Трамвай йөрөтөүсе Фатима

Трамвай йөрөтөүсе Фатима
1 февралдә Өфө трамвайы ебәрелеүенә 80 йыл тулды. 18 йәшенән баш ҡалаға килеп, бөтә ғүмерен ошо уңайлы, «тимер ат»ты йөрөтөүгә арнаған, хаҡлы ялға сыҡҡас та байтаҡ эшләп, яратҡан һөнәренән саҡ айырылған Фатима Исмәғил ҡыҙы Вәлишина хаҡындағы яҙма күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр.
Трамвай хаҡында һүҙ сыҡҡас, уның йөҙө яҡтырып китә. «Беҙ эшкә барғанда ҡала йоҡлай, өйгә лә уттар һүнеүгә генә ҡайтып инә торғайныҡ. Ҡаланың тын алышын, ҡайҙа, ниндәй үҙгәреш барғанын пассажирҙар арҡылы тоя инем. Танып торҙолар. Өндәшкән кешегә, танымайымсы, тиһәм, һеҙҙең трамвайҙа йөрөйөм бит», – тигәндәре булды. Трамвай йөрөтөүсе һылыуға ҡарап һоҡланыусылар, моғайын да, уға ышанған, үҙ итеп, яҡын күргәндер.

Трамвай йөрөтөүсе Фатима
…Иң өлкән апай булараҡ, Фатима үҫмер саҡтан уҡ үҙендә оло яуаплылыҡ, кескәйҙәренә бар яҡтан да өлгө булыу тойғоһо тәрбиәләй. Мәктәптә яҡшы уҡый, спорт, мәҙәниәт сараларында әүҙем ҡатнаша. Йәйге каникул осоронда тиҫтерҙәре менән совхозға бесән, сенаж әҙерләү, урман хужалығында ағас үҫентеләре ултыртыу эшенән дә ҡалмай.
Күрше Юлдыбай ауылында урта мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙ күп уйлап тормай Өфөгә юллана. Юғары белем алыу теләге ҙур булһа ла, Фатима, бер аҙ матди яҡтан нығыныу ниәте менән, трамвай водителдәре әҙерләү курсына уҡырға инә һәм, ҡулына танытма алып, баш ҡала урамдары буйлап үҙ аллы маршрутҡа сыға. Оло ваҡиға булып иҫендә ҡалған был мәлде кисәге ауыл ҡыҙы, әлбиттә, алдағы бар ғүмере ошо шаулы ҡала тормошо менән бәйләнер, ә хеҙмәт биографияһында Сергей Зорин исемендәге 1-се трамвай депоһы берҙән-бер эш урыны булып ҡалыр, тип уйламағандыр ҙа. Ваҡыт үтә тора, тәжрибә лә туплана, һәм тырыш ҡыҙ ошо һөнәренә бар күңелен һала…

…– Депола эшләү осоронда трамвай менән үткән саҡрымдарымды бергә ҡушһаң, Ер шарын бер нисә тапҡыр урап сығырлыҡ ара уҙғанмындыр, – тигән ине хеҙмәт ветераны Фатима Исмәғил ҡыҙы. – Өфө урамдарын арҡырыға-буйға иңләп йөрөп, ҡалала барған һәр үҙгәреште күҙәтергә тура килде. Бөгөн уның матурлығы, заманса үҫеше менән ғорурланып йәшәйем. Баш ҡалабыҙ тормошона хеҙмәтебеҙ менән беҙ ҙә матур биҙәк өҫтәргә тырыштыҡ…
Ильяс ТАКАЛОВ.
Йылайыр районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Өфө трамвайы Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook