Буҙа ҡояйыҡ әле!
Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау. Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты, ауылдарҙа буҙа байрамдары үткәрелеп тороуы – быға асыҡ дәлил. Бөгөн беҙ буҙа ҡойоу серҙәрен уртаҡлашыу өсөн Азия апай КҮСЕМОВАҒА юлландыҡ.
Азия Хажим ҡыҙы – Әбйәлил районы Асҡар ауылынан. «Әсәйем гел буҙа ҡоя торғайны, – тип хәтерләй ул. – Эсемлек әҙер булғас, әхирәттәрен саҡыра, бишбармаҡ, бәлеш бешерә. Әсәйем «Ашҡаҙар»ҙы һуҙа, шунан китә «Сәлимәкәй», «Уйыл»... Артабан таҡмаҡ әйтеп бейергә төшөп китәләр, бер-береһенә күңелдәрен асып, серҙәрен бүлешәләр. Балалар өлкәндәр эргәһенә инеп ҡамасаулап йөрөмәй. Уның өсөн әсәйем ҡунаҡ килер алдынан мотлаҡ беҙҙе туйғансы ашатып ҡуя ине. Табында ололар янына сығып йөрөү – әҙәпһеҙлек билдәһе. Һуңынан әсәйем миңә лә әхирәттәремде саҡырырға ҡуша, уларҙы ла һыйлай ине.
Анау яҡтан берәү килә,
Таяғына таянып.
Килә торғас, бейеп китә
Бөйөрөнә таянып, – тип таҡмаҡ әйтеп бейетәләр, йырлаталар ине беҙҙе.
Аҙаҡтан, үҙ ғаиләм булғас, әсәйемдән алған тәрбиә дәрестәрен йыш ҡына иҫемә төшөрҙөм. Байрамдарҙа буҙа ҡойоу минең өсөн дә изге йола булды. Әле бына ейәндәремде, бүләләремде лә был шифалы эсемлек менән һыйлайым».
Буҙа өсөн. 10 литр һыуға 900 грамм һоло ярмаһы (булмаһа, «Геркулес» ярмаһы), 500 грамм арыш оно, 200-300 грамм малдың эс майы, 1 стакан шәкәр, әсетер өсөн 1 литр буҙа (ҡомалаҡ әсеткеһе, сүпрә йә ҡымыҙ менән алмаштырырға мөмкин) кәрәк.
Боронғоса әҙерләгәндә эш тәртибе шулай: һоло ярмаһын мейестә (духовкала) талғын ғына утта ҡурмас кеүек ҡурабыҙ, көймәһен өсөн болғап торабыҙ. Ул матур ғына көрән төҫкә инергә тейеш. Шунан килелә төйәбеҙ ҙә елгәрәбеҙ, был саҡта сүбе оса. Таҙарған һоло ярмаһын ҡул тирмәненән үткәрәбеҙ. Хәҙерге заманда киле менән тирмәнде табыуы еңел түгел, шуға ҡурылған ярма өсөн ҡәһүә тарттырғысты ҡулланырға, йә булмаһа, бер нисә ҡат ит турағыстан үткәрергә мөмкин. Һоло тапмаһағыҙ, «Геркулес» ярмаһын алабыҙ.
Ҡаҙанды эс майы менән майлайбыҙ ҙа ҡайнаған һыу ҡоябыҙ. Төбөнә йәбешеп бармаһын өсөн шулайтабыҙ. Тирмәндән үткәрелгән һоло ярмаһына бер аҙ һалҡын һыу һалып бутайбыҙ ҙа уны ҡайнап торған һыуға аҙ-аҙлап ҡына төшөрәбеҙ, болғатабыҙ – был төйөрсөктәр булмаһын өсөн эшләнә. Талғын ғына утта сәғәт ярым («Геркулес» ярмаһын 40 минут самаһы) ҡайнатабыҙ. Төбөнә йәбешмәһен, ташмаһын өсөн йыш-йыш болғатырға кәрәк.
Һыйырҙың эс майын табала иретеп һөҙәбеҙ ҙә ошо ҡайнап торған массаға һалабыҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ. 10 – 15 минут ҡайнатабыҙ ҙа уттан алабыҙ.
Тән температураһына тиклем һыуынғас (боронғоса бармаҡ менән билдәләргә мөмкин), ярты балғалаҡ сүпрә һалып болғатабыҙ ҙа, үҙ һауытында ғына көпләп, ышыҡ йылы урынға бер-ике көнгә ултыртып ҡуябыҙ. Ул бызмырлай башлай, күперә. Шул саҡта алабыҙ ҙа, болғатып, он иләге аша үткәреп һөҙәбеҙ (был оҙаҡ һәм мәшәҡәтле эш, байтаҡ ҡына ҡул көсө талап итә). Иләк өҫтөндә ҡалған бер аҙ «буҙа бутҡа»һын киләһе буҙа ҡойоуға әсетке итеп ҡалдырырға була.
Һөҙөнтөнө ағас йә үң йүгертелгән (эмалләнгән) һауытҡа һалып, тағы йылы урынға ултыртабыҙ. Бер нисә сәғәттән (ваҡыты бүлмә йылылығынан да тора, ярты тәүлеккәсә һуҙылыуы бар) буҙа әҙер була. Әҙерлеген тәмләп ҡарайбыҙ. Әскелтем генә, шифалы буҙаны тәмләп эсәбеҙ. Татлыраҡ булһын өсөн шәкәр һалып бирергә лә мөмкин.
Буҙа оҙаҡ һаҡланмай, һыуытҡыста аҙна-ун көн тоталар.
Редакциянан. Фотоларҙы төшөрөүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.
Александр ДАНИЛОВ
фотолары.
Александр ДАНИЛОВ
фотолары.
Редакциянан. Фотоларҙы төшөрөүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Теги: Аш-һыу Йола Буҙа