Ҡырмыҫҡалы уңғандары кәсеп йолаһын тергеҙә

Ҡырмыҫҡалы уңғандары кәсеп йолаһын тергеҙә Ҡырмыҫҡалы уңғандары кәсеп йолаһын тергеҙә
Борон һүҙҙең тылсымлы көсөнә ышанған ата-бабаларыбыҙ изге теләктәр юллап, һәр яңы эшкә фатиха алған. Төрлө яҡлап аһәңле йәшәйешкә ынтылған, ырымдарҙы үҙҙәренең йәмғиәт ҡоролошонда ҡәҙерләп ҡулланған, Ер-Әсәгә, тәбиғәткә ризалыҡлы һәм рәхмәтле була белгән. Ер менән Йыһан бәйләнешен, ярашлығын, гармонияһын боҙмаҫҡа, тәбиғәт менән камиллыҡта ғүмер итергә тырышҡан. Төҙөү, яһау, булдырыу, ижад һәм кәсеп итеү тәбиғәтте әрнетмәгән, яраламаған. Тирә-яҡ мөхит менән тигеҙ, мәрхәмәтле мөнәсәбәт ҡороп, уның ҡанундарын быуындан-быуынға хөрмәтләп һаҡлаған. Быны әҙәм балаһы тәбиғәттең тылсымлы ҡөҙрәтенә инаныу, уны һәр йәһәттән ҡурсалау һәм ризалатыу өсөн генә түгел, ә үҙен һәм нәҫел-ырыуын тормош-көнкүреш тәртибенә өйрәтеү, ен-шайтандарҙың яуыз тәьҫиренән һаҡланыу, изге ғәмәлдәрҙе уңышҡа көйләү, бәрәкәткә өлгәшеү хаҡына ла башҡарған.
Төпләнергә тыныс урын һайлау, йорт һалыу, ҡоҙоҡ ҡаҙыу кеүек мөһим эштәргә генә түгел, хужаның һәм хужабикәнең булдыҡлылығын, уңғанлығын сағылдырған кейеҙ баҫыу, ситән үреү, ҡорама ҡорау, аш-һыу яраштырыу, йөн иләү, тегеү-сигеү кеүек кәсептәргә лә оло мәғәнә һалып, йола-тәртибен шартына килтереп үтәгән.

Шуға ла беҙ боронғо кәсеп йолаһын тергеҙеүҙе маҡсат итеп алған Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылы оҫталарының «Һөнәрмәндәр байрамы»на юл тоттоҡ.
«Ҡыҙылғы» фольклор ансамбле ҡыҙҙары халыҡты, һөнәрмәндәрҙе, ҡунаҡтарҙы һәм мәртәбәле яҡташтарын – филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы һәм журналист Тимерғәле Килмөхәмәтов менән Һәүәләй ауыл хакимиәте башлығы Тәлғәт Вәхитовты таҡмаҡлап ҡаршыланы. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро рәйесе Фәүзиә Латипова йола буйынса эш алдынан әйтелә торған алғышты ҡабатланы:
– Эшем, эшем, эш ҡары,
Дошман һүҙе тыш ҡары,
Күрһә күрһен береһе,
Ул да булһа йүнлеһе.
Эшем, эшем, эш ҡары,
Икендегә етмәһен,
Йәһәт кенә уң бөтһөн.
Ике һуҡыр күрмәһен,
Ҡара көсөк өрмәһен.
Еңел ҡулдан, еңел аяҡтан,
Амин, Аллаға тапшырҙыҡ!
Һөнәрмәндәр ҡул эштәренән күргәҙмә әҙерләгән. Рәйлә Миҙхәт ҡыҙы Йәрмөхәмәтованың милли күлдәк өлгөләре, серле биҙәктәр һалынған бәйләм шәлдәре ҡояштай нур сәсеп, әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Динә Садиҡованың боронғо сигеү алымы менән күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәктәр һалынған мендәр тыштарын ҡыҫҡа ваҡыт араһында әллә күпме кеше һатып алырға теләк белдерҙе. Ҡыҙы Алина Фәйзуллина иһә, ырғаҡ менән йәйғор төҫөндәге ептәрҙән күҙҙәр йыйып, һоҡландырғыс картиналар яһаған, бәләкәй ултырғыстарға һүрәттәр төшөргән, биҙәкле ҡумталар эшләгән. Мөмкинлеге сикләнгән булһа ла, дәртләнеп ижад иткән, республика кимәлендә танылыу алған рәссам Әхәт Нурушевтың нескә йомортҡа ҡабығына төшөргән һүрәттәре, Башҡортостан тәбиғәтенең мөһабәт хозурлығын тасуирлаған картиналары һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо уята. Рәмил Рауил улы Ғәлиевтың ағасты уйып яһаған һындары күҙ алдында терелә, әйтерһең. Миңлегөл Ҡотлоеваның сигеү өлгөләре рәссамдар эшенән һис ҡайтыш түгел. Саф, күркәм ялан һәм рауза сәскәләре әле генә өҙөп алынған, тиерһең, ә ағасҡа ҡунған моңло ҡошо, бына-бына ҡанаттарын ҡағып, осоп китер төҫлө.

«Ҡул эштәренә әсәйемдән өйрәндем, бәләкәстән сигергә, тегергә яратам. Башланғыс синыфта ҡул эше өлгөһө килтерергә ҡушҡайнылар. Сағыу ептәрҙән ҡулъяулыҡ ситен сиккәнем әле лә хәтеремдә, бөтәһе лә аһ итте. Яратып эшләгән шөғөл ырай. Бынау һүрәттәрҙе һеңлемдең бүләк иткән яулығынан күсергәйнем. Үҙе хәҙер донъяла юҡ, һағынғанда ошо биҙәктәр күңелгә йылылыҡ өҫтәй, рауза сәскәләрен һеңлемдең төҫө итеп һаҡлайым. Элегерәк әйбер юҡ саҡта кофта, гамаш һүтеп сиккәнем дә булды. Ҡул эше йән тыныслығы бирә. Бүләк итһәң, тағы һөйөнәһең», – тип шөғөлө тураһында ҡанатланып һөйләй Миңлегөл ханым.
Эште халҡыбыҙ уйын-көлкө, йыр-моң менән аралаштырып башҡарған. Арҡан тартышыу, ҡапсыҡ кейеп йүгереү, көйәнтәләп һыу ташыу кеүек йәнле бәйгеләр күңелдәрҙе тағы ла елкендереп ебәрҙе. «Беҙҙең ауылда эшкә маһирҙар йәшәй, ғалимдарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ, бейеүселәребеҙ менән бер рәттән, данлыҡлы ҡул эше, кәсеп оҫталары ла бихисап. Сарала балаларҙың да ихлас ҡатнашыуы һөйөндөрә, – ти Фәүзиә Латипова. – IV синыф уҡыусыһы Альбина Байморатова төҫлө резиналарҙан матур беләҙектәр, мәрйендәр үргән. Сәхиә Хисамованың, уның ҡыҙы Лилиәнең сиккән һүрәттәре, Флүзә Буранғолованың ҡайылған алъяпҡыс-таҫтамалдары, Рәйсә Вәлиеваның сигелгән Башҡортостан гербы, ҡурсаҡтарға әберкәләр менән теккән милли күлдәктәре һәм башҡа бик күптәрҙең күңел һалып башҡарған эштәре ысынлап маҡтауға лайыҡ. Маҡсатыбыҙ – кәсеп итеү йолаһын, тәртибен тәрәндәнерәк өйрәнеп, йәш быуында ижади ҡараш тәрбиәләү, үҙ ҡулдарың менән башҡарған эштең ҡәҙерен, баһаһын, мәртәбәһен күтәреү. Ижад күңелгә – ем, йәнгә ныҡлыҡ бирә бит ул».
Шулай итеп оҫталарҙың иң-иңдәренә йырҙар бағышланды, теләк-таҡмаҡтар әйтелде, эштәренә уңыштар юрап, бүләктәр тапшы- рылды. Егәрле хужабикәләр йәмле табын да ҡорған ине. Күңелле итеп сәй эстек, бутҡанан ауыҙ иттек. Бөгөнгө етеҙ алға елгән тормошта, юғары технологиялар үҫешкән заманда үҙ ҡулдарың менән нимәлер әтмәләү файҙаһыҙ кеүек тойолоп китһә лә, күҙ нуры, ҡул һәм күңел йылыһы һалынған тәбиғи әйберҙәргә мохтажлығыбыҙға инанып, халыҡ кәсебен үҫтереүҙең ни хәтлем мөһим икәнен көндән-көн нығыраҡ аңлайбыҙ. Ҡул, ер, ағас эшенең шифаһы ла ҙур: ул ғаиләгә табыш ҡына килтермәй, психологтар бының нервы системаһына ыңғай йоғонто яһауын да раҫлаған.
Ҡырмыҫҡалы районы һөнәрмәндәренә, мауыҡтырғыс сараны үткәреү өсөн йән көсөн, тырышлығын һалған ойоштороусыларға, Ибраһим ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро ағзаларына рәхмәтебеҙҙе әйтеп хушлаштыҡ. Йолаларҙы һаҡлай, оҫталарын ҙурлай белгән халыҡтың киләсәге нурлы һәм бәрәкәтле буласағына ышаныс көслө.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, сәсәниә Розалия Солтангәрәева беҙҙең халыҡтың кәсеп итеү йолаһы хаҡында:
– Борондан һәр эште башҡарыуҙың үҙ тәртибе, ҡағыҙға яҙылмаған ҡағиҙәләре булған. Оло ваҡиғаларҙы бәләкәйҙәре бәйләй, һәм улар ҙа, бер тәртип, ысул, сара ролен үтәп, «йола» исемен ала. Шулай итеп, башҡорт үҙенең йәшәйеш тәртибен дә, рухиәтен дә аныҡ, төҙөк нормаларҙа камиллаштырған. Бура бурау, сигеү, тегеү, емеш-еләк йыйыу кеүек күренештәрҙе «кәсеп», «хеҙмәт», «ғәҙәт» һүҙҙәре менән алмаштырырға әүәҫтәр. Әммә йола — тормош итеүҙең ғәмәли сараһы ул. Уны төрлөсә асыу мөмкин. Ләкин шуны аңларға тейешбеҙ: тормош-көнкүрештә барыһы ла аныҡ тәртиптә генә үҫешә, алға бара ала. Шуға беҙҙең милләттә борондан һәр эште башҡарыуҙың үҙ ҡағиҙәһе булған. Доға уҡып, алғыш әйтеп, Хоҙайҙың, тәбиғәт көстәренең, кешеләрҙең фатихаһын алыу йолаһы үтәлгән. Бура бурар алдынан, мәҫәлән, тишекле көмөш тәңкәгә еп тағып, йорт ултыртыу өсөн билдәләнгән бер нисә урындан үткәндәр. Ептәге тәңкә ныҡ һелкенеп хәрәкәткә килгән урын уңышһыҙ, тип, нигеҙ ҡороу өсөн тынысыраҡ ер эҙләгәндәр. Ҡотло тип табылған биләмәгә «Фатиха», «Ихлас», «Нәс», «Аятел көрси» сүрәләре уҡылған. Элек яңы йорт урынын сүлмәк ярҙамында билдәләү ҙә киң таралған булған. Ергә сүлмәк ҡаплап ҡуйғандар ҙа бер тәүлектән һуң эсен асып ҡара ғандар. Әгәр сүлмәктә үрмәксе ау үрһә, унда йорт күтәрткәндәр.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook