Аулаҡ өй

Аулаҡ өй Олораҡ йәштәгеләр ошо һүҙҙе ишетеү менән, күңелле, әммә инсафлы был кисәләрҙе ҡайһылай елкенеп көтөп алыуҙарын, нисек уға әҙерләнеүҙәрен, тап шунда тәү тапҡыр ғашиҡ булыуҙарын хәтерләп, тын ғына йылмайып ҡуйыр, моғайын. Ә еңгәләр, бикәстәрҙән күҙ яҙҙырмауҙарын иҫләп, көлөп ебәрер. Унда бер тапҡыр ғына булһа ла ҡатнашыу бәхетенә ирешкән кеше өсөн был һүҙ ҡәҙерле һәм тулҡынландырғыстыр.

...Борон ҡыҙҙар ҡул эштәрен аулаҡ өйҙә, кис ултырғанда ыратҡан. Ул йола XIX быуат аҙағында – ХХ быуат башында киң таралған. Был ғөрөф-ғәҙәт буйынса хужалар өйҙә булмаған йортҡа, уйындар уйнау, ҡул эштәре эшләү маҡсатында, йәштәр йыйылып ултырыр булған. Ҡыҙҙар унда сигеү сигеп, кейем тегеп, таҡмаҡ әйтешеп, бейеп күңел асҡан, һуң ғына таралышҡан. Ҡайһы ауылдарҙа аулаҡ аҙнаһына бер генә ойошторолған, уны сиратлап саҡырып үткәргәндәр. Аулаҡтан һуңғына, сәғәт төнгө 11-12-ләрҙә, таралышҡандар. Ҡыҙҙар мотлаҡ бер-береһен оҙатышҡан. Ҡайсаҡ унда егеттәр ҙә килгән. Йәш-елкенсәк, әлбиттә, япа-яңғыҙ ғына ҡалмаған, улар менән, ғәҙәттә, берәй абруйлы кеше, йышыраҡ оло еңгә, булған. Ул ҡыҙҙарға кәңәштәрен биргән, килендәр тормошо тураһында һөйләгән. Аулаҡ өй ҡыҙҙарҙы ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәләү һәм уларҙы тормошҡа әҙерләү ысулы булып та торған. Шулай уҡ өлкәндәрҙе ололоҡларға, буласаҡ кейәүгә тоғро, буйһоноусан булырға ла өйрәткән. Ҡайһы аулаҡтарҙа йәштәр тик уйынға ғына йыйылған, бәғзе төбәктәрҙә улар үҙҙәре менән күстәнәс тә алып килгән. Мәҫәлән, ҡайһы бер ололарҙың хәтерләүенсә, улар ҡош ите тотоп килергә тейеш булған. Тауыҡ ашы – «аулаҡ ашы» тип аталған. Ул бешкәнсе ҡыҙҙар үҙҙәренең яңылыҡтары менән бүлешкән, йырҙар йырлаған. Аулаҡлау йорт хужалары ҡайтҡансы ҡабатланған. Ҡыҙҙар күрше ауылдарҙан да әхирәттәрен саҡырған. Ситтән килгәндәре ҡуна ҡалған. Был күңелле йоланы һәр саҡ гармун биҙәгән. Гармун көйөнә йәштәр «Дәғүә», «Ҡыҙ уныҡы», «Ҡараштар тап килһә» кеүек уйындар уйнаған. Егеттәр ҙә ҡатнашҡан аулаҡтар таңға тиклем дауам иткән һәм уны «урнаҡ» тип тә йөрөткәндәр. Улар бик тыныс үткән, ҡыҙҙар үҙҙәрен әҙәпле тотҡан, ә егеттәрһеҙ аулаҡта улар иркенерәк тә уйнаған. Йәштәрҙең урнаҡҡа йәки аулаҡҡа йыйылыуы мосолмандар йәшәгән күп төбәктәрҙә таралған. Аулаҡта йәштәр «Һәпәләк», «Күҙ бәйләш», «Һуҡыр тәкә» уйнағандар...

Мөҙәрис ДАЯНОВ.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook