Герой ҡатыны

Ғәйфетдин Аскин иҫән саҡта өйөнә барғайныҡ. Алсаҡ хужа менән һөйкөмлө хужабикә һәр ваҡыттағыса әйҙүкләп ҡаршы алғайны. Ғәйфетдин Ғәфиәт улы хәл-әхүәл һорашҡан арала, Һылыу Баһауетдин ҡыҙы сәйен өлгөртә һалды, өҫтәлгә тәмле ризыҡтарын теҙҙе...

Быйыл иһә Советтар Союзы Геройы Аскиндың вафатына биш йыл да булып китте. Йортта бөтәһе лә элеккесә: шул уҡ йыһаз, тәҙрә төбөндә лә шул уҡ гөлдәр сәскә ата, стеналарҙа – балаларҙың, ейәндәрҙең таныш фоторәсемдәре. Атаһына оҡшап торған улдары Зинур йылмайып ҡаршыбыҙға сыҡты:
– Үтегеҙ, килеүегеҙгә әсәйем менән бик шатбыҙ...

– Әсәйем – Сураштағы иң өлкән кеше. Ауылдаштар янына инеп йөрөй, кәңәш-төңәш һорарға ла киләләр, ҡатын-ҡыҙ ҡул эштәре тотоп ингеләй, белмәгән ерен өйрәтеп ебәреүен һорай. Ул ихлас ярҙам итә. Килгән һәр кемгә ҡыуана. Күптән түгел район хакимиәте башлығы килеп, туҡһан йәше менән ҡотлап китте әле.

...Заманында Һылыу бик оҫта, бик етеҙ тегенсе була, үҙҙәренең дә, күрше-тирәләге ауылдарҙың да хал­ҡына бик күп нәмә тегеп бирә. Алты баланы (бишәүһе малай) тәрби­ә­ләргә, һары таңдан ҡара төнгә тиклем колхозда эшләргә, өй ҡарарға – бөтәһенә нисек өлгөргәндер! Уны иң ҡыуандырған мөлкәт тә Подольск теген машинаһы булғайны бит.

...Ҡыҙ бик иртә етем ҡала – атаһы егерме һигеҙендә генә тамағы шешеп мәрхүм була. Әсәһе, балаларын алып, ата йортона ҡайта. Ҡыҙҙы өләсәһе күп һөнәргә өйрәтә. Һигеҙ класты тамамлағас, техникумға инә – тегенсе булғыһы килә, тик был хыялын һуғыш емерә. Һуғыштан һуң Һылыу фронттан ҡайтҡан зәңгәр күҙле Ғәйфетдин менән яҙмышын бәйләй. Икеһе лә уңған, эшлекле, ундайҙарға донъя ҡороп ебәреү, йорт-ҡура бөтәйтеү, яңы өй һалыу уйын ғына. Балалар тыуа, яңы йорт та ҡалҡып сыға. Һылыу уны эстән дә, тыштан да гөл-сәскәгә күмә. Тотош ауылдың балалары 1 сентябрҙә Аскиндарҙың баҡсаһында үҫкән сәскәләрҙе тотоп мәктәпкә бара. Яңы йыл байрамдарын күрше ҡыҙҙар Һылыу апалары теккән кос­тюмдарҙа ҡаршылай.
Еңел булмаған ауыл тормошо хисләнеп ултырыуға әллә ни урын ҡалдырмаһа ла, Аскиндар йорто һөйөү, наҙ менєн тулы, аталары ла сыр-сыу килгән балаларѓа тарһынмай. Атай кеше ялҡаулыҡты ғына һөйһөнмәй. «Эште еренә еткереп эшләгәндә генә күңелгә кинәнес алырға була», – ти ул.
Аскиндар балаларын белемле итергә тырыша. Был хыялдары ла тормошҡа аша ата-әсәнең – балалар бөтәһе лә юғары белем ала, яуаплы эштәрҙә эшләй, хөрмәтле кешеләр булып китә.

– Ә тотош ғаиләгеҙ менән йыш йыйылаһығыҙмы? – тип һорайым Зинур ағайҙан.
– Бер тапҡыр утыҙ һигеҙ кеше йы­йылдыҡ, улар араһында ун ике ейән, туғыҙ бүлә булды. Йыл да 9 Майҙа, атай иҫән саҡтағыса, бөтә туғандар ҡайта. Уны иҫкә алып, бергәләшеп зыярат ҡылабыҙ. Туғандар йәйҙәрен ауылда үткәрә: урман, йылға, балалар майҙансығы – барыһы бар.
...Һылыу инәй йылы көндәрҙә ихатаға сыға, балалар менән һөйләшә, уйнағандарын күҙәтә. Ҡасан ғына ошонда үҙ балалары йүгерешә ине, бөгөн, ана, бүләләре сыр-сыу килеп уйнап йөрөй. Ире менән бынауындай бәҫле нәҫелде ишәйттеләр – шул бәхет түгелме ни?

Елена ҠОРБАНОВА.
Нуриман районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook