«Мөхәббәткә генә ышанам»

Аҡ сирендәр ергә сәскә ҡоя,
Йондоҙ буранына оҡшаған.
Күп нәмәлә мин дә икеләнәм.
Мөхәббәткә генә ышанам,
Мөхәббәткә генә ышанам...
Минең «Мөхәббәткә генә ышанам» исемле шиғырҙар йыйынтығым бар. Ул 2006 йылда донъя күрҙе. Шиғыр китабымдың исемен «Мөхәббәткә генә ышанам» тип атағас, ысынлап та мөхәббәт ҡоломо мин? Шул тойғонан башҡа инаныстарым юҡмы ни? Дөрөҫөн әйткәндә...

О, ул тойғо... Ул тойғонан мәхрүм булған, һине, бүтәндәр нисек ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, идеал, иң матур, иң аҡыллы, иң батыр, йәнә әллә ниндәй метафоралар менән нарыҡлаусы, бығаса барлығын да белмәгән бер йәндең һиңә һоҡланыулы, хатта ки табыныулы кисерештәренән баш әйләнеү хәсиәтен кисермәгән кеше бармы икән? Ғашиҡлыҡтың төп принцибы, уны мөхәббәт хаҡына үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү тип аңлатһалар ҙа, ғашиҡтарҙың бер-береһен «һин, тик һин, һин берәү һәм ҡабатланмаҫ» тиешеп инандырыуҙары ул. Ә кемдең берҙән-бер булғыһы килмәһен. Мөхәббәт ғәләмәтенә тарыр алдынан, яҡты донъяға килгән кеше ярайһы ҡаршылыҡтарға, шәхсиәтен ҡабул итмәүгә, конфликттарға осрап өлгөргән була. Имештер, ата-әсәһе уны аңламай, дуҫтары, класташтары... Ә ул! Бөтә шул икеләнеүҙәрҙе, әйләнә-тирәләге «ғәҙелһеҙлекте», «баһалап бөтмәү­сәнлектәрҙе» инҡар итеп, «һин, һин...» тип иҫбатлай һәм һинең эсеңә йомолған, тышҡа сығарырға ҡыймаған амбицияларыңа ҡанат ҡуя. Һинең хаҡта шундай фекерҙә булған кешенән дә яҡшыраҡ әҙәмдең булыуы мөмкинме? Юҡ, әлбиттә. Һәм һин үҙең дә уны идеаллаштыра башлайһың.

О, ул мөхәббәт тигәнең... Һин ярты аҡыл, ярым иҫәр хәлдә, күҙеңә аҡ-ҡара күренмәҫлек томанға сорналғанһың. Психикаһы ныҡлап ултырып бөтмәгән ҡайһы бер ғашиҡтар, был тәүге кисерештәр һуңғы һәм ҡабатланмаҫ тойғолор, тип уйлауҙан, мөхәббәт яуапһыҙ булып сыҡһа, үҙ-үҙенә ҡул һалыуға барып етә. Их, яңылышалар! Ярамай! Түҙергә, кисерергә, айышына төшөнөргә ваҡыт кәрәк. Ваҡыт – хәсрәтте лә, шатлыҡты ла, айышһыҙлыҡты ла урынына ҡуйыусы төп һәм алыштырғыһыҙ дауа ул. Ваҡыт аңды уята. Тимәк, мөхәббәттә йөрәк менән аҡылдың берҙәм булыуы зарур.

Кешенең төп инстинкты – бала тыуҙырыу. Ғашиҡтарҙың никахы шулай ҙа, тойғолар солғанышында нисек кенә бәхетле булмаһындар, уларҙың тәҡәтһеҙ яратышыуының ихтыярынан былай, Раббы тарафынан ырыуҙың ғүмерен дауам итеү хаҡына эшләнә. Эйе, ғашиҡтар үҙҙәренең бер-береһен табышыу бәхетенә ихлас күңелдән ышана һәм ләззәт кисерә, әммә кешенең төпкө аңы шулай ҙа ғашиҡтарға тик уларҙың союзынан ғына тыуасаҡ балалар хаҡындағы маҡсатты ҡуя. Нәҡ ана шул инстинкт кешене мөхәббәт тигән серле лә, ғазаплы ла, илаһи ҙа тойғолар эсенә әйҙәй. Шул инстинкт һәм мөғжизәле мөхәббәт кисерештәре йәшәүҙе мәңгеләштерәсәк киләсәк быуынға ғүмер бирә. Юҡ, әлбиттә, тәүге осорҙағы ҡайнар хистәр улай уҡ мәңгелек түгел, йылдар ул хистәрҙе һүрелдерә биреп тә ҡуя, әммә теге аңлайышһыҙ бер-береңә тартылыуға килтергән тәҡәт ғәләмәтен икенсе тойғолар, икәүләшеп «ижад» иткән балаларға булған яратыу, наҙ, ҡурсаларға, тәрбиә бирергә тырышыу хистәре алыштыра, шул рәүешле ир менән ҡатын бер-береһенән айырылғыһыҙ бер бөтөнгә, ғаилә тип аталған берҙәмлеккә тарый. Хистәр һыуынғас айырылышыусы ғаиләләр ҙә бар. Быныһы ХХ-ХХI быуаттың әлеге лә баяғы рухиәткә ынтылыуҙан баш тартып, ләззәткә, матдилыҡҡа күсә барыуы кеүек мәғәнәһеҙ ғәҙәттәренең сәскә атыуы, үрсей барыуына бәйле, күрәһең. Бындай айырылышыуҙарҙың төп фажиғәһе – балаларҙың йәтимлеге.

Ғүмер буйы бер-береһен идеаллаштырған бәхетле никахтар күп булмай. Мөхәббәттән бәхетле булыусылар ҙа һирәк. Киреһенсә, дауылға оҡшаш хистәр өйөрмәһенә инеп башын юғалтҡан, ярты аҡыл хәленә ҡалып бөткән саҡтарынан ҡотола алғаны өсөн ҡыуанып бөтә алмаған кешеләрҙе осратҡаным бар.
Әммә үҙ ғүмереңде киләсәк быуындарҙа дауам итергә ынтылыу теләге үлемһеҙ. Күргәнебеҙ бар бит, ғашиҡтар бер-береһенең күҙенә шундай мөкиббәнлек менән текләүсән. Юҡтан ғына түгел бындай табыныуға оҡшаш бирелгәнлек, улар бер-береһенең күҙенән үлемһеҙлек эҙләй. Нәҡ ошондай үлемһеҙлек, күрәһең, беҙҙең ерҙәге ғүмеребеҙҙең асылын һәм мәғәнәһен тәшкил итәлер ҙә. Мөхәббәт, тимәк, эске аңдың йәшәүгә булған ихтыяры. Шул ихтыяр көсө ир менән ҡатынды ҡауыштыра, балалар тыуҙырыу кеүек изге ғәмәлгә әйҙәй. Балалар, билдәле инде, беҙҙең ҡаныбыҙҙы мираҫҡа ала, ҡан аша милли, генетик, тарихи хәтер ҙә йәшәүен дауам итә. Үлемһеҙлек идеяһы солғанышындағы кешеләрҙе танымау мөмкин түгел, улар үҙҙәре үк быны йәшерә алмай. Улар, йәшәүҙе мәңгеләштереүҙең серенә төшөнгән ике баш күтәреүсе кеүек, шул серҙе, йәшәүҙең төп мәғәнәһен тормошҡа ашырыу маҡсатына табан ашыға һәм ошо үтә лә тәрән миссияны мөхәббәт тип атай. Миңә ҡалһа, иҫ киткес шәп «ҡармаҡ» был. Иҫ киткес шәп! Хатта ки Аллаһтың иң гениаль табышы һәм... хәйләһелер ҙә әле...

Кешене байтаҡ гонаһтарҙан, яман аҙымдарҙан ҡурсалауҙағы төп таяныс­тарҙың береһе булған мөхәббәт кисерештәренән бәндәләрҙең баш тарта алғаны юҡ әле. Өҫтөнлөктәр, формациялар, йәшәү шарттары үҙгәрә, ер өҫтө лә, халайыҡтар ҙа афәткә, ғазаптарға, юғалтыуҙарға тарый, әммә йәшәүгә ихтыяр һәм уны мәңгеләштереү идеяһы юғалмай. Әйтергә кәрәк, иҫ киткес тәрән һәм даими, шул уҡ ваҡытта үтә юғары динамикаға көйләнгән идея был. Беҙ уға күндәмлек, бирелгәнлек, инанғанлыҡ һәм үҙ теләгебеҙ менән буйһонабыҙ.

Ә минең шиғырҙарымдағы мөхәббәт темаһының өҫтөнлөгө лә – тик мөхәббәт эҙләп кенә йәшәгәнем өсөн түгел, асылда Аллаһтың ана шул Мәңгелекте һуғарыуҙағы камил һәм ҡабатланмаҫ ҡөҙрәтенә һоҡланыуҙан, был ҡөҙрәттең тәрәнлеге һәм юғарылығына мөкиббән ғашиҡлыҡтан ул.
Кеше... Эйе, беҙ һәммәбеҙ ҙә әйләнә-тирәләге шарттар, милли мөхит, әкиәттәр һәм китаптар менән тәрбиәләнәбеҙ. Бындай тәрбиә, аңға һәм күңелгә һеңгән мәғлүмәт беҙҙе кеше итеп үҫтерә, холҡобоҙҙо, ышаныстарыбыҙҙы барлыҡҡа килтерә. Әкиәттәребеҙ, риүәйәт-легендалар, мифология – асылда ҡурҡыу белмәҫ батырҙар, ҡыйыу йөрәкле геройҙар хаҡында, китаптарҙан да беҙ ана шундай айырым һәләтле шәхестәр хаҡында уҡыйбыҙ, һәм ҡыҙҙар күңелендә кино геройҙарына, китаптыҡыларға оҡшаған йәр осратыу хаҡында хыял ярала. Әммә тормош бүтәнсәрәк ул. Геройҙар күп булмай. Рыцарҙар ҙа һирәк осрай. Шуға күрә, минеңсә, ҡыҙ баланы тормошҡа айыҡ күҙ менән ҡарарға өйрәтеү зарур. Күк атҡа атланған йәиһә ал елкәндәр таҡҡан карапҡа ултырған рыцарҙы көтөргә ярамай. Кешеләр ябай ул. Ир-ат та әллә ни ҙур ҡөҙрәткә эйә түгел. Ул ҡатын-ҡыҙҙан ни бары физик яҡтан көслөрәк булыуы менән генә айырыла. Психологик һәм мораль яҡтан беҙ бер-беребеҙҙән ҡайтыш түгел. Ана шундай ысынбарлыҡты баһаларға, танырға өйрәнһәк, тормошта ауырлыҡтар, аңлашылмаусанлыҡ һәм дәғүәләр, ҡыйралған яҙмыш һәм ғаиләләр ҙә әҙерәк булыр ине.
Ҡыҙҙарға рыцарь эҙләмәҫкә кәрәклекте юҡҡа ғына әйтмәйем. Ғаилә ҡорғас, ир-атҡа өҫтөнлөк биргән шарттарҙа йәшәргә мәжбүр буласаҡһың. Бүтән юл әлегә юҡ.

Ә асылда ир-егеткә донъя көтөү беҙ ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ла ауырыраҡ. Беҙ улдарыбыҙҙы, аталары хыялыбыҙҙан алыҫ булыу сәбәпле, идеалдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырлыҡ итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. «Һин малай ҙа инде, ебемә!» Ә ул малай беҙҙең ҡаныбыҙ һәм йәнебеҙҙән яралған. Ул беҙҙең ҡыҙыбыҙҙан тик физик көсө менән генә айырыла, рухи көстө Аллаһ һәммәбеҙгә лә ғәҙел бүлә. Ә бит физик көс, бер уйлаһаң, ул тормошобоҙҙа ни тиклем кәрәкле һәм ҡөҙрәтле булмаһын, рухи көстән юғарыраҡ түгел. Шулай ҙа бөгөнгө цивилизацияның яҙмышы ир-ат таһылы һәм аҡылына, уның көсөнә бәйле. Үтә яуаплы миссия был.
Ир-егетте мин йәлләйем. Бигерәк тә мегаполистарҙың ҡатмарлы конструкцияларын күтәргән, цивилизацияның айырылғыһыҙ өлөшө булған коммуникациялар һәм инфраструктураны тәьмин иткән ҡара һәм ауыр эштәрҙе башҡарыусы ир-егеттәр эшмәкәрлеген күргәндә эсем өҙөлә. Миңә кеше, уның тәбиғәте, мөхәббәте, мәңгелек алдындағы бурысы хаҡында фәлсәфә ҡорорлоҡ шарттарҙы кем тыуҙыра һуң? Мин фєйлєсүф-шағирмы? Йәиһә бесән әҙерләп үрсетелгән мал итенән, ир көсө менән ер ҡаҙып үҫтерелгән йәшелсәнән оҫта итеп ризыҡ рәтләгән ҡатынымы?
Ир-егетте мин йәлләйем. Ил өсөн ҡанын ҡойған фронтовиктар, илде күтәрәм, тип, төҙөлөштәрҙә, ил һағында көсөргәнеүселәр хаҡындағы киноларҙы, документаль кадрҙарҙы күргәндә – илайым. Ир-атҡа ҡояш аҫтындағы урын, карьера өсөн дә көрәшергә, тәбиғәттән һалынған амбицияларын тормошҡа ашырыу өсөн абруй яулап айҡашырға ла тура килә. Ир-аттың күбеһе булдыҡһыҙ тигән мөһөрҙән ҡурҡа. Дөрөҫ, көсәнеп йәшәй-йәшәй кендеген дә ҡаната ул.

Ә унан да бигерәк ҡатын-ҡыҙҙы йәлләйем. Идеалдары тормошҡа ашмаҫ шарттарҙа йәшәргә мәжбүр, әммә Мөхәббәт тигән усаҡтар һүрелгәндән һуң да, балаларын тәрбиәләүгә, иренә хеҙмәт итеүгә дусар, шуны бәхет тип танырға мәжбүр ҡатын-ҡыҙҙы әйтәм.

Эйе, ҡырағай тарпанды ҡулына эйәләштергәне бирле үҙенең көслө зат булыу хоҡуғын яулаған, ғаиләнең туҡлығы өсөн яуаплылыҡты үҙ теләге менән өҫтөнә алған ир-егеткә бөгөн үҙе өсөн үҙе сығарған ҡанундар эсендә йәшәү, үҙенең булдыҡлылығын иҫбатлау еңел түгелдер. Улар, үкенескә ҡаршы, Аллаһ тарафынан ҡуйылған әхлаҡи талаптар көсөргәнешен тартып бөтә алмауҙары сәбәпле, бөгөн мораль ҡыйралышҡа ла тарып ҡуя.

Ә ҡатын-ҡыҙ... Ҡатын-ҡыҙҙы мин ихлас күңелемдән хөрмәт итәм, сөнки уларҙың хәсиәте миңә аңлайышлы... Уға баш мейеһе эшмәкәрлеген егеп, Бар Ҡылыусыбыҙҙың төп маҡсаты – Мәңгелекте, Мөхәббәт, инанғанлыҡ, табыныу сигендәге бирелгәнлек, теләһә ниндәй шарттарҙа ла ана шул Бөйөк идеяны – төпкө аң, йәнде һуғарыусы ҡан аша бойомға ашырыу мәжбүрилеге яҙған. Асылда мәжбүрилекте ҡатын-ҡыҙ яратмай. Тормош юлына баҫыр алдынан армия сафында хеҙмәт иткән, аҙаҡ тотош ғүмерендә субординатив буйһоноуҙы тәбиғи тип иҫәпләргә өйрәтелгән ир-аттан айырмалы, ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте баҫҡыслы буйһоноусанлыҡты яратмаһа ла, баштараҡ «һин, һин» тигән йәренең торараҡ «мин, мин!» тигән талаптарына күнеүгә риза була. Риза булмаһа – ул алйот. Иренең ихтыярын яҙмышы тип һанамаған, үҙен уның идеалдары хаҡына ҡорбан итмәгән ҡатын йүләр һанала. Ә был ысынында ла шулай, сөнки бөгөнгө беҙ йәшәгән цивилизация ирҙәр ҡанундары, уларҙың психологияһы, аҡыл һәм физик көсөнә яраҡлаштырылған. Бөгөн ғаилә мөнәсәбәттәренең бүтән формаһы юҡ тиерлек.

Әммә ҡатын-ҡыҙҙы ла бөгөн бик үк көсһөҙ зат тип атап булмай. Белем, таһыллыҡ, рухи яҡтан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ярайһы ҙур үҙгәрештәр кисерә. Улар ҙа хәҙер мал табыуға, идара итеү һәләтенә эйә була бара. Нисек булыр, был ниндәйҙер өҫтөнлөктәр үҙгәрешенә алып сығырмы? Үҙгәрештәр конфликттар аша яуланырмы, әллә яҡтарҙы компромислы килешеүҙәргә килтерерме? Уныһы – киләсәк ҡулында. Әммә кешелек, минең тоҫмаллауымса, ғаилә институты, мөхәб­бәт емеше булған балалар табыу кеүек изге миссияны үтәүҙән баш тартыуға уҡ барып етмәйәсәк. Һәр хәлдә, Юғары Аң бындай яман уйҙан аралау ысулы һәм юлдарын табышасаҡ.

Беҙ – эволюцияға бирелеүсән йән эйәләре. Эволюция, күрәһең, үҙе лә сикһеҙ түгел. Байтаҡ фәнни табыштар, тормошобоҙҙо еңеләйтеүсе ғилми һәм техник асыштар менән файҙаланып ғүмер итәбеҙ беҙ бөгөн. Ә артабан?.. Минеңсә, беҙ, әлегә бер аҙ депрессияға бирелеберәк, киләсәкте тоҫмаллау юлдарын эҙләгән осорҙа йәшәйбеҙ. Әммә кешелектең потенциалы тамамланмаған. Ҡайҙа табан йүнәлеш алырбыҙ? Ниндәй илаһи идеялар мауыҡтырыр, идеалдар маяғыбыҙ булыр? Билдәһеҙ.

Билдәле булһа, күңелһеҙ булыр, ижади ойоштороуға талап булмаһа, йәшәү үҙе лә мәғәнәһеҙлеккә әүерелер ине. Ә бит йәшәүҙең төп мәғәнәһе – ҡыҙыҡһыныулы ижади ғүмер, танып-белеүгә ынтылыш ул. Һәм үҙ-ара ҡатмарлы, хатта ки аңлап бөтөүе бик үк еңел булмаған мөнәсәбәттәр араһындағы иң ҙур һәм илаһи тойғо Мөхәб­бәттең йәшәүебеҙҙең иң төп таянысы булыуына һоҡланырға ғына ҡала.

Тамара ҒӘНИЕВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook