«Беҙ үтәбеҙ ғүмер юлынан...»

«Беҙ үтәбеҙ ғүмер юлынан...»Был инәйгә бер нисек тә 90 йәш бирмәҫһең. Үтәймулла ауылының иң өлкән кешеһе инде ул хәҙер. Һәр ваҡыт алсаҡлығы, ипле һүҙе менән айырылып тора.
Өйҙәренә ингәндә, ул телевизорҙан спорт тапшырыуын ҡарап ултыра ине. «Салауат Юлаев» фанаттары шарфын ҡәҙерләп түргә элеп ҡуйған. «Салауат Юлаев» хоккей командаһының көйәрмәне, хоккей, футбол уйынын ғына түгел, төрлө көрәш буйынса ярыштарҙы ла ҡарай икән.

– Әллә хоккейсыларҙың исемдәрен дә беләһегеҙме? – тип шаяртам, шарфҡа күрһәтеп.
– Бик белеп бөтмәйем инде, алмашынып торалар бит, таныйым, еңһәләр, ҡыуанам, еңмәһәләр, көйөнәм, – ти ул.

Зөһрә Әғзәм ҡыҙы Булатова, ысынлап та, башҡаларға оҡшамаған. Көндәлек алып барыуы ғына ни тора?! Әле лә һандығынан 5-6 ҡалын дәфтәр сығарҙы һәм ҡараштырырға рөхсәт итте. Һауа торошон мотлаҡ яҙып барған. Шунан үҙен ҡыуандырған, борсоған хәлдәрҙе, ауыл яңылыҡтарын теркәп ҡуйған. «27.08.14. Эй, күпме ғүмер үткән, яҙа алманым шул, күңелем төшмәне. Август айы ла үтә, бөтәһе лә иҫкә төшә. Йәғәфәремдең вафатына – 12 500 көн… Ә минең бында килеүемә 64 йыл булып китте»…

– Бабайым менән 30 йыл йәшәнек, 38 йыл яңғыҙмын. Иртә китте шул. Дүрт ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Хәҙер 15 ейән-ейәнсәрем, 12 бүлә-бүләсәрем бар. Шуларға ҡыуанып йәшәйем. Күптәре педагог һөнәренә уҡыны. Ошо ауылда тыуып үҫеп, ғүмер иттем. Аллаға шөкөр, бер ерем дә һыҙламай. 90 йәшкә етеп, табипҡа мөрәжәғәт итмәнем. Үткән ҡыш, боҙлауыҡта тайып йығылып имгәнеп, дауаханаға эләккәнде иҫәпкә алмағанда инде. Шунда табиптар медицина карточкам булмағанға аптырағайны. Разифа апайым менән Фәниә һеңлем дә иҫән-һау. 94, 85 йәштәләр. Күрешеп торабыҙ, һөйләшеп һүҙ бөтмәй, – ти Зөһрә Әғзәм ҡыҙы.

– Оҙаҡ йәшәүегеҙҙең сере нимәлә? – тип һорайым.
– Һәр ваҡыт йөҙөң яҡты булһын, ихласлыҡ кәрәк, эстә насар уй ятмаһын. Атай-әсәйгә рәхмәт: дөрөҫ тәрбиә биргәндәр. Әсәйем Камила – Ғафури районы Оло Үтәш ауылыныҡы. Бик уҡымышлы кеше ине. Әсәйем яғынан Халиҡовтар нәҫеленән беҙ. Дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратын ойошторған, уның тәүге мөфтөйө Мансур Халиҡов олатайымдың атаһы була. Ул тәүҙә Оло Үтәштә атаһы Хатип асҡан мәҙрәсәлә уҡый. Аҙаҡ данлыҡлы «Рәсүлиә», «Ғәлиә» мәҙрәсәләрендә белем ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мансур олатай «халыҡ дошманы» тигән мөһөр тағылып, репрессияға эләгә, Силәбе яҡтарында төрмәлә үлеп ҡала. Уны 1991 йылда аҡланылар. Әсәйем фарсы, ғәрәп, латин телдәрен яҡшы белде. Беҙ уҡығанда Үтәймуллала мәктәп 7 йыллыҡ ине. Мине артабан Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылына ебәреп уҡыттылар. Бында ҡайтҡас, колхозда хисапсы, секретарь булдым, ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына уҡырға индем. Магазинда ла эшләнем. Ауыл кешеһенә тейешле бөтә эште лә башҡарҙым: һабан һөрөү, бесән сабыу, сөгөлдөр… – тип теҙеп алып китте ул.

Ҡайҙа ҡанатлы һүҙҙәр ишетә йәки уҡый, бөтәһен дә яҙған. «Хеҙмәт әҙәм балаһын өс нәмәнән: эс бошоуҙан, боҙоҡлоҡтан, мохтажлыҡтан ҡотҡара», – тип теркәгән.

– Ҡайһы берҙә йоҡлай алмаһам, таңда торам да тәҙрәнән донъяны күҙәтәм. Ауылым матур. Алыҫта Йәғәфәрем колхоз рәйесе булып эшләгәндә үҙе лә ултыртышҡан үҫентеләр урман булып шаулап үҫеп ултыра, – инәй һөйләргә әүәҫ, тыңлаусы ғына булһын. Һәр һүҙен мәғәнәһенә тура килгән йыры менән йөпләп ҡуя. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем 25 йыл башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләгән ул.

– Бер ғаиләнән дүртәр-бишәр бала уҡығаны булды. «Икеле» ҡуймаҫҡа тырыштым, иҫкәрмәләремде ипләп кенә әйтәм. Кеше булдылар. Әле лә осрашыу ойоштороп, беренсе уҡытыусыбыҙ, тип хөрмәтләп, саҡырып торалар, рәхмәт әйтәләр.

Зөһрә инәй йәш сағынан алтын ҡуллы тегенсе лә булған. “Зингер” тегеү машинаһы әле лә сафта. Заманында күлдәк кенә түгел, килештереп салбар ҙа теккән. «Бер күлдәктең хаҡы биш һум ине, был уҡытыусының бер айлыҡ эш хаҡынан да күберәк», – ти ул.

Бына тағы бер күңелһеҙерәк мәғлүмәт иғтибарҙы йәлеп итә: «Ауылымда бөткән фамилиялар: 21.03.2017. Латипов, Ниғмәтуллин, Ғималов, Ишалин, Хөсәйенов, Берхаев, Ҡайғолов, Дәүләтов». 90 йәшлек кешенең етемһерәп ҡалған атай нигеҙҙәрен уйлап та эсе бошалыр инде.

Артабан ныҡ таныш һүҙҙәрҙе уҡыйым: «Күрәһеңме, тормош беҙҙең яндан үтеп бара!» Тәү ҡарамаҡҡа сәйер был һүҙҙәр кемдеке һуң әле? Үҙенсәлекле шағир Ғилман Ишкининдыҡы бит! Йырҙа йырланғанса, «ғүмер үтәме, әллә беҙ үтәбеҙме ғүмер юлынан?» Нисек кенә булмаһын, лайыҡлы йәшәргә кәрәк. Ябай ҙа, бөйөк тә ветеран-уҡытыусы Зөһрә Булатованың ғүмер юлы күптәргә өлгө. Ошондай матур өләсәй, әсәй булып тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын!
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Ауырғазы районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook