КАМА БУЙЫНДА БАЛҠЫЙ БЕР ҠАЛА
Йәйҙең йәмле көндәренең береһендә журналист юлдары беҙҙе республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышына илткәс, сәфәребеҙҙең төп өлөшөн Нефтекама ҡалаһына бағышларға булдыҡ. Маҡсатыбыҙ Кама буйҙарын төйәк иткән ҡәрҙәштәребеҙ менән осрашып, хәл-әхүәл белешеү, һуңғы осорҙа был төбәктә баҫмабыҙға яҙылыусыларҙың кәмеп китеүе сәбәптәрен асыҡлау, хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыу ине.
...Нефтекама филармонияһы алдында беҙҙе ихлас йылмайып, күптән күрешмәгән туғандарылай яҡын күреп ҡосаҡлап, Зилә апай ҡаршы алды. Зилә Рамаҙан ҡыҙы Аҙнабаеваның исеме был төбәктә генә түгел, тотош республикаға билдәле тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ, моғайын. Радио аша төньяҡ-көнбайыш райондарҙың яңылыҡтары менән таныштырһынмы, матбуғатта мәҡәләләр менән сығыш яһаһынмы, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең Нефтекама филиалы етәксеһе, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе булараҡ, республика күләмендәге сараларҙа ҡатнашһынмы – барыһына ваҡыты ла, дәрт-дарманы ла етә. Өҫтәүенә ул Нефтекама дәүләт филармонияһының әҙәби-эстрада бүлеге етәксеһе лә.
«Башҡортостан ҡыҙы»нан ҡунаҡтар бар тигәнде ишетеп, яныбыҙға Илеш ҡыҙы Гөлфирә, Баймаҡ һылыуы Роза килеп етте. Быға тиклем улар Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында башҡорт теленән уҡытҡан, икеһе лә филология фәндәре кандидаты. Замандың ҡырыҫ елдәре шауҡымында филиал үҙ эшмәкәрлеген туҡтатҡас, һылыуҙар бер аҙ аптырап, бошоноп ҡалғандай. «Шундай көслө матди базаға эйә, төбәк өсөн кәрәкле уҡыу йортоноң ябылыуы бик аяныслы», – ти йәш ғалимәләр. Әлбиттә, улар икеһе лә эшһеҙ ҡалмаған, тәжрибәле, белемле мөғәллимәләрҙе ҡала мәктәптәренә ҡушҡуллап ҡабул иткәндәр. Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы Байбулатова быйыл «Туған телдәр уҡытыусыһы» ҡала конкурсында еңеү яулап та өлгөргән. Ә Роза Дияс ҡыҙы Хөснуллина Нефтекамала ғына түгел, республика күләмендә моңло тауышлы йырсы булып танылған, ул – «Юлдаш йыры-2014» йыр бәйгеһе еңеүсеһе...
...Нефтекамала бынан тиҫтә йыл элек асылған берҙән-бер башҡорт гимназияһы әллә ҡайҙан балҡып, гөл-сәскәләргә күмелеп ҡаршы алды. Мәктәп янында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған спорт майҙансығы урын алған, ҡала балаларын ергә яҡынайтыу маҡсатында ыҡсым ғына «Ауыл мөйөшө» булдырылған. Гимназия директоры Әлфиә Ишмөхәмәт ҡыҙы Кәримова – етәкселек эшендә оҙаҡ йылдар сынығыу алған кеше, РФ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре. Сибай ҡалаһында йәшәгән осоронда ундағы гимназия-интернатты уңышлы етәкләүе хаҡында алдан уҡ хәбәрҙар инек. «Бында күсеп килеп, эш башлаған саҡта ауырлыҡтар булды, әлбиттә. Башҡорт гимназияһы 2006 йылда үҙ ишектәрен асты, бөгөн беҙҙә 750 бала белем ала. Шөкөр, әле гөрләтеп эшләп, уңыштарыбыҙға һөйөнәбеҙ», – ти директор ханым...
Ҡулдарынан нур түгелә
...Рәмзилә Нәиф ҡыҙы Аҡмалова Нефтекаманың 16-сы мәктәбендә китапханасы булып эшләй. Мауыҡтырғыс китаптар донъяһынан тыш уның башкөллө бирелгән, күңел һалып башҡарған тағы бер шөғөлө бар: бала саҡтан ҡул эшенә оҫта ханым милли кейем тегеү менән мауыға...
Кама буйҙарына яһаған сәфәребеҙҙә иң һоҡландырғаны төрлө милләт кешеләренең бер-береһенең теленә, мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә сабыр мөнәсәбәте, ихтирамлы ҡарашы булды. Бөгөнгө болғауыр заманда именлектә, тыныслыҡта йәшәүҙән дә ҡиммәтерәк нимә бар?!
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се һанында уҡығыҙ.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Нефтекама ҡалаһы.
Нефтекама ҡалаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се һанында уҡығыҙ.
Теги: Нефтекама