙә шуға төшөнөрһөгөҙ.
– Әсәйем йәш күренә ине. Атайым да йәш сырайлы булды. Үҙемде һәйбәт тойорға хәрәкәт ярҙам итә. Йәйәү йөрөргә яратам. Гимнастикаһыҙ йәшәп булмай. Бәләкәй саҡтан битем менән булыштым. Был әсәйемдән дә килә: ул икмәк баҫып тора, әсеткеһен битенә һылай. Берәй 20 минуттан йыуып ала. Ҡыяр турағанда һутын һөртә һала. Эркет һыуын да манып ебәрә. Бер ҡасан да кремһыҙ торманы. Һәр ваҡыт тирене туҡландырып торорға кәрәклеге бала саҡтан ҡаныма һеңгән. Әле лә косметологҡа йөрөргә уйым юҡ. Битемә массаж яһаған булам. Тәбиғи косметика менән ҡулланам: еләкте иҙеп һөртәм, ҡул аҫтындағы ябай тәбиғи емештәрҙән туҡландырыусы битлектәр яһап торам һәм иң мөһиме – һыу эсәм. Кеше организмы һыуһыҙ талсыға. Йөҙҙә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килмәһен өсөн, уны дымландырып тороу мөһим. Был осраҡта, әлбиттә, ябай эсәр һыу ярҙам итә. Һыу ашҡаҙан-эсәкте лә яҡшы эшләтә. Эске ағзаларың сәғәт һымаҡ эшләһен өсөн, дөрөҫ туҡланыу, режим менєн йоҡлау кәрәк. Бер-ике сәғәткє йоҡоң туймаһа ла, бит тиреһе йоҡарып, күҙ аҫтары ҡара янып сыға, йөрәк һулҡылдай башлай. Мин һәр ваҡыт 8 сәғәт йоҡларға тырышам. Йоҡлар алдынан мәшәҡәт, хәсрәттәрҙе баштан сығарып ырғытам да күңелле ваҡиғаларҙы иҫләп маташам.
...Әсәйемдең “мейем ҡороп китте, ахыры, баш ауырта” тип ике-өс йомортҡаны һытып ҡабығы менән ҡуша түбәһенә бәйләп ҡуйғанын хәтерләйем. Ҡурғаш менән ҡаплай ҙа, яулыҡ ябынып, көн буйына йөрөй. Был мунса алдынан эшләнә. Мейегә йомортҡа һеңә, ти ине ул. Ысынмы икән, үҙемдә шуны һынап ҡарарға хыялланам.
Тирләүҙең ныҡ файҙалы икәнен һәр кем белә. Мунса тән тиреһен яңырта, йәшәртә. Әлбиттә, тир менән бергә шлактан тыш файҙалы матдәләр ҙә йыуылып сыға. Шуға туҡланыуға ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Һуңғы йылдарҙа һөлөк һалдырыуға әүәҫләнеп киттем. Кешегә инәлеп йөрөгәнсе, тип үҙемә үҙем һала башланым. Сикәнес, тик кәрәк булғас, ҡайҙа бараһың!
Былары тән сәләмәтлеген ҡайғыртыуға ҡайтып ҡалһа, йәш булып ҡалыуҙың икенсе шарты – күңелде таҙа тотоу. Үҙеңә ауырлыҡ килтергәндәрҙе ғәфү итеү, рәнйеш, үпкә һаҡламау.
Бәләкәй сағымдан көнсөл кешеләрҙән ыҙаланым. Әсәйем менән атайым һәр ваҡыт күңелемде китергә бирмәне. Юҡ-бар ғәйепте миңә таҡҡан ваҡыттарҙы ауыр кисерә инем. Бала өсөн ҙур рәнйеү ҙә инде был. Әммә ата-әсәйемдең сикһеҙ яратыуы был хистә оҙаҡ уйылырға бирмәй ине.
Атайым бер әйтә ҡуйҙы: «Көнләшеүселәр бар инде, һин уларға, ҡыҙым, иғтибар итмә», – тип. Беләм, ғүмер буйына татып киләм уларҙың хөсөтөн, тик мин уларға рәхмәтлемен. Алға ғына этәреп тороусы көс, сәм бирә улар миңә», – тинем. Көнсөлдәрҙе йәлләйем. Үҙем бер ҡасан да көнләшкәнем юҡ. Үҙемдән уңышлыраҡ кеше өсөн ихлас шатланам.
Атайым ғүмер буйына мәктәп директоры булды. Бәләкәй сағым ине, бесәндә бер ағай әсе теле менән төрттөрөп, аҫтыртын сағып, уға бәйләнә башланы. Минең сабырлығым бөттө, был бәндә атайымды мыҫҡыл итә, тип сығырымдан сығыр сиккә еттем. Атайым, ҡәлғә һымаҡ, ыжламай ҙа. Ҡайһы бер һүҙҙәрен мәрәкәгә һалып ебәрә. Ахыры теге ағай һүрелде. Атайым уны шулайтып еңде. Мин дә хәҙер шул ысулды ҡулланам. Йүнһеҙ кешеләрҙе юмор менән еңәм. Йөрәгем ҡанһырағанын, һарыуым ҡайнағанын һиҙҙермәйем.
Үҙеңде бер донъя, бер дәүләт итеп тойһаң, көнсөлдәрҙең күҙе лә, һүҙе лә, уғы ла, ыуы ла үтеп инмәҫ. Ошо ныҡлыҡҡа өлгәшергә миңә каратэ менән шөғөлләнеүем ярҙам итте. Күк билғау эйәһе булыуға тиклем еттем. Ҡаршыға күмәк кеше килгәндә, оҫта ғына итеп ялтаныу, алышҡа инмәй тороп ҡалыу – үҙе бер фәлсәфә. Мин каратист бит әле, тип, унлаған кешегә ҡаршы сығып, эшлектән яҙыу батырлыҡ түгел. Тормошта ла шулай.
– Тәнзилә Сәлих ҡыҙы, бына һеҙ өс баһадир үҫтерәһегеҙ. Ҡулдың бармаҡтарының ҡайһыныһын тешләһәң дә ауырта, тиҙәр, һеҙҙең ошо өс егет менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?
– Өлкән улым Искәндәр өйләнде инде, йәш кенә киленебеҙ бар, башҡаландылар. Икенсеһе, Марат, Матбуғат йортонда эшләп йөрөй. Урал 9-сы класты тамамлап, сәнғәт училищеһына уҡырға инде. Билдәле композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин ағайыма оҡшап, көйҙәр ижад итә, миңә тартып, шиғырҙар яҙа. Балалар барыһы ла бер тигеҙ яратыла инде ул. Үҙем ныҡ иркә булдым. Атайым менән әсәйем икеһе ике яҡтан сәй эскән арала арҡамдан тупылдатып һөйөп ултыра торғайнылар. Әле лә ҡайтҡанда әсәйем ятҡас та һөйөп китә. Бына шул тиклем яратылған баламын.
Университетҡа уҡырға килгәс, ҡыйын булып торҙо, әсәйемдәрҙең тупылдатып арҡамдан һөйөүен һағындым. Бүлмәләш ҡыҙҙарға һөйләһәм, ҡыҙыҡ күреп, улар тупылдатып арҡамдан һөйә башланы. Һеңлеләре һымаҡ күреп яраттылар. Яратылған бала булыу бөтөнләй икенсе. Ҡурсыулы итеп тоя ул үҙен. Һаҡлы һәм яҡлаусылы итеп. Шуға баланы, шаштырам, боҙам тип, яратыуҙан ҡурҡырға ярамай. Әсәйем үҙе лә, йоҡлағандарында ғына һөй балаларыңды, тип өйрәтә ине. Ә үҙе бәпәйҙәремде көнөн-төнөн һамаҡлай-һамаҡлай тупылдатып яратты!
Улдарым менән бергә малайҙар һымаҡ уйнайбыҙ, мәрәкәләшәбеҙ, шаярабыҙ, төртөшәбеҙ. Малайҙарым минән өйҙә иҙән, һауыт-һаба йыуҙырмай. Әммә ҡайһы саҡ үҙемә ошо эштәрҙе башҡарырға тура килһә, ныҡ ҡыуанам – үҙемде ысын ҡатын-ҡыҙ итеп тойоп ҡалам. Өйҙә тәртип ҡаты, хәрбиҙәрсә: һәр эш ваҡытында эшләнергә һәм һәр әйбер урынында ятырға, таҙа, бөхтә килеш һаҡланырға тейеш.
– Йәш киленем бар, тинегеҙ. Ҡәйнә менән килен мөнәсәбәттәре нисек яйға һалына?
– Йәштәрҙең араларына инмәйем. Ҡыҫылмайым. Йәш булғас, етешһеҙлектәре лә була торғандыр, ҡаты бәрелмәй генә кәңәш бирәм. Мин үткән юлды ул үтмәгән, минең тәжрибәм унда юҡ. Белер, өйрәнер. Айырым йәшәйҙәр. Яңы өйләнешеүселәрҙең бер-береһенә өйрәнгәнсе ҡашығаяҡтары ла шылтырар, була торған хәл. Барыбыҙ ҙа ул дәүерҙе үткәнбеҙ. Мин ғаиләне айырым дәүләт тип ҡарайым һәм уға ситтән килеп ҡыҫылып йөрөүҙәренә ҡаршымын. Киленемә «ҡыҙым» тип өндәшәм, ул миңә «әсәй» ти. Ҡоҙағыйыма ла әйтеп ҡуйҙым: «Хәҙер һинең ҡыҙың минең дә ҡыҙым булды инде. Нисек кәрәк, шулай, донъя көтөргә яраҡлы итеп әүәләп алырмын», – тинем. Ҡоҙағыйым ризалашты. Хәҙер беҙҙең әүәләү мәле бара...
...Тәрбиә тигәндән, әсәйем гел мәҡәл менән һөйләне. Атайым йор һүҙе, мәрәкәһе менән тәрбиәләне. Сәлихйән Хафиз улы – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, уға – 87, әсәйем Асия Зекәриә ҡыҙына – 84 йәш. Аллаға шөкөр, имен-һауҙар, Бөрйән районында донъя көтәләр. Улар тәрбиә мәсьәләһендә миңә бер өлгө булып тора.
– Шағирәләр – хыялый бер йән, тигән ҡараш бар... Ошоға мөнәсәбәтегеҙ нисек?
– Шиғриәт – йән, күңел талабы ғына бит ул. Хаҡлы ялға сыҡмайынса ҙур әйберҙәр яҙып булмаҫ инде. Ваҡыт юҡ. Ял, йоҡо иҫәбенә ижад итәбеҙ. Ир ҙә, балалар ҙа һинең иғтибарыңа, һөйөүеңә, тәрбиәңә мохтаж. Донъя көткәс, мал да кәрәк. Һәр ҡатын-ҡыҙ кеүек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән дә азат түгелһең. Яңыраҡ еләк таҙартып ултыра инем, өс шиғыр килеп күңелде «шаҡыны». Ҡулым буш түгел, тип ҡәләмгә тотонманым. Яҙылмаған әҫәрҙәр шулай баш осонда әйләнеп йөрөйҙәр-йөрөйҙәр ҙә ғәйеп булалар. Яҙып өлгөрмәһәң. Шиғыр кешенең эске донъяһында яралырға тейеш. Хистәреңде алағайымға сығарһаң, ул әҫәр булып тыумай. Йән тетрәүе, йән ғазабы менән тыуғанда ғына улар кеше күңеленә юл таба. Үҙем, шиғыр яҙмай торһам, ауырыған кеүекмен. Аллаһы Тәғәләгә, тел асҡыстары биргәне өсөн, гел рәхмәт әйтеп йөрөйөм. Ғашиҡ булыусан түгелмен. Тәбиғәтем менән үҙемә ышанғандарға тоғромон. Мөхәббәт – ул күңел торошо. Ғүмер үтә барыу менән йәшәүҙе нығыраҡ яратам. Шағирлыҡ һоҡлана, ярата белеүсегә хастыр, тием.
Ял иткәндә эйәртенешеп йөрөргә яратмайым. Телефондарҙы һүндереп, үҙ-үҙең менән генә ҡалыу мәле илаһи. Ижад шуны талап итә. Переделкино ижад йортона ике тапҡыр яңғыҙ барҙым. Яҙғы сәфәремдә эй ҡанатланып йөрөнөм, йөрәк һурылып сығып килә инде. Шиғыр яҙыла ла яҙыла, түгелә лә түгелә. Күтәренке рухлы, кәйефле шиғырҙар. Йыһанды ҡосҡо килә. Иртән йүгерәм, гимнастика эшләйем. Емешле ижад менән ҡайттым. Ялымды икегә бүлеп алып, ҡыҙыҡ өсөн, көҙ тағы шунда киттем. Ямғыр шаптыр-шоптор яуа, ҡоштар һайрамай, бөжәктәр йәшенә. Шиғырҙар ҙа күп яҙыла, әммә бөтөнләй башҡа. Күңелдә фәлсәфә, күңелдә һағыш... Кешенең йәшәү циклы һымаҡ.
Бер йылы Комарово ижад йортонда ял иттем. Анна Ахматованың бүлмәһендә йәшәнем. Шунан бер килгәс, тип Финляндияға юл тоттом, Швецияһын да бер юлы күреп ҡайттым. Шағирә өсөн ошондай ирек, үҙ-үҙең менән ҡалыу, көс туплау үтә лә мөһимдер.
– Ижадсының яңғыҙ ҡалырға теләүен дөрөҫ аңлаған тормош иптәше булыуы ла мөһим бит әле...
– Ирем Дамир Фәһим улы – Шәйехзада Бабич тоҡомонан. Минең ижад кешеһе булыуымды аңлап ҡабул итә. Миңә уның ҡулынан бар эш тә килеүе оҡшай. Бигерәк уңған, бигерәк егәрле, күҙ теймәһен. Улдарым да уны хөрмәт итә. Минең уға тормошҡа сығыуыма улар ҡаршы килмәне. Донъя көтөргә иптәш кәрәклеген аңлап, риза булдылар.
Ир менән йәшәү өсөн, ул ниндәй генә яҡшы йә яман булмаһын, сабырлыҡ, яратыу кәрәк. Камил бер кеше лә юҡ. Әсәйем: «Уңғанһың, ҡайҙа булһа ла һыйып эшләрһең, бирешмәҫһең», – ти торғайны. Минең һәйбәт кеше булырыма ныҡ ышанды. Бөтә серҙәрен йәшермәй һөйләр ине, «Тәнзиләнең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ята», – тиер ине. Шул ышаныс мине үҫтерҙе. Кешегә ышанырға кәрәк. Ышаныс беҙҙе ҡанатландыра, кәрәкле кеше икәнлегебеҙгә инандыра.
– Ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар сыныҡтыра ғына, сәм өҫтәй, тинегеҙ. Ә уларҙы лайыҡлы үтергә көстө ҡайҙан алаһығыҙ?
– Тормошта миңә йәшәргә көс биргән нәмә – ул минең кешене аңлауым. Холоҡһоҙ булһа ла, тәртипһеҙ булһа ла, матур булһа ла, аңлайым. Кешенең күңел донъяһын тәрән тоям. Шул миңә рәхәтлек, еңеллек бирә. Шуға ла кешеләргә, йәмғиәткә һыйып йәшәйем, бирешмәйем. Йәнем көйгән, рәнйегән саҡ та була, әммә бөтә нәмәне лә аңлап ҡабул итәм. Карнегиҙарҙы, бүтән белемсе психолог-фәлсәфәселәрҙе башҡалар уҡый тип кенә уҡып сығам, әммә яңылыҡ тапмайым. Минең инаныуымса, улар фекерен беҙҙең башҡорт күптән әйтеп бөткән. Ауыҙ-тел ижадында асыҡ сағыла халҡыбыҙҙың тапҡыр аҡылы. Ауырлыҡтарҙы мәрәкә, йомро тойғо менән еңә белеү, тәбиғәттән айырылмай йәшәү рухына көс биргән уның.
Мин ауырлыҡтар артынан һәйбәтлек килгәнен беләм. Һигеҙ йыл самаһы ҡара һыҙатлы мәлемде сабыр үткәргәндән һуң, ниһайәт, аҡ һыҙатым башланды. Бөтәһе лә һәйбәт булыр, тигән инаныуым бар, һәр көнөмдө йылмайып, шул һүҙҙәрҙән башлайым. Бөтәһе лә һәйбәт булыр!
...Йомарт август айында донъяға килгән шағирә юбилейын мул уңыштар һәм күтәренке кәйеф менән ҡаршылай. З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә уның «Ҡанатлы йөрәк» тип исемләнгән шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Бөрйәндә, Өфө ҡалаһында ижад кисәләре гөрләп үтәсәк. Йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятҡан әҙибәгә ижади уңыштар, һаулыҡ, мөхәббәтле оҙон ғүмер теләйек.

Гөлназ ҠОТОЕВА әңгәмәләште.
Теги: