«Ҡарлуғас»тар ярын ташламай
Боронғо башҡорт ерендә, Әтәс тауында урынлашҡан Магнитогорск, бер быуатлыҡ ҡына тарихлы йәш ҡала булыуына ҡарамаҫтан, тотош илгә өлгө булырлыҡ байтаҡ матур башланғыстары менән данлы. Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында уңышлы эшләп килгән «Халыҡтар дуҫлығы йорттары»ның да тәүгеләренең береһе ошонда ойоша. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, уның шулай булыуы тәбиғи ҙә.
Шул тиклем күп милләттәр йәшәгән ерҙә толерантлыҡ идеяларын нығытыуҙа Милли мәҙәниәттәр үҙәгенән үҫеп сыҡҡан бөгөнгө Халыҡтар дуҫлығы йортоноң өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ә уның әлеге мәлдә Зөлфирә Зиннәт ҡыҙы Саниева етәкләгән башҡорт мәҙәниәте бүлегенең эшмәкәрлеге иһә күптәргә өлгө. Магнитогорск ҡалаһының Дуҫлыҡ йортоноң башҡорт мәҙәниәте бүлегендә төрлө йүнәлештәге ун ижади коллектив эшләй. Ҡаланың һәм Силәбе өлкәһенең барлыҡ оло байрамдарында, сараларында ҡатнашҡан шул төркөмдәр – урында халҡыбыҙҙың рухын күтәреүсе төп көс.
Зөлфирә Зиннәт ҡыҙының саҡырыуы буйынса «Башҡортостан ҡыҙы» яңыраҡ Дуҫлыҡ йортона берләшкән төркөмдәрҙең иң ололарының береһе «Ҡарлуғас» фольклор ансамбленең 20 йәшлек юбилей тантанаһында ҡатнашты. Магнитогорскиҙың «Халыҡтар дуҫлығы йорто» директоры Брагина Татьяна Ивановна әйтеүенсә, башҡорт мәҙәниәте бүлегенең гөрләп эшләүенең сере үҙ һөнәрҙәренә һәм халҡына мөкиббән кешеләрҙә. Бындағы «Мираҫ» ҡатын-ҡыҙҙар клубын, шулай уҡ «Миләш» вокаль ансамблен етәкләгән Рәшиҙә Тайып ҡыҙы Мортазина, «Яйыҡбикә» этно-музыкаль төркөмө, «Шатлыҡ» балалар вокаль ансамбле, «Толпар» йәштәр эстрада төркөмө етәксеһе Әнүзә Зиннәт ҡыҙы Исхаҡова, «Яйыҡ» ҡурайсылар ансамблен туплап гөрләткән Ласын Зиннәт улы Мәғәфүров, «Ҡарлуғас» фольклор халыҡ ансамблен, «Ялҡын» ҡатын-ҡыҙҙар вокаль төркөмөн ойоштороусы Вәсилә Ишбулат ҡыҙы Батталова, башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусы «Йәшлек» халыҡ ансамблен етәкләгән Сания Исхаҡ ҡыҙы Ғайсина, Дуҫлыҡ йортоноң бөтә башҡорт бүлегенең эшмәкәрлеген көйләүҙән тыш, йәнә лә башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәк алып барыусы Зөлфирә Зиннәт ҡыҙы Саниева, бүлектәге ансамблдәрҙең аккомпаниаторы Рафаил Айса улы Мортазин, һанай китһәң, исемлекте тағы ла дауам итергә була. Улар – ата-бабалар аманатына, милли мираҫҡа тоғро булып, телебеҙ һәм йолаларыбыҙ йәшәһен, уларҙы йәш быуын да белеп үҫһен өсөн ал-ял белмәй тырышҡан рухлы шәхестәребеҙ.
Ҡыуанысҡа күрә, бүлектә эшләүселәрҙең хеҙмәте юҡҡа түгел, ҡала халҡы уларҙың тамашаларына дәррәү йөрөй. Ә «Ҡарлуғас»ҡа килгәндә, 20 йәшен туйлаһалар ҙа, уның да тарихы 30 йылдан артыҡ. 1986 йылдан башлап Магнитогорскиҙың башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре китапханаһында ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып кистәрен яратҡан йырҙарын өйрәнеп, гүзәл заттар клубы исеменән сығыш яһай башлай. 1997 йылдан уларҙы Милли мәҙәниәттәр үҙәге үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырғас, ансамбль матур исем аҫтында яңы һулыш ала. Уны төрлө йылдарҙа Рима Фәтхуллина, Зәкиә Аҡбулатова, Лилиә Бикҡолова, Рәсүлә Сапаева, Флүзә Акилова, Мәфрүзә Хөсәйенова, Зөлхизә Ҡотлоғолова, Зәлифә Сөләймәновалар етәкләй. Ә инде һуңғы ун ике йылда төркөм дәртле лә, сикһеҙ рухлы ла Вәсилә Ишбулат ҡыҙы Батталова ҡулы аҫтында эшләй. Ҡала, өлкә һәм халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты булған «Ҡарлуғас»тарға 2015 йылда «Халыҡ коллективы» исеме бирелә. Репертуарҙарында боронғо оҙон һәм шаян йырҙар ғына түгел, башҡорттоң төрлө йолаларын сәхнәләштереү ҙә төркөмдөң матур традицияһына әйләнгән. Юбилейҙа улар «Килен төшөрөү»ҙе күрһәтте. Ҡоҙасаның йыуасалы тоҡто тотоп бейеүе, киленде мамыҡ мендәргә баҫтырыу, һандыҡ асыу кеүек сағыу күренештәрҙән торған тамаша йөкмәткеле һәм күңелле булды. Ансамблдең тағы бер биҙәге – мөнәжәттәр һәм бәйеттәр башҡарыу. Ошо төбәккә хас «Ләүсәтин», «Күләгә» кеүек йырҙар, ерле таҡмаҡтар ҙа төркөмдөң сығыштарын үҙенсәлекле итә. «Ҡарлуғас»ҡа йәш саҡтарында Магнитогорскиҙа йәшәп, инде хәҙер Әбйәлилдә ғүмер иткән инәйҙәр ҙә алыҫ тимәй, теләп йөрөй. Боронғо йыһаз-ҡаралтыларҙы ла сығыштарында уңышлы ҡулланыуҙары менән айырылып тора улар, хатта кер ышҡый торған тимер ҡытыршы таҡтаны ла үҙенсәлекле музыка ҡоралы итеп алғандар. Уны дәртле итеп һыҙып шаҡылдатҡан инәйгә ҡарап, «бына ҡайҙа ул халыҡсанлыҡ» тип, тамашасының күңеле күтәрелде.
Ғәҙәттә, халыҡ йолалары менән бәйле төркөмдәргә ололар йөрөй. Металлургтар ҡалаһында быуындар күсәгилешлеге лә бар, төркөм етәксеһе Вәсилә Батталованың үҫмер ҡыҙы Гүзәлдең йырлауы, «Шатлыҡ» балалар ансамбленең сығышы байрамды йәмләне. «Ҡарлуғас»тарҙы өлкә башҡорттары ҡоролтайының төбәк етәксеһе Азамат Әсхәл улы Әхмәтҡужин, Башҡортостан «Халыҡтар дуҫлығы йорто» исеменән «Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Нур Әнүәр улы Ҡолмырҙин, шулай уҡ Дуҫлыҡ йортоноң славян, татар бүлектәре тәбрикләне. «Башҡортостан ҡыҙы»ның баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева ла коллективты юбилейы менән ҡотланы. Фойела журнал һатыу ойоштороп, урындағы халыҡ менән рәхәтләнеп аралашып та өлгөрҙөк.
Ансамблдең ике сәғәттән ашыу барған байрамын тын да алмай ҡараған тамашасы менән милли көйҙәр тулҡынында бер күккә күтәрелдек, бер мул һыулы йылғаға кәйелдек. Үҙ төйәктәренә, халҡыбыҙ тарихына һәм моңдарына һәр ваҡыттағыса тоғро ҡалып, ярҙарын ташламай оҙон-оҙаҡ йылдар ҡорос иретеүселәр ҡалаһын йәмләп осһон да осһон ғына ул «Ҡарлуғас»тар!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Силәбе өлкәһе.
Силәбе өлкәһе.
Теги: