Ҡара Яҡупҡа, Игәт туйына!

Ҡара Яҡупҡа, Игәт туйына! «Рәхим итегеҙ, Мостай иленә!» – тип йыр-бейеү, икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршыланы беҙҙе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзаларын, ҡара яҡуптар. Яҡында ғына ятҡан милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше менән бик һирәк ҡыҙыҡһынабыҙ, йышыраҡ алыҫҡараҡ күҙ һалыусанбыҙ шул. Елдереп Шағирҙың ауылын үтеп киткәс, әллә ниндәй яҡты хис солғап ала. Бына беҙ Әүлиә шишмәһенә йүнәләбеҙ. Баҡтиһәң, Шишмәлә бындай шишмәләр бихисап, әммә тап ошоноһо былтыр район буйынса үткән бәйгелә иң йомшаҡ һыулы тип табыла. Хужалар беҙҙе уның тарихы менән таныштыра. Борон-борон заманда бер мосолман ғаиләһендә Һөйәрбикә исемле бер зирәк ҡыҙ үҫеп килгән. Ҡөрьәнде яттан белгән. Әммә ул йәшләй генә һәләк булған. Ата-әсәһе бик ҡайғырған. Ҡыҙҙы бейек тау итәгенә ерләп ҡайтҡас, аҫтараҡ шишмә бәреп сыҡҡан. Һыуы күҙ йәштәреләй саф, тәмле булыуы уны «Әүлиә шишмәһе» тип атауға сәбәп булған. Бик ҡәҙерле ҡунаҡ килгәндә шишмә һыуын тотонғандар. Шифа өсөн ҡулланғандар. Ул бер ҙә иҫкермәй икән. Лабораторияға ебәреп тикшертеп ҡарағандар. Составында көмөш, баҡыр кеүек файҙалы матдәләр барлығы, ҡатылығы ғәҙәттәге йомшаҡ һаналған һыуҙағыса 7 түгел, ә бары 5 процент булыуы асыҡланған.
Ауыл халҡы тирә-яҡты тәрбиәләп тота: өмәләр яһап, ҡала яғынан сығарылып урынына еткерелмәй түгелгән сүп-сарҙан таҙартыу тиһеңме, рәшәткәләп алыу булһынмы – берҙәм башҡарылған изге ғәмәлдәр. Ауыл хакимиәте башлығы Рәфис Зәкир улы Ҡарағолов һөйләүенсә, яҡшылыҡ менән яуызлыҡ йәнәш йөрөй шул. Бетонға ултыртылған рәшәткәнең бер өлөшөн ҡуптарып урлап китеүселәр ҙә булған. Килгән кешеләргә ғибрәт итеп күрһәтер өсөн был да һабаҡ, ти хужа. Яҡында ғына данлыҡлы Хөсәйенбәк кәшәнәһе булыуын иҫләп, изге ерҙе һаҡлап ятҡан аҫыл һөйәктәр, әруахтар рухына доғалар ҡылып, йола ҡушҡанса хужаларҙың рөхсәте менән һыу алыу ғәмәлен үтәп, Ҡара Яҡупҡа юлланабыҙ. Унда беҙ Игәт туйына саҡырылғанбыҙ.
Ҡара Яҡупҡа, Игәт туйына!
«Ғаилә гөлгә оҡшаш. Гел генә ҡарап-ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә, – тигәндәр. – Саҡырылған ғаиләләргә ундай ҡурҡыныс янамай, сөнки уларҙың мөхәббәте йылдар менән һыналған», – тип таныштыра улар менән беҙҙе байрамды алып барыусы.
Римма һәм Хәниф Иҫәнғоловтарҙың ғаиләһен тирә-йүндә белмәгәндәр һирәк. Ғаилә башлығы – ауылда ғына түгел, районда дан тотҡан кеше. Хаҡлы ялда булһа ла, әле лә киң ҡырҙарҙа трактор-комбайндарҙы күрһә, йөрәге ашҡына. Ә Римма апай ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән. Уларҙың бергә йәшәүҙәренә – 60 йыл. Икенсе пар – Ҡара Яҡупта ихтирамлы кешеләр – Рәүиҙә һәм Миңлеғәлим Иҫәнғоловтар. Уларҙың ғаилә ҡороуына ла 60 йыл тулып киткән. Ауылдаштары шаяртып, Миңлеғәлим Яхъя улының «ҡулынан алтын ҡойола», тиҙәр. Ә Рәүиҙә Солтанғәле ҡыҙы бөтә районға билдәле хөрмәтле уҡытыусы, хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡара Яҡуп мәктәбендә завуч, директор, ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Шуныһы ҡыҙыҡ: был ике апай ҙа боронғо ҡыҙ урлау йолаһы буйынса килен булып төшкән. Рәүиҙә апай үҙ тарихын ошолайыраҡ бәйән итә: «Был яҡтарҙа матур ҡыҙҙарҙы элек-электән урлап алыр булғандар. Мәктәпкә директор булып килгән инем. «Абзыйымдың туйы бара, һеҙҙе ҡунаҡ итеп алып барам», – тигәс, ышандым. Егеүле атҡа үҙем сығып ултырҙым. Беҙ килеп етеүгә аяҡ аҫтыма еңгәләре мендәр ташлай. Боролоп сығып китәйем, тиһәм, күсер егет гөп иттереп мендәргә баҫтыра. Өйгә ингәс тә сығып тайыу яйын уйлайым. Еҙнәһе, юлыма арҡыры төшөп, ишек төбөндә тора. Шулай кейәүгә сыҡтым. Үҙем бындай хәлгә тарығас, тәртипте бик ҡаты ҡуйҙым, минән һуң улай урланыусы булманы, шикелле». Уға Римма апай ҡушыла: «Һуғыштан һуңғы йылдарҙа дуҫлашып йөрөнөк. Клубтан ҡайтырға сыҡҡайныҡ, дуҫ егете менән икеһе ике яҡтан килеп ҡултыҡланылар ҙа өйҙәренә алып инделәр. Ҡәйнәм өйҙә ине. Самауыр ҡуйҙы, сәй эстек, шулай килен булып киттем. Инәйем борсола: «Уларҙы бик уңған тип әйтәләр, һин уларға ярарһың микән? Аллаға шөкөр, 60 йыл ярап торам. Элек туй яһаманыҡ, никах уҡыла ине».
Ҡара Яҡупҡа, Игәт туйына!
Байрам шаян да, етди ҙә төҫ ала. Тормош ҡуйған һорауҙарға яуап, йәштәргә фәһем рәүешендә бара ул. «Ғаиләлә кем баш?» – тигән һорауға «ҡайһы ваҡыт муйын, ҡайһы ваҡыт баш баш инде», тип яуаплаһалар ҙа, шулай, муйын ҡайҙа борола, баш шул яҡҡа ҡарай, тип көлөштөләр ҡара яҡуптар. Эштәрҙе бүлешеү булдымы, тигәнгә, айырып ҡараманыҡ, бергәләп эшләнек, тиеүҙәре лә күптәрҙең күңеленә хуш килде. Йәштәрҙең башҡаланырға тырышыуын хуплайһығыҙмы, һорауына яуап итеп, ололар ейән-ейәнсәрҙәргә өләсәй-олатай тәрбиәһе етмәүен билдәләне. Рәүиҙә апай был йәһәттән уңыуын белдерҙе. «Балаларым мөмкин булған һайын ҡайта. Улдарым барыһы ла Өфөлә ҙур урындарҙа эшләй. Береһе – баш энергетик, икенсеһе – подполковник, ҡыҙым ғилми хеҙмәткәр ине, хәҙер сәхнәгә тартыла, оло ейәнем – директор урынбаҫары, береһе кардиолог, «алтын скальпель» эйәһе!» – ти ул ғорурлыҡ менән.
Әсәләрҙең ҡыҙҙарына ҡарата теләктәре лә әйтелде. Атай-әсәй нигеҙен ташламағыҙ, юлдарығыҙ яҡты, күңелдәрегеҙ ата-әсәләргә, туғандарығыҙға ҡарата изгелекле, йөҙҙәрегеҙ нурлы булһын, өйөгөҙ бәхет-шатлыҡҡа тулһын, хәләл ашап үҫкән тәүфиҡлы балалар үҫтерегеҙ, тине улар байрамдағыларға өндәшеп.

Ҡара Яҡупта ике ҡатлы йорт күтәреп, икешәр бала үҫтереп, бынамын итеп гөрләтеп йәшәгән өлгө алырлыҡ йәштәр бар. Айгөл һәм Ирек Таһировтар, Юлиә һәм Олег Тимерйәновтар – ана шундайҙарҙан.
Айгөл менән Ирек юлда танышһа, Юлиә менән Олег БДАУ-ҙа бергә уҡый, дүрт йыл дуҫлашып йөрөп, 5-се курста өйләнешә. Ике малай үҫтерә улар. Бергә йәшәүҙәренә лә ун йыл тулып уҙған.

Борон-борондан кейәүгә сығып оҙатылғас, ҡыҙ кешегә бер йыл буйына ата йортона аяҡ баҫырға ярамаған. Шуға күрә «яҡшы килен – киленсәк, яман килен – түркенсәк», тимәк, ҡайта ла китә торғаны яман һаналған. Ошо ваҡытта ир менән ҡатын бер-береһенә эҫенешергә, бер кем дә араларына тығылырға тейеш түгел икән. Бер йыл үткәс кенә киленгә ата йортона аяҡ баҫырға рөхсәт бирелгән. Был тыйыуҙа бик ҙур фәлсәфә ята. Шул дәүерҙә йәш ғаилә нығынһа, айырылышып китмәгән. Йола ла шуны алға ҡуя. Ҡыҙҙың ата йортона ҡунаҡҡа бергәләшеп ҡайтҡас, кейәүҙән ҡайны кеше «ҡыҙымдан ризаһыңмы?» тип өс тапҡыр һорарға тейеш булған. Ризалығын белһә, ҡыҙына һарыҡ әйткән. Был һарыҡты өйҙән өйгә йөрөтөп, таҫма бәйләгәндәр. Ҡорбан салып, Игәт туйы үткәргәндәр. Ҡара Яҡупта ла ошо йола рәүеше күрһәтелде.

Шишмә районы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Лилиә Әнүәр ҡыҙы Сәлихова: «Ғаиләлә ата-әсәләрҙе хөрмәтләү иң алда торорға тейеш. Атай-әсәһен ололаған йәш кешегә бәрәкәт килә», – тип, байрамдың төп ҡаһармандарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Розалиә Солтангәрәева ошондай йыйындар Ғафури, Дәүләкән ра­йондарында ла үтеүен билдәләне. «Нигеҙендә онотола төшкән боронғо башҡорт йолаһы – Игәт туйы ятҡан был байрам – фәһемле генә түгел, сәмләндерер, дәртләндерер ҙә сара ул. Килен ҡәйнәһенә, иренең әсәһенә, ярарға тырышырға, кейәү бер ҡасан да әсәһе алдында кәләшенә яман һүҙ менән ҡаты мөғәмәлә итергә тейеш түгел. Ғаилә ныҡлығының нигеҙҙәре шунда. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте иман ҡайтһын, борондан килгән ғаилә мәктәптәре нығынһын өсөн бик күп көс һала. Ағинәйҙәргә бағышлау 1991 йылда уҡ Нәжибә Мәҡсүтова тарафынан башланғайны. Аҡ яулыҡ бәйләү йолаһын халыҡтан яҙып өйрәндем. Ағинәйҙәргә аҡ яулыҡ ябып, зәм-зәм һыуы тәмләтеп, ил алдында антын яңыртыу тигән йоланы тергеҙҙек», – тине ул. Рәүиҙә Иҫәнғолованың ил эсендә бер булып, ил инәһе кимәлендә фекер йөрөтөп, ваҡытында фәһемле кәңәштәрен биреп, шиғырҙар яҙып, нур бөркөп торған зат булып йәшәүен билдәләп, уны бөтә ғәм алдында ағинәй тип иғлан итте. «Уға хакимиәт башлығы ла буйһона, уға мәктәп директоры ла кәңәш итә, уға иҫерек килеш кеше күренергә тейеш түгел», – тип киҫәтһә лә, ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә эшләгән Рәүиҙә апайға халыҡтың мөнәсәбәте былай ҙа шундай булыуы һиҙелә.
«1996 йылдан башлап йөрөп мәсет төҙөтөүҙе юллап алдыҡ. Аллаға шөкөр, һәр йома унда барса халыҡты йыйып, вәғәз уҡыла. Иман менән нурланып йәшәргә насип әйләһен!» – тине ағинәй.
Башҡортта «аҫыл ҡыҙ» тигән һүҙ бар. 70-кә етмәгән, әммә 40-тан үткән, ғәҙел һүҙле, тоғро юлдан барған ҡатын-ҡыҙҙарға әйтәләр шулай тип. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ошо дәрәжәне терелтеп, махсус билгеһен дә булдырғайны. Таҫмала «Аҫыл башҡорт ҡатын-ҡыҙы» тип яҙылған һәм дәүәт тигән биҙәүес ҡуйылған. Бүләкте алған һәр ҡатын-ҡыҙ, халҡы, ере, теле өсөн изге эш башҡарған һайын, берәр тәңкәне үҙе теҙеп алып китергә тейеш. Былтыр ноябрь айында республикабыҙҙың 25 ҡатын-ҡыҙы ул таҫмаға лайыҡ булғайны. Шишмәлә ошо бүләк Лилиә Әнүәр ҡыҙы Сәлиховаға бирелде.
...Байрам үтә лә китә, ҡунаҡтар ҙа бер килә, күпте һынай. Ғаиләләренә именлек, ирҙәренә таһыллыҡ, ҡатын-ҡыҙҙарына сыҙамлыҡ теләп, Шишмәгә ҡайта-ҡайта килербеҙ, тип вәғәҙәләп хушлаштыҡ ер ҡотон, тел ҡотон тотоусы Ҡара Яҡуп халҡы, алсаҡ хужалар менән. Күңел моң, иман нуры менән тулды.
Азалия МИРЗАЕВА.
Шишмә районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook