Бесән туйы
Мәләүез ҡала мәҙәниәт йортоноң «Аманат» башҡорт фольклор вокаль-инструменталь ансамбле 2010 йылда ойоша. Етәкселәре – Гөлсинә Ҡарабаева, ә күп кенә йырҙарҙың үҙешмәкәр композиторы һәм башҡарыусыһы – Фәнил Яманаев. Бөгөн «Аманат» 10-дан 65 йәшкә тиклемге төрлө йәштәрҙәге йыр-моң һөйөүселәрҙе үҙенә туплаған абруйлы коллектив булып етешкән. Республика кимәлендәге мәҙәни бәйгеләрҙә йыш ҡына призлы урын яулауҙары быға асыҡ дәлил. Ҡатмарлы йыр әҫәрҙәрен халыҡсан тел, нескә оҫталыҡ, дәрт һәм рух күтәренкелеге менән башҡарыуҙары уларҙы үҙенсәлекле итә. Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, мандолинала, һыбыҙғыла, думбырала ла оҫта уйнай улар. Башҡорттоң бай рухи донъяһын, матурлыҡты аңлау зауығын, мәҙәни үҙенсәлеген, йәшәйешен төрлө тамашалар, йола байрамдары аша сағылдырып, милләтебеҙҙең мәҙәни, рухи мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп көс һала ансамбль артистары. Халҡыбыҙҙың батыр рухын билдәләгән йыһаздар, тәбиғәтен һүрәтләгән картиналар менән бер рәттән, йорт-ҡаралты, кейем-һалым, һауыт-һаба, аш-һыу, ғөрөф-ғәҙәт, байрам-йола, ырым-ышаныуҙарға бәйле изге ҡомартҡыларҙы туплап, «Аманат»тар күркәм музей ҙа булдырған. Беҙҙең уҡыусылар иғтибарына улар «Бесән туйы» йолаһын тәҡдим итә.
Күңелле лә, йәмле лә йәй миҙгеле… Яңы ғына сабылған татлы үлән еҫе танауҙы иркәләй…
Сәхнәлә ҡыуыш, тирә-яҡта ағастар күренә. Бер ағай йырлап сыға.
– Йәйләүҙәр үткән башҡорттоң
Ҡулында икән ҡурай,
Күпме моңло көйҙәр һалған
Ҡоштарҙы тыңлай-тыңлай.
Тирәк ағасы мамыҡ ҡойһа, –
Бесәндең бешкән сағы,
Шатлыҡ йыры булып аҡһам,
Тар булмаҫ микән яры,
ишелмәҫ микән яры.
Йырлап бөткәс.
– Әссәләмәғәләйкүм йәшел ерем, зәңгәр һауам, мосолман кешеләре.
Эй-й иркенлек үҙемдең бесәнлегемдә! Тын алыуҙары ниндәй рәхәт! Тирәк ағасы ла мамығын ҡойҙо, (бесәнде сәйнәп) үлән дә бешкән, һуты китһә, майы бөтһә, файҙаһы ҡалмай шул. Аллаһы насип итһә, бөгөн бесән саба башлап яҡшы итәбеҙ.
«Сарман» йыры ишетелә.
– Ағай, Аллаға шөкөр, өмәселәр ҙә етеп килә. Минең Үәскә ызнакум әйтмешләй: «Каси каса – пака раса» тигәндәй, «Ысыҡ кипкәнсе – көн үҙәге еткәнсе», бесәнде саба һалыр кәрәк.
Сәхнәгә йырлап өмәселәр инә.
Рәҡиә.
– Йәйләүҙәрҙе күрҙек.
Йәйҙәргә керҙек.
Рауза.
– Сәләмдәрҙе бирҙек.
Абзал.
– Аттың шәбен егеп,
Халыҡ бергә.
– Бесән туйына килдек.
Ағай.
– Әссәләмәғәләйкүм, ауылдаштарым, күршеләрем, туғандарым.
Халыҡ бергә.
– Вәғәләйкүмәссәләм.
Ағай.
– Бесәнселәрем дә килеп етте.
Бисмиллалап бесәнгә һарыҡ салайыҡ.
Гөлсирен төйөнсөгөн тотоп.
– Мәтрүшкәләп, еләкләп сәйҙәр ҡуяйыҡ.
Ағай.
– Ең һыҙғанып берҙәм генә эшләп ташлайыҡ.
Зөлфиә (балаларға).
– Балаларым, барығыҙ еләк, мәтрүшкә йыйып килегеҙ.
Ағай.
– Йәмәғәт, йоланы һаҡлап эште башлатырға ҡайҙа беҙҙең иң егәрле, бесән сабыуҙа оҫталыҡтары менән дан алған өс киленебеҙ?
Өс килен йүгереп алға сыға.
– Беҙ бында.
Беренсе килен.
– Ҡайным, йола буйынса матур итеп кейенеп тә килдек.
Икенсе килен.
– Талир тәңкәләребеҙҙе ялтыратып, сулпыларыбыҙҙы сыңлатып тағып та алдыҡ.
Өсөнсө килен.
– Бесәнлектән бөтә ҡара көстәр ҡасыр инде хәҙер.
Өс килен бергә сәстәренең тәңкәләрен сылтыратып әйтә:
– Тәңкәләр тауышынан.
Ағай.
– Бик мәслихәт.
Эй балаҡайҙарым, ер-һыуҙан рөхсәт алайыҡ.
Әбей йомортҡаларҙы тәгәрәтеп ебәрә.
– Йомортҡалай йоморо
Ер инәһе – Ерән сәс, рөхсәтеңде һорайым.
Халыҡ.
– Рөхсәтеңде һорайым,
Йәшел туғай, Йәшел сәс,
үләнеңде сабырға
Ризалығың алайым.
Халыҡ.
– Ризалығың алайым.
Йәгеҙ, балалар, рөхсәт булды…
Өс килен.
– Бисмиллаһир рахмәнир рахим, башланыҡ, – тип сабырға төшә.
Рәҡиә.
– Һай, үҙемдең килен, ал бирмәҫ.
– Раузау, ҡара әле, минең киленем бакуйҙы ҡайһылай тигеҙ һала.
Байбисә.
– Үләнкәйҙәре йәшел,
Үләнкәйҙәре йәшел,
Таҡыр итеп сабып бара,
Һай, үҙебеҙҙең нәҫел.
Бергәләп таҡмаҡтар йырлайҙар:
– Һандуғастар өҙөлөп һайрай
Һыу буйы туғайлыҡта.
Йырлайыҡ та, эшләйек тә
Йәм тулһын сабынлыҡҡа.
Килендәр халыҡҡа ҡушылып йырлап инә.
Беренсе килен.
– Ҡайным, салғыларҙы бик оҫта сүкегәнһең.
Икенсе килен.
– Үлән ҡалын булһа ла, бик еңел сабылды.
Өсөнсө килен.
– Хатта рәхәтләнеп, ҡолас йәйеп саптыҡ.
Ағай.
– Һай, килендәрем, рәхмәт. Өмәмдең бәҫен күтәреп, мәртәбәһен арттырҙығыҙ, ә хәҙер Ер инәгә рәхмәт әйтеп, халыҡҡа, малға именлек теләп, эште дауам итәйек.
Халыҡ.
– Сәләм һиңә, изге Ер!
Зилиә.
– Эшем һиңә, көсөм һиңә, изге Ер.
Фәнил.
– Халыҡҡа, малға именлек бир.
Рәҡиә.
– Үләндәргә һут бир.
Гөлсирен.
– Һыйырҙарға һөт бир.
Рауза.
– Һорағанға барын бир.
Әлфиә.
– Һине һаҡлар, һине яҡлар көс бир.
Гөлсинә.
– Бабам ҡәбере, ырыу ҡаны бит һиндә, һине һатыусының ҡотон ал.
Халыҡ.
– Һаҡлаусыңа фарман һал,
Башҡорт ере булып ҡал.
Мәфрүзә.
– Бисмиллаһи баштан,
Эштең башын башлап,
Еңел ҡулдан, еңел аяҡтан
Хәйерле эш, хәйерле сәғәттә.
Бөтәһе бергә.
– Амин, шулай булһын, – тип салғыларын алып, бесәнлеккә сығып китәләр.
Фәтих бер ҡыҙға иҫе китеп ҡарап тора, шуны Мәҙинә күреп төрттөрөп таҡмаҡ әйтә:
– Ике тауыҡ бесән саба
Ҡашмауҙарын ябынып,
Әтәс меҫкен ҡарап ҡалды
Һеләгәйен ағыҙып.
Зөлфиә.
– Эй бынау Мәҙинә килендең теле, бар инде, бар – эшеңдә бул.
Мәҙинә, әбейгә ҡарап, тағы таҡмаҡ әйтә:
– Өйрәктәрем урман киҫә,
Ҡаҙҙарым һабан һөрә,
Һыйырҙарым күкәй һала,
Мәҙинә бесән саба.
Зөлфиә.
– Әстәғәфирулла тәүбә, Әстәғәфирулла тәүбә.
– Йә раббым, бесән эшләп бөткәнсе аяҙ көндәреңде насип итә күр инде.
Балалар шаярышып, көлөшөп инә.
Беренсе бала.
– Өләсәй, ҡара әле, күпме еләк йыйҙыҡ!
Икенсе бала.
– Еләк шул тиклем бешкән.
Өсөнсө бала.
– Һәрсәй, ә мин мәтрүшкә йыйҙым.
Дүртенсеһе.
– Ә беҙ һары мәтрүшкә йыйҙыҡ.
Бишенсе бала.
– Эх, еҫе…
Зөлфиә.
– Эй балаҡайҙарым, бигерәк тә егәрлеһегеҙ инде. Әллә күпме эш башҡарғанһығыҙ. Сәй ҙә бик тәмле булмаҡсы.
Бер бала.
– Әтү әллә, шулай шул.
Икенсе бала.
– Беҙ бит күмәк.
Өсөнсө бала.
– Күмәк көс тау аҡтарыр.
Дүртенсе бала.
– Күмәк кеше яу ҡайтарыр.
Бишенсе бала.
– Туғандарым – ҡулым менән аяғым.
Беренсе бала.
– Дуҫтарым – таяныр таяғым.
Бер бала.
– Йәй сүпләп йыйһаң, ҡыш услап ашарһың.
Бергә.
– Шулай тигән ололар.
Зөлфиә.
– Бигерәк тә уңғандар инде ҡыҙҙарым.
Бер бала.
– Эйе шул.
Абзал.
– Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, йырлашып, бейешеп тә алайыҡ.
Бергәләшеп йырлай-йырлай «Өсмөйөш» уйынын уйнайҙар.
– Егәрле ҡыҙҙар килдек,
Бергә баҫайыҡ әле,
Эшебеҙҙе алдан бөттөк,
Күңел асайыҡ әле.
Әйләнәбеҙ, әйләнәбеҙ,
әйләнәбеҙ түңәрәк (2 тапҡыр),
Түңәрәктең эстәрендә
уйнай матур күбәләк (2 тапҡыр).
Рәйхана ҡаҙанда бешкән итле ашты болғатып алғандан һуң ҡыҙҙарҙың йырын тыңлай-тыңлай, сәхнә алдына баҫа.
– Көн үҙәге лә етеп килә, хәҙер бесән сабыусылар ҙа тамаҡ ялғарға төшөр инде.
Зөлфиә.
– Эйе шул, әйҙәгеҙ әле, балалар, балаҫтарҙы, түшәктәрҙе алып, анау ағас төбөнә күләгәгә йәйегеҙ.
Балалар сығып китә.
Рәйхана.
– Сәхрәлә бигерәк иркен тын алыуҙары.
«Йәйләүлек» тигән йырҙы йырлай.
Бесәнлектән халыҡ таҡмаҡтар йырлап, бейешеп ҡайта.
Ер еләгенең яратам
Алһыуланып бешкәнен,
Беҙ йәрҙәрҙең яратабыҙ
Йәштән эшләп үҫкәнен.
Ике егет бесән саба,
Үтер-үтмәҫ салғыһы,
Үтер ине шул салғыһы,
Ҡыҙҙа уның ҡайғыһы.
Еләк бешә алланып,
Муйыл бешә балланып.
Сәлимә бесән сапҡанда
Закир тора һоҡланып.
Һәр ҡайындың төбөндә
Ҡырмыҫҡаның иләүе.
Ҡолас ташлап бесән саба
Әллә кемдең кейәүе.
Ағиҙелдә аҡ нимә бар,
Пар аҡҡоштар түгелме?
Ярышып эшләү, күмәк эшләү
Шатландыра күңелде.
Хужабикә өмәселәрҙе табынға саҡыра, бөтәһе лә ҡымыҙ эсеп, «Мәжлес» йырын башҡарып сығып китә…

Теги: