Ике енес араһында дуҫлыҡ буламы?

Ике енес араһында дуҫлыҡ буламы?
Эйе, был һорау күптәрҙе борсой. Таныштарыбыҙ араһында дуҫлыҡҡа ышанып, башҡаларҙы ла ышандырып йөрөгәндәр етерлек. Шул уҡ ваҡытта ул дуҫлыҡтың мөмкин булмауын раҫлаған дәлилдәр ҙә байтаҡ. Хаҡлыҡ кемдә? Әйҙәгеҙ, ошоно асыҡлап ҡарайыҡ.


...Бөйөк Пифагор «дуҫлыҡ – тигеҙлек ул» тигән. Йәғни ысын дуҫлыҡ яҡынса бер социаль статусҡа ҡараған ике шәхес араһында ғына булырға мөмкин. Бала саҡтағы дуҫлыҡ тора-бара, йәғни ике кеше араһындағы айырма артҡан һайын, кәмей, хатта юҡҡа сыға. Быға һәр кем шаһиттыр. «Эскерһеҙ дуҫлыҡ матди йәһәттән тигеҙҙәр араһында ғына була», – тигән бер миллиардер. Эйе, кеше иҫәбенә йәшәргә тырышыусы ялған дуҫтар бар икәне бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Бай йәки юғары вазифа биләгәндә дуҫ күп, әммә берәй бәләгә тарығанда йәки ауырып киткәндә уларҙан елдәр иҫә. Ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһында өс йөҙҙән артыҡ айырма бар, тиҙәр. Был айырма (физиологик яҡтан ғына түгел, иң мөһиме, психологик йәһәттән) улар араһында ысын дуҫлыҡ булыуын шик аҫтына ҡуя. Шәриғәт ҡанундары буйынса ла ҡыҙҙар менән малайҙар айырым тәрбиәләнергә тейеш бит. Пәрәнжә кеүек нәмәләр ҙә исламдың был дуҫлыҡты хупламауы тураһында һөйләй түгелме?

Дуҫлыҡ өсөн социаль тигеҙлек мөһим икән, тимәк, ике затты уртаҡ нәмәләр ҡыҙыҡтырырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ ир-егет өсөн тулы хоҡуҡлы ысын дуҫ була алмай, минеңсә. Ике зат араһында енси ылығыуҙан башҡа хис булыуы мөмкин түгел...

... Төптән уйлап ҡарағыҙ: ике яҡ та «беҙҙең арала ысын дуҫлыҡ» тип ышандырырға тырыша. Алданырға риза, тимәк. Башҡалар алдында дуҫлыҡ «күрһәтә» – уйнашты йәшерә...
Илдар ҒӘБИТОВ.


Ошо тәңгәлдә фекерҙәр

Нурзилә, 58 йәш. Өфө ҡалаһы:
– Илдар әфәнденең күп кенә яҙмаларын – киң мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ «Бәйләнеш»тәге сәхифәләрендә – ҡарап барам. Һүҙ юҡ, ҡайһы берҙә уның фекерҙәрендә тос ҡына «ем, орлоҡ» бар. Бигерәк тә, эшләмәйенсә диванда ятһа ла йәки сулаҡ, сатан, һуҡыр, ғәрип булһа ла, ир үҙ ролен үтәп ята – ҡатынына башҡа ирҙәрҙең ымһыныуына, ҡыҙығыуына кәртә булып тора, тигән фекере оҡшаны. Тик ниңәлер ул гел генә ҡатын-ҡыҙға ҡарата насар фекерҙә: халыҡ теле әйтмешләй, ҡыуып етә алған ерендә ҡыуып етеп, етә алмағанында һалмауырлап һуғып маташа. Ирекһеҙҙән шундайыраҡ һығымта тыуа: Илдар, бәлки, бала саҡта әсәһе йәки башҡа яҡын туғандары яғынан тейешенсә наҙ-иркәләү татымағандыр. Ә, бәлки, егет булып еткәс, ул үҙе яҡын иткән, һөйгән кешеһе уны өнәп етмәүҙән күңеле ҡатҡандыр. Барыбер ниндәй ҙә булһа сәбәбе бар был хәлдең.
Ҡатын-ҡыҙ күңелен, хис-тойғоларын аңлау өсөн, минеңсә, ҡатын-ҡыҙ булыу кәрәктер. Тик гүзәл зат һәр нәмәне төптән, тәрән итеп, һәр яҡлап уйлап эш итергә тырыша. Хатта кемде – ир-егеттеме, ҡатын-ҡыҙҙымы дуҫ итеп һайлау тәңгәлендә лә. Ирҙәр генә ул гел енси яҡынлыҡ тураһында, дөрөҫөрәге, уны төрлө кеше менән төрләндереү хаҡында ғына уйлайҙыр. Аҙғынлыҡ сифаты уларға тәбиғәттән бирелгән – башҡаса аңлатыу мөмкин түгел. Тимәк, әгәр Илдар берәй ҡатын-ҡыҙ менән аралаша икән, ул, үҙе аңлатыуынса, тик енси бәйләнешкә инеү тураһында ғына уйлай. Хатта ки, уның менән аралашмаҫҡа кәрәк, тигән фекергә киләһең. Илдар әфәнде, был бик сиклелекте раҫламаймы икән?!

Сәғит, 61 йәш. Әлшәй районы:
– Ҡатын-ҡыҙ элек-электән өй, ғаилә усағын һаҡлаусы булған, ә ир заты – табыш килтереүсе, яҡлаусы-яугир. Ошо айырмалыҡтар ир-ат менән гүзәл заттың психологияһына тәрән эҙ ҡалдырған. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар булғанда, дуҫлыҡ барлыҡҡа килергә мөмкин, әлбиттә. Мәҫәлән, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙы бер үк яҙыусы, композиторҙың ижады менән мауығыу берләштерә ала. Концерт-тамашаларға йөрөү, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр икәү араһында уртаҡ тойғолар уята. Яҙыусыға булған ҡыҙыҡһыныу һуңынан һүрелеп, ике енестең бер-береһенә ылығыу тойғоһона әүерелеүе ихтимал. Әгәр ҙә инде ир-ат енси йәһәттән дәртһеҙ, ә ҡатын-ҡыҙ һалҡын булмаһа.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Илдар Ғәбитов




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook