Уйынға сыҡтыҡ әле

Уйынға сыҡтыҡ әле Уйындар хаҡында һүҙ сыҡҡанда йыш ишетелгән яуап: «Хәҙер балалар уйнамай, бала-сағаны компьютерҙан айырып булмай!» Ә бит уйын сабыйҙың үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Меңәр йылдар буйына ҡалыпҡа һалынып, һаҡланып килгән милли уйындар аша бәләкәстәр донъяны үҙ халҡына, ерлегенә генә хас булғанса тойорға, ҡабул итергә өйрәнә. Әгәр заманға яраҡлашабыҙ тип, башҡа күп хазиналарыбыҙҙы юғалтҡан йә юғалта яҙған ише, милли уйындарыбыҙҙан да ҡолаҡ ҡағабыҙ икән, тимәк, рухиәтебеҙ бөтөнлөгөнә ҡот осҡос зыян килтерәбеҙ.

...Эйе, заман башҡа – заң башҡа, гаджеттар аша ҡыҙҙар-малайҙар бер- береһе менән аралаша, ҡатмарлы программалар үҙләштерә, мәғлүмәт туплай. Тик виртуаль донъя уларҙың күп ваҡытын ала, саф һауала йөрөргә оноталар, тип саң ҡаға педагогтар. Әммә төшөнкөлөккә бирелергә лә ашыҡмайыҡ әле! «Башҡортостан ҡыҙы» журналының Төркиәнең Османғази университеты менән берлектә халыҡ уйындарын тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу буйынса башлаған эшенең мөһим өлөшө – ауылдарға экспедицияларыбыҙҙан уйындарыбыҙҙың тере булыуына, яратып уйналыуына, уларҙы бер ниндәй ҙә роботтар йә башҡа виртуаль уйындар алмаштыра алмаясағына инанып ҡайттыҡ...

Уйынға сыҡтыҡ әле ...Сәфәребеҙ август башына – ҡыҙыу бесән мәленә тура килһә лә, райондарҙа ихлас ҡаршы алдылар. Беренсе туҡталыш – Белорет районының Сосновка ауылы. Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Земфира Шәйхетдин ҡыҙы Мәүлитова, мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөлсөм Нурислам ҡыҙы Мостафина, ағинәйҙәр башлығы Рима Ҡунаҡбай ҡыҙы Йосоповалар, ауылдың матур инәйҙәрен йыйып, үҙҙәренең бала саҡ уйындарынан тотош бер тамаша әҙерләгән. Инәйҙәрҙең рәхәтләнеп «Һәпәләк», «Наза», «Ебегән» уйнауҙарын ҡарауы шул тиклем күңелле булды. Әңгәмә ваҡытында кемеһе еп уйындарын, кемеһе сепрәктән ҡурсаҡ тегеүен хәтеренә төшөрҙө. Ә ейән- ейәнсәрҙәрегеҙгә өйрәтәһегеҙме һуң, тигәнгә бер тауыштан, өйрәтеп кенә ҡалмайбыҙ, үҙебеҙ ҙә бергә уйнайбыҙ әле, тип көлдөрөп тә алдылар. Барыһы ла етәкселеккә бәйле тигәндәй, Сосновка ауыл советы башлығы Айгиз Динислам улы Мусиндың биләмәһендәгеләрҙең изге башланғыстарын хуплап тороуы һоҡландырҙы. Белоретта йәшәгән билдәле ҡурайсы Мөхәммәт Түләбаев та, ҡыҙы менән ейәнсәрен алып, осрашыуға килгәйне. Аҡһаҡал ҡунаҡтарға үҙенең Төркиәләге мажаралары хаҡында һөйләне. Ялчын бей менән Нәслихан ханым беҙҙең милли кейемдә иҫтәлеккә фотоға ла төштө. Инәйҙәр Нәслиханды, үҙебеҙҙең ҡыҙҙарға оҡшаған, тип яратты...
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Белорет – Бөрйән – Әбйәлил.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook