Шәл биҙәге семәрле...
Махсус станоктарҙа һуғылған дебет шәлдәре менән беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр элек дан тотҡан. Әммә, ваҡыт үтә килә, күп нескәлек һәм оҫталыҡ талап иткән был мәшәҡәтле шөғөл нисектер онотолоп ҡала һәм уның урынын ҡулдан бәйләнгән мамыҡ шәлдәр яулай. Ошоға тиклем беҙҙең районда Әбүбәкер ауылында 100 йыллыҡ һуҡма шәл бер данала ғына аманат итеп һаҡланып, уны күргәҙмәләрҙә генә күрергә насип булһа, хәҙер инде бындай нәзәкәтлек өлгөһө Вәзәм ауылында етештерелә башланы.
Ауылда был эштең нисек башланыуы тураһында беҙгә «Вәзәм» һуҡма шәлселәр клубын ойоштороусы Гөлназ Сурина бәйән итте. «Былтыр августа ауылыбыҙ килене, билдәле яҙыусы һәм журналист Сәрүәр Сурина, Вәзәм ҡатындарының дәртлелегенә, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашыуына һоҡланып, «Гөлназ, әйҙә, ошондай шәп ҡатындарға ятыраҡ та, аҡса эшләрлек тә берәй шөғөл уйлайыҡ», – тип тәҡдим индерҙе. Уйлап ҡараһаң, беҙҙекеләр барыһы ла бәйләүгә маһир, сәйлән менән дә уларҙы аптыратырлыҡ түгел. Бер йыл районда үткән шәл бәйләү конкурсында Әбүбәкерҙән Шәрифә Билалованың өләсәһенең 100 йыл һаҡланған һуҡма шәлен күргәнем иҫкә төштө. Сәрүәр Сурина быны эләктереп алғас, миңә лә ике әйтеү кәрәкмәне, шәл һуғыу станогы эҙләп сығып та киттем. Ауылды урап сыҡтым, берәүҙә лә юҡ. Һабантуйҙарға күргәҙмә итеп алып йөрөгән балаҫ һуғыу станогы бар ине, уның да күп өлөштәре етмәй. Ауылдашыбыҙ Рәйхана Сурина өләсәһенән ҡалған көрөҫ, тараҡ, тәпәйлек алып килде, мәктәп музейынан һоҫа алып ҡайттыҡ. Улар ҡулланырлыҡ түгел, әммә өлгө итеп алып яңыһын эшләргә була ине. Ниһайәт, деталдәрен теүәл итеп эшләтеп алһаҡ, ҡора белмәйбеҙ, уныһын Фәүзиә Кәримова өйрәтеп китте», – тип һөйләне ул.
Гөлназ Сурина яңы шөғөл буйынса эш башлау өсөн ауылдың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарын ҡуҙғыта. Һөҙөмтәлә егерме ҡатын-ҡыҙ клуб ағзаһы булып китә һәм кемеһелер дебет һуғырға-ҡабартырға, икенселәре оҫта итеп иләргә, бәғзеләре станокта һуғырға тотона. Әммә иҫке станок менән эш ырамай.
– Дебетте ауыл буйлап йыйҙым. Тетеп, шуны болғаттыҡ, һуғыуы ла мәшәҡәтле генә булды. Станокта эш башлау ҙа еңел түгел ине, инде башланыҡ тиһәк, ебе өҙөлә лә ҡуя. Берәүебеҙ шәл һуҡһа, икенсебеҙ уның эргәһендә өҙөлгән епте ялғай, уныһы сеймәлә йәки рәте юғала... Юҡ, эш сыҡмай. Беҙҙең мәшәҡәттәрҙе тормош иптәшем Риф ситтән генә тыңлап йөрөй, әммә өндәшмәй. Тора-бара ул да ҡыҙыҡһынып китеп, икәүләп эҙләнә башланыҡ.
Был башланғысыбыҙҙа беҙ яңғыҙ булманыҡ, инициативаны район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Л.Р.Мәмбәтова, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы М.И.Ишемғолова һәм район тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Р.Ф.Байғусҡаровалар күтәреп алды һәм ярҙам итте, – тине Гөлназ.
Районда ғына түгел, республикала берҙән-бер һуҡма станок авторы Риф Сурин һөйләй:
– Шәлселәрҙең иҫке станок менән ныҡ яфаланғанын, ҡатынымдың көнө-төнө шуның менән булашыуын күреп йөрөйөм. Гөлназға кәңәш бирә торғас, мин дә ҡыҙыҡһынып киттем. Кеше эшләмәгән нәмә түгел, үҙем тырышып ҡарайым, тип эшкә тотондом. Ҡул аҫтындағы таҡтаны, кәрәкмәгән велосипед һәм башҡа әйберҙәрҙең деталдәрен файҙаландым. Тарағы өсөн бамбук ағасы йәтеш булды, хәҙер магазинда материалдар күп, шуға ул яҡтан этлек булманы. Ике аҙна эсендә өр-яңы станокты эшләп ҡуйҙым. Машинала бер ҡайҙа алып барабыҙ тиһәк, уны уңайлы ғына ысҡындырып, аҙаҡ кире йыйып була. Ҡулайлаштыра торған эштәре лә күп әле. Бындай ҡоролманы тағы ла 5-6-ны эшләргә уй бар. Унда эш шәп китәсәк, бер аҙнала бер шәл әҙер буласаҡ. Бынан тыш, елән, камзул, шарф, балаҫ һәм башҡа әйберҙәр һуғырға мөмкин буласаҡ. Хәҙергә сығымы күп, әлбиттә, әммә киләсәктә килем дә үҙен көттөрмәҫ, тип ышанабыҙ.
Беҙ ҙә эш барышында Вәзәм ҡатындарының кемеһелер нескә итеп еп иләгәнен, икенселәренең дебет теткәнен ҡарап, Тәнзилә Күскилдинаның станокта таһыллы итеп шәл һуҡҡанын күҙәттек. «Эшләй-эшләй оҫтара инде кеше. Һәр кем үҙ ваҡытына, яйына ҡарап килә. Беҙҙең йәштәге ҡатындарға бындай станок таныш, сөнки һәр кемебеҙ бала саҡта өләсәләренә ярҙам итеп, уның нисек эшләгәнен күңеленә һалып йөрөгән. Хужалыҡ бөткәс, ауылда ҡатын-ҡыҙға эш юҡ, шуға күңелгә ятырлыҡ шөғөл кәрәк ине. Хәҙер инде, Аллаға шөкөр, ҡышҡы оҙон кистәрҙә эшебеҙ ырамлы бара. Иң мөһиме – дәрт бар, барыбыҙ ҙа дебет эшен яҡшы белә. Ә һуҡма шәлде йыуып, киреп-киптереп алһаң, ул еп-еңел булып, ҡул менән бәйләгәнгә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡабара, сөнки тындары иркен. Киләсәктә шәлде үҙебеҙсә, төрлө биҙәктәр һалып та, шаҡмаҡлы итеп тә эшләргә уйыбыҙ бар», – тип һөйләне ул.
Бына шулай ауыл уңғандары дебет һуғыу, иләү, сиратыу кеүек мәшәҡәтле эште байрамға әүерелдереп, һуҡма шәл кеүек боронғо шөғөлдө тергеҙеүгә тотонған. Хәҙер инде күмәкләгән эштең һөҙөмтәһе лә бар – бына тигән ҡупшы шәлдәр уларҙың ҡулында. Башҡорт һуҡма һәм мамыҡ шәлдәре сәнғәтен тергеҙеүгә йөҙ мең һум президент гранты алғандар. Был аҡсаға тағы ла станоктар эшләргә уйлайҙар. Киләсәктә улар етештергән шәлдәр һәм башҡа әйберҙәр юғалып ҡалмаҫ, билдәлелеге артыр, тигән өмөт бар. Беҙ ҙә Хәйбулла ҡатындары ябынған затлы һәм һирәк осрай торған һуҡма шәлдәр барыһын да таң ҡалдырыр әле, тигән ышаныста ҡалдыҡ.

Мәрйәм ИМАНҒОЛОВА.
Хәйбулла районы.
Хәйбулла районы.
Теги: